RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 25-31 октябрь

23.10.2010 Йондоҙнамә 25-31 октябрь

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала үҙегеҙгә ҡағылышлы ваҡиғаларға дөрөҫ баһа биреү ауырлашыр. Шуға күрә әүҙем аҙымдарҙан ваҡытлыса баш тартыуығыҙ хәйерлерәк. Күргән төштәрегеҙгә иғтибарлыраҡ булығыҙ – уларҙан борсоған мәсьә­ләләргә яуап алырһығыҙ, бәлки.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп эшегеҙҙә лә, өйөгөҙҙә лә етди үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Бәғзеләрҙең үрләп китеүе лә бар. Был арала ниндәйҙер мөһим ҡағыҙҙар менән күп йөрөргә тура килер, моғайын. Уның осо-ҡырыйы әлегә күренмәй.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тормошоғоҙ йәнләнеп киткәндәй булыр. Онотолған, ләкин бик өмөтлө фекер­ҙәр яңынан иҫегеҙгә төшөр, моғайын. Элекке дуҫ-иштәрегеҙ менән арағыҙ тағы ла нығыныр. Аҙна аҙағында аҡсағыҙҙы тотонмағыҙ.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала үҙегеҙгә, төҫ-башығыҙға күберәк иғтибар биреүегеҙ файҙаға булыр. Шишәмбелә төп эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтар тыуыр һымаҡ. Йыш ҡына икеләнеүҙәр, борсолоуҙар кисерерһегеҙ. Улар йомаға таралыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Барыһы ла яҡшы барған кеүек. Шулай ҙа таныш булған өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшеү ихтималлығы күпкә артыр. Шаршамбылағы аралашыу киләсәккә яңы өмөттәр уятыр кеүек. Был арала яҡын араға ҡорған маҡсаттарығыҙҙы асыҡларһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна бер аҙ ҡаршылыҡлы килер. Асылған мөмкинлектәргә көсөгөҙ етмәүе лә ихтимал. Шулай ҙа йондоҙҙар бар эштәрегеҙҙә лә булышлыҡ итер. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм йома.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Эшегеҙҙә барыһы ла яҡшы барасаҡ. Аҙнаның тәүге яртыһы етәкселәр, абруйлы кешеләр менән осрашыу өсөн уңайлы. Яҡын арала юғарыраҡ вазифаға үрләп китеүегеҙ мөмкин. Иң өмөтлө көнөгөҙ – шаршамбы.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был осор белем арттырыу өсөн уңышлы. Яңы белем алыу үҙегеҙгә лә тәрән ҡәнәғәтлек бирер.
Шаршамбыла таныш булмаған кешеләрҙән ары йөрөгөҙ. Яҡын арала күптән борсоған бурысығыҙҙы ҡайтара алырһығыҙ.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна һеҙгә яңы ыңғай тәьҫораттар килтерер. Ләкин шишәмбе һәм шаршамбыла кисерештәрһеҙ ҙә булмаҫ, моғайын. Йомала бик икеле хәл көтөлә. Тәүәккәл аҙымдар яһау иртәрәк булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шәхси тормошоғоҙҙа яңы өмөтлө танышлыҡтар булдырыуығыҙ ихтимал. Уларҙың оҙайлыға әйләнеп китеүе лә мөмкин. Кесе йомала ниндәйҙер икеле хәлгә эләгеүегеҙ бар. Уны дөрөҫ аңлау еңел булмаҫ. Шаршамбынан һуң уҡыу менән бәйле мәшәҡәттәргә юлығырһығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала көтөлмәгән ваҡиғалар ҡәҙимгенән күбәйер кеүек. Шишәмбелә эшегеҙҙә ниндәйҙер үҙгәрештәр тураһында ишетерһегеҙ, моғайын. Ниндәйҙер рәүештә улар һеҙгә лә бер аҙ ҡағылыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эшегеҙҙә лә, тормошоғоҙҙа ла ҡыйынлыҡтар осрап торор. Шишәмбе бер аҙ көсөргәнешлерәк көтөлә. Был көнгә ҡорған маҡсатығыҙҙың аҡланмауы ла ихтимал. Был арала иң яҡын дуҫтарығыҙға ла тулыһынса ышанмағыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”