RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Шоңҡар» тәҡдим итә

01.03.2013 «Шоңҡар» тәҡдим итә

«Шоңҡар» тәҡдим итә
һуғыштан кеше ҡайтмай икән ул...
“Унда һуғыштың бөтөнләй икенсе төрөн күрергә тура килде: бөтә ерҙә емереклек, ғәскәрҙәр араһында элемтә юҡ, офицерҙар үҙҙәрен генә ҡайғырта, ә һалдаттар һыуға бешкән ҡарабойҙайҙан башҡа нәмә күрмәй… Тушенка хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Ба­тальондар бер-береһен утҡа тотҡан саҡтар ҙа булғыланы. Афғандан ныҡ айырыла ине: беренсе осраҡта артыңда һинең өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер бөйөк ил торһа, икенсеһендә “нисек теләй­һең, шулай тере ҡал” тигәнгә оҡшай ине…”
ҡыҫҡаһы, Афған һәм Чечня юлдарын үткән отставкалағы полковник, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ойошмаһы рәйесе, элекке ҡотҡарыусы Иршат Юнир улы Фәхретдиновты 2-cе һанда сыҡҡан “Самауыр”ҙа майкаһына хәтлем “сисендерҙек”.

Ташландыҡтар… түгел!

“… Күп тә үтмәне, өйҙән атай елдереп килеп сыҡты. Беҙҙе күҙенә лә элмәй, урамға атылды. Уға ҡарап, әсәйҙе күрмәй ҙә ҡалдыҡ, соландың ишеге шартлап ябылды, элгескә эленде. Шулай итеп, әсәй инде икенсегә беҙҙе үҙенән айыр­ҙы. ҡустым менән ыҡ-мыҡ иткәнсе ике уртала торҙоҡ та ҡалдыҡ. Ни атай беҙҙе ташлап китеп барҙы, ни әсәй үҙенә яҡын юллатманы. Яңғыҙ ҡалғаныбыҙҙы аңлап, ҡотобоҙ осоп һикереп килеп торҙоҡ та, тоғобоҙҙо һөйрәтеп, урамға саптыҡ…”
Баныу ҡаһарманованың ғибрәтле мәҡәләһе берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.
Заман үҙе фарман биргән саҡта…

Ошо исем аҫтында баҫылған мәҡәләлә Мөнир ҡунафиндың бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллин менән уның оҫтаханаһындағы осрашыуы тәьҫораттары, ижадсының кисерештәре, серҙәре бәйән ителә.

***
Әҙәбиәт һөйөүселәр Хәйҙәр Тапаҡовтың “Айһылыу” повесын (башы), Рәсүл Сәғитовтың “Тутыҡ сөй” хикәйәһен уҡып кинәнер.

***
Заман экстремаль спорты – погинг һәм декларант һөнәре хаҡындағы белешмәләр ҙә уҡыусыларыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр.

***
Аттың етем баланы ата-әсәле итә алыуына ышанаһығыҙмы? Ышан­маһағыҙ, “Шоңҡар”ҙың 2-се һанындағы Хан ҡушаматлы малҡай хаҡындағы мәҡәләгә күҙ һалығыҙ.

Ғөмүмән, “Шоңҡар” – замандың үҙе кеүек төрлө.

И. ЗАРИПОВ,
«Шоңҡар» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”