RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Төшөмлө” бизнес ҡазаһы

01.03.2013 “Төшөмлө” бизнес ҡазаһы

ҡайһылар “оҙон аҡса” артынан себер тарафтарына барһа, икенселәр Мәскәү кеүек оло ҡалаларға юллана. Ҙур ҡала, әлбиттә, киң мөмкинлектәр аса. Тик быға ҡайһы күҙлектән ҡарайһың әле... Неф­текама ҡалаһынан ике егет бер нисә йыл Мәскәүгә йөрөп эшләй. Эшләй, тигәс тә, аныҡ эш урындары булмай, ваҡ-төйәк төрлө йомошҡа йөрөйҙәр. Ваҡыты-ваҡыты менән улар тыуған ҡалаларына ла ҡайтҡылаған. “Күстәнәстәр” менән. Мәскәүҙә наркотик күпкә арзан икән, уны табыуы ла еңел. Егеттәр баш ҡалала героин алып, Нефтекамала уны бер нисә тапҡыр ҡиммәтерәк хаҡҡа һатҡан. Үҙҙәре күптән энәгә ултырған, шуға клиент табыуы ауырлыҡ тыуҙырмаған.
Ошо көндәрҙә “эшҡыуар” егеттәрҙе Яңауыл ҡалаһының тимер юл вокзалында Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролләүсе федераль хеҙмәт оперативниктары туҡтата. Тентегән ваҡытта 44 доза героин табылған. Әлеге мәлдә тикшереү эштәре бара. Ғәйептәре раҫланһа, Мәскәү алыпһатарҙарын яза көтә.
Ә Өфө ҡалаһында дезоморфин менән сауҙа итеүсе 31 йәшлек ир ҡулға алынған. Уның ғәйебен раҫлар өсөн закон һаҡсылары махсус операция үткәрә. “Шартлы һатып алыусы” наркотик алғас та “бизнесмен”ды эләктерәләр. Тәфтишселәр, ҡаланан бер ҡайҙа ла китмәү шарты менән, судҡа тиклем тип, уны иреккә сығара. Дезоморфин һатҡаны өсөн уға ун йыл төрмә янай.
Бер тапҡыр законды боҙғанһың икән, тәүбәгә килеп тәртипле генә йөрөргә ине лә бит. Тик ир берҙән-бер шаһитты – “шартлы һатып алыусы”ны эҙләргә тотона. Бер айҙан уны таба һәм тәфтишсегә биргән күрһәтмәләрҙән баш тартырға, судта уның файҙаһына сығыш яһарға өгөтләй. Әммә шаһит баш тарта, бүтән бимазаламауын һорай. Ярһыған ир уны подъезда ҡарауыллап тора һәм һыу эскеһеҙ итеп туҡмай. Хәҙер иргә ҡарата тағы бер енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ошо ике ҡылығы өсөн ул 13 йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.
Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”