01.03.2013 ҠАРАМЫШТАР РУХЫ ИҢРӘМӘҺЕН
Башҡорттар быуаттар буйына ҡатмарлы замандарҙың тарих тирмәндәрендә күп әүәләнгән халыҡ, ошо көнгә тиклем нисек һаҡланып ҡалғанбыҙ, Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Һәр һуғыш, уларҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарының яҙмышы, күп томлы тарихи романдарға торошло ваҡиғалар сылбырын үҙ эсенә алыр ине. Әммә, мәғлүмәттәрҙең аҙлығы, тарихи факттарҙың архивтарҙа туҙан аҫтында ятыуы, ваҡытында яҙылмауы, бәлки, юҡ ителеүе, яҙышыусыларҙың ҡулына эләкмәүе ҡулға һуға. Әммә яҙырға теләүселәр өҙөк-өҙөк кенә табылған шәжәрә һәм ревизия яҙмаларынан ата-бабаларыбыҙ ҡан менән яҙған тарих биттәрен күҙ алдына килтерә ала. Аллаға шөкөр, нәҫелдәренең изге эштәрен онотмайынса, шәжәрәләрен тергеҙергә теләүсе рухлы кешеләр ишәйҙе. Уларҙың береһе – хеҙмәт ветераны Салауат ҡарамышев. Ул “Ашҡаҙар” гәзитенең үткән йылғы 10 октябрь һанында “ҡармыш бейҙең уландары” тигән тарихи-публицистик мәҡәләһе менән ата-бабаларының яҡты рухын ҙурланы, минеңсә, күп сауапҡа өлгәште, етмәһә, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ойошторған конкурста еңеүсе булды. Тарихи факттарға тап килгән, мәғлүмәттәргә бай, даталар һәм фотолар менән баҫтырылған иҫ киткес үтемле мәҡәләне уҡығас, ҡайҙан йыя алған, тип, авторҙың мәғлүмәтлегенә һоҡландым. Ул Юрматы ырыуы ерҙәренә аҫабалыҡ алған, дәрәжәле нәҫелдән һәм Башҡортостаныбыҙ дәүләтселеген булдырыуҙа алғы сафта көрәшкән шәхестәрҙең лайыҡлы вариҫы булыуы менән һоҡландырҙы. Мәҡәлә уй-хистәремде ҡуҙғытты. ҡарамыштар рухы “вариҫтарыбыҙ беҙҙе онотто” тип иңрәмәһен ине. Бының өсөн Юрматы ырыуы ерендә урынлашҡан Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларының берәр урамына ҡарамышевтар исемен бирергәлер, бәлки.
ҡатмарлы замандар илебеҙ тарихын да ҡатмарлаштыра. Баш ҡалабыҙ Өфөлә ағалы-ҡустылы Кадомцевтар урамы бар! Шул фамилияны йөрөткән туғандарҙың большевиктар партияһына тоғро хеҙмәте өсөн бирелгән.
Улар шикелле оло “хеҙмәттәр” күрһәткән шәхестәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙың Темәстән һуңғы баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ла күп булған. Улар ҙа яуызлыҡтары өсөн үҙ заманының геройҙары булып танылған һәм ауылдарҙа йөрөп, совет власы исеменән йөҙәрләгән башҡорттоң йәнен ҡыйған. Шул хәрби командирҙарҙың исемдәре ҡалаларыбыҙ урамдарын “биҙәй”, ә башҡорт шәхестәренең исемдәрен ҡушырға урамдар “табылмай”, аптырағас, уларҙың исемен унлаған ғына йорто булған урамдарға илтеп ҡушабыҙ, йә аҡса юҡлыҡҡа һылтанабыҙ.
Стәрлетамаҡта Дауыт Юлтый, Шәйехзада Бабич, Мөхәмәтша Буранғолов һәм башҡа шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙе яҡын йылдарҙа ғәмәлгә ашырырға кәрәк.
Һүҙ менән ғәмәл араһында айырма илде тәрән көрсөккә илтеп олаҡтырған заманда башҡа проблемалар ҙа етерлек. Иҡтисад хөрт, халыҡтың күпселеге эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ сәбәпле көндән-көн ярлылана, ил буйынса иң күп аҡса мәғарифҡа бүленһә лә, киләсәк быуыныбыҙ яман ғәҙәттәргә тартылыу сәбәпле өмөтһөҙлөк һаҙына яҡынлай. Шундай үкенесле хәл-күренештәр айыҡ аҡыллы кешеләрҙе шомландыра. Бер уйлаһаң, халыҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелә барған заманда урамдарҙың исемен алмаштырыу, шәхестәргә һәйкәлдәр ҡуйыу мәсьәләләрен күтәрергә кәрәкмәҫ тә кеүек. Әммә арҙаҡлы, ысын шәхестәребеҙҙе балалар белергә тейеш.
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.