01.03.2013 Һабаҡташтар йәнә бергә
Яңыраҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар туған уҡыу йортона осрашыуға йыйылды. Уҙған йылдарҙа бындай сара факультеттар сиктәрендә генә үткәрелһә, быйыл ул тәүге тапҡыр университет кимәлендә ойошторолдо. Унда уҡыу йорто менән бәйле булған һәр кеше килә алды. Әммә өлкәнерәк быуынға саҡырыу билеттары таратылды.
Быйыл БДПУ асылыуға 46 йыл тула. Тәүге сығарылыш 1971 йылда була. 70-се, 80-се, 90-сы йылдарҙағы студенттарҙың күрешеүе айырыуса сағыу булды. Курсташтарҙың бәғзеләре 15 − 20 йыллап осрашҡаны юҡ ине. Кисә сараларға бай булды. Белем усағынан үҫеп сыҡҡан билдәле шәхестәр үҙ һөнәрҙәре буйынса студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Йәштәр педагогика, мәғариф, һынлы сәнғәт, журналистика буйынса өлкән коллегаларынан фәһем алды. Шулай уҡ сәйәсәт клубы ултырышы, экология мәсьәләләре буйынса «түңәрәк өҫтәл», шиғриәт майҙаны кеүек оҫталыҡ дәрестәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. һуңынан концерт ойошторолдо. Унда үҙешмәкәр ансамблдәрҙә, түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән элекке студенттар сығыш яһаны. Һынлы сәнғәт һәм графика факультетында уҡып сыҡҡан рәссамдарҙың күргәҙмәһе ҡуйылды, кисә дауамында ирекле микрофон эшләп торҙо. Микрофон алдына баҫыусылар видеоға төшөп, хәтирәләре менән бүлеште, теләктәрен әйтте һәм университет тарихына инеп ҡалды. Гөлфирә ҡотлоева, тәрбиә эштәре буйынса белгес, осрашыуҙың ойошторолоуы хаҡында:
− ҡунаҡтарға тарих кабинетында ҡуйылған стендтар күрһәтелә. Унда тарихи музей буласаҡ. Реконструкция эштәре башланған да инде. Университетта уҡып сығыусыларҙың музейҙы булдырыуға шулай уҡ үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, уларҙы тарих кабинеты менән таныштырабыҙ, − тине.
БДПУ ректоры Рәил Әсәҙуллин үҙе лә ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлаған. Шуға ла сәхнә түренә ул сығарылыш уҡыусыһы ла, етәксе лә сифатында сығып баҫты.
− Университет үҙенең 46-сы ҡышын ҡаршылағанда элекке студенттарҙы йыйыуыбыҙ − бик шатлыҡлы күренеш. Халыҡ йыйылырмы, ҡунаҡтар килеп етә алырмы, тип тулҡынланып та алдыҡ. Ойоштороу эштәренең төп өлөшө студенттар, уҡытыусылар иңенә ятты. Шуға тәү сиратта уларға рәхмәт әйтергә кәрәк, − тине ул.
Концертты БДПУ-ны тамамлаған билдәле сәсәниә, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Розалиә Солтангәрәева асып ебәрҙе. Башҡорт һәм рус телендә ҡойолған ҡобайыры яҡтылыҡҡа, именлеккә теләк булып яңғыраны. «Уҡыу йортон тамамлағанда бер түгел, биш диплом алдым, сөнки ул ваҡытта йәмәғәт һөнәрҙәре факультеты эшләй ине. Остаздарымдың бөтәһенә лә бик рәхмәтлемен», − ти Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы. Бөгөн Башҡортостан Президенты аппараты хеҙмәткәре Радик Абдулхаҡов етәкселегендә 70-се, 80-се йылдарҙа гөрләп торған «Саквояж» ансамбле йәнә тупланып, сәхнә түренә баҫты. Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, БДПУ-ның сығарылыш студенттары ассоциацияһы рәйесе, студент йылдарында вокаль түңәрәккә йөрөгән булған икән. Баянға ҡушылып, ул Рәми Ғарипов һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова яҙған «Үтте лә китте йәшлегем» йырын башҡарҙы.
Сағыу сығыштарға бай булды был көндө БДПУ-ның тамаша залы. 90-сы йылғы студенттар, уҡыуҙы бер нисә йыл элек кенә тамамлаған белгестәр ҙә сәхнәгә күтәрелде. Киләсәктә бындай осрашыу йолаға әйләнер, элекке студенттар биш йылға бер тапҡыр булһа ла оло ҡорға йыйылыр, тигән өмөттә барыһы ла.
М. ИҡСАНОВ.