01.03.2013 Мосолманға ипотекаға фатир алырға яраймы?
Рәсәйҙә генә түгел, бар донъяла билдәлелек яулаған ислам теологы Шамил Әләүетдинов − бик күп мәҡәлә һәм китап авторы. Уларҙың дөйөм тиражы 400 мең дана тәшкил итә. Шамил Рифат улы 1974 йылда Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1991 йылдан Рәсәйҙең Европа өлөшө мосолмандарының Диниә назаратында эшләй. 2002 йылдан ул мөфтөйҙөң дини мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, ә өс йылдан ошо ойошманың ғилми-дини советы етәксеһе була. 1997 йылдан бөгөнгәсә – Мәскәү Мемориаль мәсетенең имам-хатибы. Биш бала атаһы.
Ошо көндәрҙә Шамил хәҙрәт Өфөгә килде. Ул Конгресс-холда “Триллионер уйҙары” семинарын уҙғарҙы. Хәҙрәт мосолман ҡиммәттәре тормошто нисек бәхетле һәм уңышлы итә алыуы, алға маҡсаттар ҡуйып, йәшәйеште ыңғай яҡҡа үҙгәртеү юлдары тураһында һөйләне. Шамил Рифат улына бер нисә һорау биреү мөмкинлеге булды.
– Шамил хәҙрәт, киң мәғлүмәт сараларында матур, еңел һәм бай, йәғни гламур тормош киң пропагандалана. Ошондай болғанышта нисек үҙеңдең асылыңды юғалтмаҫҡа?
– Дөрөҫөн әйткәндә, бер ниндәй ҙә пропаганданы тоймайым, сөнки күп йылдар телевизор ҡарамайым, “һары” гәзиттәрҙе, интернет яңылыҡтарын уҡымайым. “Триллионер тыңлай” тип аталған китабымды уҡып, тормоштоң матурлығын аңларға (бигерәк тә иманлы кеше булһаң), триллионер тематикаһына инергә кәңәш итәм.
Фани ҡиммәттәрҙән юғары булып, шул уҡ ваҡытта Аллаһ биргән ниғмәттәр һәм хозурлыҡтар менән ҡулланып йәшәү тураһында: “Кем Аллаһтың кешеләр өсөн булдырған биҙәүҙәрен (күҙҙе һәм йөрәкте ҡыуандырырлыҡ изге, нәфис, ҡупшы бөтә нәмә) һәм рәхәтлектең иң яҡшыһын (аҙыҡ-түлек) тыйҙы?! Был (тормош матурлыҡтары менән ҡуллана белеү) тулы кимәлдә (рөхсәт ителгән) иманлы кешеләргә (бөтә кешеләргә кеүек үк, тик ҡайһылар нигеҙһеҙ үҙҙәренә тыйыу уйлап сығара), ә бына ахыры көндә (унан һуң да) ожмах матурлығы, рәхәтлеге – тик иманлыларға ғына. Шул рәүешле Беҙ (донъялар Хакимы әйтә) белемле кешеләргә билдәләрҙе аңлатабыҙ” (ҡөрьән, 7:32).
– “ТНВ” каналы өсөн интервью биргәндә, балаларыма аҙнаһына ике сәғәт кенә телевизор ҡарарға рөхсәт итәм, тип әйткәйнегеҙ. Ни өсөн?
– Замана телевидениеһының файҙаһынан зыяны күп. Балаларым дискыға яҙҙырылған инглиз телендәге йәнһүрәттәрҙе генә ҡарай.
– “Триллионер уйҙары” семинарығыҙ тураһында интернет форумдарында һөйләшеүҙәр әүҙем барҙы. Шунда берәү: “Шамил Әләүетдинов ислам тураһындағы белемдә аҡса эшләй, ә был хәрәм”, – тип яҙа. Ошо турала нимә әйтерһегеҙ? Ғөмүмән, тәнҡитте нисек ҡабул итәһегеҙ?
– Донъяға шулай ҡараусы кеше минең семинарыма килмәй икән, бер нәмә лә юғалтмайым. Ваҡыт туҡтауһыҙ алға елә, шуға ла һине аңлаған һәм һинең менән бер тулҡында булғандар менән аралашҡы килә.
“Аҡса эшләй”гә килгәндә... Шулай уйлаусы үҙе, моғайын, файҙа килтерерлек бер генә етди эш тә башҡармағандыр (ҡоро һүҙҙе иҫәпкә алмағанда) һәм сит кеше иҫәбенә йәшәйҙер.
Ни тиклем билдәлелек яулайһың, шул тиклем һине кәмһетергә (китаптарымды уҡымағандар һәм вәғәздәремды тыңламағандар) теләүселәр арта. Быны донъяуи ҡараш менән ҡабул итһәң, әлбиттә, ауыр, сөнки һәр кемдә булған бәҫ тойғоһо миндә лә бар. Ә үлемдән һуң көткән контекста ҡараһаң, был – хуш еҫле ожмах баҡсалары һәм үтә күренмәле саф һыулы йылға сылтырауы. Үҙемә һәм башҡаларға тормоштоң мөһим аспекттарын иҫкә төшөрәм:
1) “Яҡшы һәм насар бер иш түгел (улар төрлө. Яуызлыҡҡа аҡлау юҡ. Әгәр ҙә берәйһе һиңә насарлыҡ ҡылһа, хис-тойғоларыңды тынысландыр, үҙеңә үҫеү һәм камиллашыу мөмкинлеге булдыр). Яуызлыҡҡа һиндә булған бөтә яҡшылыҡ менән яуап бир. Һинең (иң алама, иң насар) дошманың (һине күрә алмаған) иң яҡын дуҫыңа (һинең хаҡта хәстәрлек күргән) әйләнгәнен күрерһең (ҡөрьән, 41:34).
2) Әлеге интернет-быуын дини белемһеҙлектән яфалана. Хатта ҡайһы саҡ үҙенең йәки кемдер таҡҡан тәрбиәһеҙлек арҡаһында психологик бәйлелеккә дусар була. Улар белемһеҙлеге һәм ҡурҡыуы арҡаһында ябай яуаптарға, тормошҡа ябай ҡарашҡа, ябай фекергә ынтыла. Төрлө ырым-хөрәфәткә, “магик” фекерләүгә ышаналар, уларҙың ҡиммәттәрен инҡар итеүселәрҙе хатта үлтереүҙәре ихтимал. Бындай кешеләр проблемаларын хәл итергә вәғәҙәләгән власлы лидер янында булырға тырыша. Нимә яҡшы, ә нимә насар, кем хаҡлы, ә кем хаҡһыҙ икәнлеген белергә, кемгә ышанырға, йә кемде күрә алмаҫҡа кәрәклеген тик уның ауыҙынан ишетергә теләй. Демагогтар бындай кешеләрҙе илһөйәрлеккә өндәп, йә башҡаларҙың уның дини фекере менән иҫәпләшмәүенә баҫым яһап, еңел генә манипуляциялай.
Ошондай фекерләү туннелендә ҡалған кешенең киләсәге хәүефле. Мосолман ҡиммәттәре кешегә иҫ киткес тәрән һәм киң мөмкинлектәр аса. Әммә бының өсөн иң алда үҙеңде рухи, интеллектуаль һәм физик яҡтан тәрбиәләргә кәрәк.
3) “Хаҡ Аллаһ Уның юлынан киткән һәр кем тураһында белә һәм Уның оло юлынан тура барыусыны белә (шуға күрә башҡаларҙы ғәйепләмәгеҙ һәм кәмһетмәгеҙ, ә мөмкинлек, ваҡыт һәм көс булған саҡта үҙегеҙ өҫтөндә эшләгеҙ)” (ҡөрьән, 68:7).
4) “Иманлы кеше хурлаусы (абруй төшөрөүсе, әрләүсе), ҡарғаусы, тупаҫ (әҙәпһеҙ ҡыланыусы), әрләүсе һәм бысраҡ телле булырға тейеш түгел”, – тигән Алланың һуңғы илсеһе.
5) Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.) киҫәткән: “Кем кешенең аллаһыҙлығына баҫым яһап, “эй, Аллаһ дошманы” тип мөрәжәғәт итһә, ә ул ошо мәлдә улай булмаһа (унда әҙ генә булһа ла Аллаһҡа ышаныу булһа), шул саҡта әлеге һүҙҙәр әйтеүсенең үҙенә әйләнеп ҡайта (әлеге ғәйепләү менән үҙ-үҙен имандан яҙҙыра. Ул үҙенә бик күпте ала, сөнки был уның хоҡуғы һәм хәстәре түгел)”.
6) “Хаҡлы рәүештә, мөлкәтегеҙ (ҡулығыҙҙа булған байлыҡ менән. Был зәҡәт тә, яҡындарҙың ярҙамы ла, иҡтисади көрсөк йә бур арҡаһында матди юғалтыуҙар һ.б.) һәм үҙегеҙ (эмоциналь, рухи һәм физик ныҡлыҡты һынай торған һынауҙар) һыналыусы (уның аша иманығыҙҙың ныҡлығы, рухығыҙ, эске донъяғыҙ асыла). Тағы ла Китап кешеләре (насраниҙар, йәһүдтәр) һәм мәжүсиҙәр һүҙ менән килтергән ауыртыуҙар һынау булыр (улар һеҙгә тәнҡит һәм әр-битәр яуҙырыр). Әммә түҙемле (сабырлыҡ менән күп насарлыҡты еңерһегеҙ, ҡара уйҙарҙы юҡ итерһегеҙ, ғәфү итә алырһығыҙ) һәм дини булып ҡалһағыҙ (һеҙгә насарлыҡ ҡылһалар, намыҫығыҙға тейһәләр, яуызлыҡ менән яуап бирмәһәгеҙ), был – бөйөк эш. Ул һеҙҙән сабырлыҡ һәм тәүәккәллек талап итә (һәр кем ундай була алмай. Әммә кеше үҙен шулай тота ала икән, тимәк, ул аҡыллы һәм оло йөрәкле)” (ҡөрьән, 3:186).
– Нисек уйлайһығыҙ, Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында ислам дине нисек күрһәтелә?
– Әлегә бик әҙ һәм хаталы.
– Күп мосолман ғаиләһенең торлаҡҡа бәйле проблемалары бар. Ипотекаға фатир алырға яраймы?
– Европала әгәр ҙә ғаилә фатирһыҙ икән, мохтажлығы һәм сараһыҙлығы иҫәпкә алынып, улар кредитҡа торлаҡ ала ала. Ә бына Рәсәйҙә процент ставкаһы бик юғары. Шуға күрә ғүмерлек бурысҡа батмаҫ өсөн килешеүҙәрҙе ентекләп уҡырға, бөтә яҡтан һаҡланыу сараһы күрергә кәрәк.
– Бер интервьюла, эш көнөм бик иртә башлана, тигәйнегеҙ. Нисек барыһына ла өлгөрөргә?
– Тормошҡа икенсе төрлө ҡараш булырға тейеш. Шул саҡта бар эшкә лә ваҡыт та, көс тә табылыр. Бәләкәй генә кәңәш – төшкө аштан һуң 20 минут булһа ла серем итеп алығыҙ. Һәм киске сәғәт 11-гә тиклем йоҡларға ятығыҙ.
– ҡайһылар хөкүмәткә, урындағы власҡа зарланырға ярата. Эш юҡ, пенсия бәләкәй һ.б. тип йөҙ һыуын түгәләр. Уларға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– “Манн, Иванов һәм Фербер” нәшриәте “Йәш бәхете. Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәүселәрҙең нимәһе оҡшаш?” тигән китап сығарҙы. Ололарға аҡсаһын һәм ваҡытын йәлләмәйенсә ошо китапты һатып алып, өйрәнергә кәңәш итәм. Ә йәштәр “Триллионер тыңлай” һәм “Триллионер уйлай” китаптарын уҡыһын.
ҡөрьәндә: “Хаҡлы рәүештә, кеше үҙҙәрен үҙгәртмәйенсә, Аллаһ уларҙың торошон үҙгәртмәйәсәк (үҙенең ҡыланыштарында, тормошҡа ҡарашында ыңғай яҡҡа үҙгәреп, кеше Аллаһтың фатихаһына һәм мәрхәмәтенә өлгәшә. Ә рухи яҡтан серей һәм түбәнәйә башлаған кеше енәйәттәр ҡыла, төрлө гонаһтар эшләй. Шул рәүешле үҙенә язалар килтерә). Әгәр ҙә Аллаһ яуызлыҡ килеүен теләһә (төрлө көрсөктәр, тәбиғәт катаклизмдары, шәхси проблемалар һ.б.), быға берәү ҙә ҡаршы тора алмаҫ. Кешенең Унан башҡа бер генә лә ысын һаҡлаусыһы һәм ҡурсалаусыһы юҡ (Аллаһ бойороғона һәм фатихаһына ҡаршы сығырлыҡ бер генә лә инстанция юҡ)” (ҡөрьән, 13:11). Кешенең тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрәме, әллә кирегәме, был уның үҙенән тора, тырышлығы йә эшһеҙлеге һөҙөмтәһендә Аллаһтың фатихаһын ала. Ул бөтәһен дә ишетә һәм барыһы хаҡында белә.
Гүзәл ЙОСОПОВА әңгәмәләште.