RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сифатлы белемгә – яңы эш алымдары аша

01.03.2013 Сифатлы белемгә – яңы эш алымдары аша

Сифатлы белемгә – яңы эш алымдары аша
Шишәмбелә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында XIII «Мәғариф. Фән. Карьера» махсуслаштырылған күргәҙмәһендә энә төртөрлөк тә урын юҡ ине. Уны РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты, БР Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамы менән БР Мәғариф министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Башҡор­тостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторҙо. Был сара 2000 йылдан алып үткәрелә һәм республиканың белем биреү өлкәһендә төбәк-ара оло ваҡиға булып һанала. Йола буйынса иң ҙур мәғариф форумдарының береһе булған сарала республиканың, Рәсәйҙәге башҡа төбәктәрҙең мәғариф учреждениеларының тулы спектры тәҡдим ителә.
Урта һөнәри һәм юғары белем биреү буйынса актуаль проблемаларҙы хәл итеү, эшлекле фекерҙәр менән алмашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ-форум­ға быйыл Рәсәйҙең 16 төбәгенән 130-ҙан ашыу экспонент йыйылды. Башҡор­тостандың уҡыу йорттарынан тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ектеринбург, Силәбе, Ырымбур, ҡазан, Магнитогорск һәм Воронеж ҡалаларының юғары мәктәптәре әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ нәшриәт йорттары, уҡыу ойошмалары өсөн мебель етештереүселәр һәм төбәктең мәктәп формаһы тегеүсе предприятиелары ла экспозицияларын тәҡдим итте.
Сифатлы белемгә – яңы эш алымдары аша
– Өфө ҡалаһы әленән-әле юғары кимәлдә мөһим саралар ойоштороуы менән дан алған. «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһендә мәғариф системаһының аҡыл продукттары, иң алдынғы уҡыу йорттарының ҡаҙаныштары тәҡдим ителә. Бында уҡыу йортоноң тарихы менән генә түгел, ә уның киләсәккә пландары менән дә танышырға мөмкин, – тине РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Александр Дегтярев, сараны асып. – Йәмғиәттең дәүләттән сифатлы һәм юғары белем талап итергә хоҡуғы бар. Бөгөн смарт-университеттың ни икәнен төшөнөрһөгөҙ, электрон белем алыу төрҙәрен белерһегеҙ. Киләһе йыл был сараға сит ил уҡыу йорттарын да саҡырыу­ҙы күҙаллайбыҙ.
Эйе, күргәҙмәне уҡыу йорттарының, мәғариф һәм фән индустрияһы ҡаҙаныштарының йәрминкәһе тип атарға мөмкин. Уҡыу алдынғылары, олимпиада еңеүселәре, грант яулаусылар үҙҙәренең яңы алымдары, уйлап тапҡан аппараттары, инновацион проекттары менән ихлас бүлеште.
«Мәғариф. Фән. Карьера – 2013» күргәҙмәһендә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары, шулай уҡ башҡа белем биреү учреждениеларында ниндәй факультеттар, специальностар, инеү шарттары һәм конкурс тураһында мәғлүмәт алыу ғына түгел, уҡыу йортоноң һәм ятаҡтың шарттары менән танышыу мөмкинлеге лә бар. Был хаҡта берәүҙәр буклет-брошюралар әҙерләһә, икенселәр тотош фильм төшөргән. ҡазан (Волга буйы) федераль университетының экспоненты янында ҙур мониторҙан күрһәтелгән видеосюжетты ҡыҙыҡһынып күҙәтеүсе йәштәр бихисап булды. Күҙ ҡыҙмаҫлыҡмы ни – университеттың хатта эре кампусы ла бар икән. Маркетинг бүлеге етәксеһе Илдус Суҡмаров әйтеүенсә, барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған студенттар ҡаласығы – ҡазанда уҙасаҡ Универсиада – 2013 бүләге. Был сараға ҡарата төҙөлгән, Рәсәйҙә тиңе булмаған кампуста Универсиадаға тиклем һәм унан һуң да ҡазан (Волга буйы) федераль университеты һәм Волга буйы дәүләт физик культура, спорт һәм туризм академияһы студенттары йәшәй.
Өфө күп профилле һөнәрселек лицейынан Слава Ненашев киң күләмле һәм һөҙөмтәле форумда ҡатнашыуына бик шат:
Сифатлы белемгә – яңы эш алымдары аша
– Мин беренсе курс студенты, инженер-программалаусы буласаҡмын. Лицей тормошо ныҡ оҡшай, яҡшы уҡыйым һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашам. Был уҡыу йортон тамамлағас, мотлаҡ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетына уҡырға инәсәкмен. Бөгөн хыялымдағы университет менән яҡыныраҡ танышыу бәхете тейҙе. Улар уҙғарған экология буйынса викторинала ҡатнашырға өлгөрҙөм.
Форумдың эшлекле программаһы сараларға ифрат бай. Күргәҙмә сиктәрендә вакансиялар йәрминкәһе эшләне, мәшғүллек буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, студенттарға тренинг үткәрелде. Мәҫәлән, «Диплом – ҡулда, ә артабан?» тип аталған тренингта психологтың эш биреүсе менән аралашыу, үҙ-үҙеңде нисек тотоу хаҡында кәңәштәре барыһына ла оҡшаны, буласаҡ белгестәр бик күп файҙалы мәғлүмәт тупланы. Бына-бына БДУ тупһаһы аша сығырға торған Хәмзә Аманов: «Эш биреүсегә барғанда үҙеңде дөрөҫ һәм ыңғай яҡтан күрһәтеү хаҡында айырым фән барлығын белмәй инем. Ниәтем – уға нигеҙ һалыусы психологтың хеҙмәттәре менән яҡын арала танышыу», – ти.
Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм студенттар, уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырмай, башҡа төбәктәрҙең уҡыу йорттары хаҡында күберәк белеп ҡалырға тырышты. Носов исемендәге Магнитогорск тау-техник университетының маркетинг тикшеренеүҙәр бүлеге начальнигы Галина Бакулина әйтеүенсә, уларҙа Башҡортостандан килгән студенттар бик күп. Күршеләрҙең ике институты, биш факультеты урындағы металлургия комбинаты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. МТТУ-ны тамамлаусыларҙың күбеһе артабан тау специальностары талап ителгән ойошмаларға эшкә алына.
Күргәҙмә барышында йәштәргә арнал­ған XXIV республика «Йәштәргә – эш!» акцияһы ла ойошторолдо. Төбәктең алдын­ғы предприятиелары һәм ойошмаларының тәҡдимдәре менән бер урында танышырға мөмкинлек булды. Кадрҙар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эш эҙләүселәргә эшкә урынлашыу шарттары тураһында һөйләне, теләге булғандар ошонда уҡ тест үтте, анкеталар тултырҙы. Бынан тыш, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт ҡануниәтенә бәйле һорауҙарға яуап бирҙе.
Сифатлы белемгә – яңы эш алымдары аша
Бөгөн юғары, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары араһында үткәрелгән «Алтын өкө» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә.
Конференциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, презентациялар форматында ойошторолған форумда 10 меңдән ашыу студент һәм уҡыусы ҡатнашты. Буласаҡ абитуриенттар, уларҙың ата-әсәләре, педагогтар, квалификацияһын үҫтерергә йәки икенсе юғары белем алырға теләүселәр, эш эҙләүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға бындай бай йөкмәткеле һәм файҙалы сарала мотлаҡ яуап таба алғандыр.

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”