RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғоһо уята

26.02.2013 Ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғоһо уята

Ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғоһо уята
«Яҡташтар» проектына ауылдашым, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Нуретдин Да­уытовты тәҡдим итер инем. Әбйәлил районының Тәпән ауылында уның менән бер урамда күрше булып йәшәгәнлектән, хеҙмәт юлын, тормошон күреп, һоҡланып үҫтем.
Һуғыш башланғас, Нурет­дин бабай хәрби комиссариатта йәшен арттырып әйтеп, үҙ теләге менән яуға китә. Һуғыш юлын Белоруссияла снайпер булып үтә. ҡаты яраланып, госпиталдә ята. Тә-нендәге снаряд ярсығы ғүмеренең ахырынаса һуғыш осорон иҫләтеп тора. ҡыйыу, көслө ауылдашымдың ҡаһарманлығын ҡыҙыл Байраҡ ор­дены һәм башҡа күп орден-миҙал иҫбатлай. Ты­ныс тормошта Нуретдин Ла­тиф улы ғүмере буйы Калинин исемендәге колхозда тракторҙа эшләне. Уның үҙе кеүек боҙолоу белмәҫ «ҡорос аты» мәңге эш өҫтөндә ине. Колхоздың алмаштырғыһыҙ тракторсыһы эштән нисек арып ҡайтһа ла, кеше йомошон кире ҡаҡманы.
Яу яланында ла, тыныс тормошта ла дан ҡаҙанған, эшһөйәрлегенә һәйкәл ҡу­йыр­лыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә тыныс ултырып толҡа тапманы. Һәр хәлдә, хаҡлы ялдағы бабайҙар рәтендә өй алдындағы эскәмйәлә ултырғанын күрмәнем. Һалмаҡ баҫып, ҡулына көрәк йә тәпке тотоп, картуф баҡсаһына барыр, йә яурынына һалып балан, ҡомалаҡ йыйып алып ҡайтыр ине. Уның мәңге ниндәйҙер эш менән булышыуы әле лә күҙ алдымда. Үҙ донъя­лары менән йәшәгән балаларына йорт та һалышты, бөтә хужалыҡ эштәренә лә етеште.
Һағынып һөйләрлек йылы хәтирәләр һаҡлаған, бәхетле бала сағым үткән урамыбыҙға тик ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғоһо уятҡан Нуретдин Дауытовтың исемен биреү бик дөрөҫ булыр ине.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.

Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”