26.02.2013 «Абдрахман» еңеүгә илтте
Учалынан йәш йырсы Илдар Жамаловҡа жюри ағзалары, һиңә халыҡ йырын башҡарыу оҫталығы әсә һөтө менән бирелгән, ти
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа... − башҡорт халыҡ йыры «Абдрахман» кемдәрҙе генә әсир итмәгән! Тап ошо йыр менән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенты Илдар Жамалов «Урал дуҫтарын йыя» исемле халыҡ-ара конкурс-фестивалдә гран-при яуланы. Жюри ағзаларының өсөһө лә − Берлин симфоник оркестры солисы Кристина Гайслер ҙа, Мәскәү хор сәнғәте академияһы доценты Лариса Рощина ла, Мәскәү опера студияһы дирижеры Евгений Грасеев та Илдарҙың халыҡ йырын башҡарыу оҫталығына иң юғары балл ҡуйып, егеткә ошо йүнәлештә үҫергә кәңәш бирҙе. Кубок һәм диплом тапшырғанда улар, халыҡ йырын башҡарыу оҫталығы һиңә әсә һөтө менән бирелгән, гендар аша тапшырылған, вокалға уҡымаған хәлдә лә һиндә был һәләт булыр ине, тигән.
− Бәйгегә китеп барғанда, барыбер ниндәй ҙә булһа урын яулайым, тип барҙым, уҡытыусым Дилара Сәхәүетдинова ла, һин булдыраһың, тип дәртләндерҙе, ләкин гран-при алырмын тип башыма ла инмәгәйне, − тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Илдар. − Сөнки унда бик көслө, талантлы йырсылар ҡатнашты, Мәскәүҙән килгән жюри ағзалары ла ныҡ талапсан булды, һәр ҡатнашыусыны энә күҙәүенән үткәрҙе.
Бынан тыш, Илдар академик вокал номинацияһында ла үҙ көсөн һынап, өсөнсө урынды ала. Был номинацияға ул итальян композиторы Гаэтано Донецеттиҙың «Һөйөү шарабы» исемле операһының төп геройы Немориноның «Йәшерен күҙ йәше» тигән романсын (итальян телендә) һәм Рөстәм Яхиндың «Китмә, һандуғас» (татарса) йырын әҙерләй. Тырыш егет ижади бәйгенән илһамланып, ҡанатланып ҡайтып, камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тип артабан да тауышы өҫтөндә эшләүҙе дауам итә. Учалы тенорын тиҙҙән «Башҡорт йыры» һәм «Дуҫлыҡ моңо»нда ла ишетәсәкбеҙ − был конкурстарҙа ҡатнашыу студент өсөн үҙе мәртәбә.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.