22.02.2013 Үлмәҫ элек ҡәбер ҡаҙымайыҡ
Бер мөхәррир ярым ысын, ярым шаяртып, мине “гәзит ене ҡағылған кеше” тип йөрөтә. Ысынлап та, бала саҡтан көн дә гәзит-журнал, китап уҡып өйрәнгән кешене бөгөнгө ваҡытлы матбуғаттың аяныс хәле битараф ҡалдыра алмай. Нишләп йылдан-йыл яратҡан баҫмаларыбыҙҙың тиражы кәмегәндән-кәмей бара? Быға кем ғәйепле? Ошо һорау мине генә түгел, бөтә йәмғиәтебеҙҙе борсой тиһәң дә, хата булмаҫ. Үткән быуаттың 80-се йылдарынан һуң тыуғандар өсөн гәзит-журналдар бөтөнләйгә ят күренешкә әүерелде. Улар араһында хатта “һары баҫма”ларҙы ла уҡыусылар юҡ кимәлендә. Телевидение, интернет, айпад һымаҡ заманса техник саралар киң һәм ҡапыл таралған саҡта формалашҡан быуын өсөн ҡағыҙ баҫмалар архаик күренешкә әйләнде. Йәш быуын өсөн бөгөн компьютерҙың хатта клавиатураһы, төрткөһө иҫке-моҫҡо нәмәгә әйләнә бара. Японияла ғалимдар кеҫә телефоны менән йыш ҡулланған кешеләрҙең уң ҡулының баш бармағының формаһы үҙгәрә барыуын күҙәткән.
Хәҙерге йәштәр подписканың нимә икәнен дә белмәй. Былтыр социологтар Мәскәү студенттарына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тураһында биргән һорауға, уларҙың 52 проценты подписканы “прокурор биргән документ” тип уйлаған. Гәзит-журналға яҙылыу ғына түгел, был һүҙҙең мәғәнәһе икенсе төрлөгә үҙгәрҙе. Бер нисә йылдан әлеге студенттар ғаилә ҡороп донъя көтә башлағас, был күрһәткестең тағы ла түбәнәйеүен көтөргә генә ҡала. Ошондай шарттарҙа ҡағыҙ баҫмаларҙың, шул иҫәптән китаптарҙың киләсәге бармы? Әллә интернет матбуғатты, киноны, телефонды, телеграфты, радионы алмаштырасаҡмы? Элек тик гәзит-журналда бирелгән мәғлүмәтте хәҙер теләгән һәр кем бөтә донъя селтәрендә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ сығара ала. Ошо шарттарҙа гәзит-журналдың кәрәге бармы? Ундағы үҙешмәкәр “журналистар”ҙың мәҡәләләре профессиональ ҡәләм эйәләренекен алмаштыра аламы? Яңы фотоаппараттарҙың киң таралыуы профессиональ фотографтарҙы эшһеҙ ҡалдыра яҙҙы түгелме һуң?
Ваҡытлы матбуғат баҫмаларының төп бурысы булып донъяны сағылдырыу торҙо. Һәр баҫма дөйөм бер шаблон буйынса йәмғиәттең бөгөнгө панорамаһын бирергә тейеш. Был трафарет “сәйәсәт – иҡтисад – йәмғиәт – мәҙәниәт – спорт – ял” тигән көнүҙәк булып торған проблематиканы үҙ эсенә ала ине. Уҡыусылар был шаблондың ҡайһы бер биттәренә битараф булһа ла, һәр кемдең яратып көтөп алған темалары һәм авторҙары уларҙы гәзит-журналды алырға, уҡырға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә көткән рубрикаларҙа уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек материал булмаһа, ул был баҫманы уҡымай һәм алдырмай башлай. Ошо темалар буйынса күберәк уҡыусының иғтибарын йәлеп итерлек яҙыусы журналистарҙы ҡайҙан алырға һуң? БДУ-ның журналистика бүлеге насар белгестәр әҙерләй, тип әйтеп булмайҙыр. Нишләп ошо талаптарға яуап бирерлек журналистарыбыҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ һуң? Матур һәм оҫта яҙа алған журналистарыбыҙ бар, әлбиттә. Әммә нишләптер улар араһында даими рәүештә уҡымлы материалдарын биреүселәр һаны самалы ғына. Яҡшы сифатлы мәҡәләләрҙе бик һирәк кенә сығарыуҙы хуп күрәләр. Тимәк, бының беҙгә генә аңлашылып етмәгән берәй объектив сәбәбе барҙыр.
Төрлө яңылыҡтар интернет селтәрендә тиҙерәк тарала. Был йәһәттән гәзиттәр уның менән ярыша алмай. Әммә интернет менән халыҡтың уртаса 47 – 48 проценты ғына (ауыл ерендә тағы ла әҙерәк) ҡулланғанда гәзит-журналды һаҡлап ҡалыу резервтары етерлек әле. Интернет-компанияларҙың үҙҙәренең ҡағыҙ варианттарын сығара башлауы ла өмөт уята. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған проблемаларҙы ла, әлбиттә, тик профессиональ журналистар ғына ентекләп тикшереп, мауыҡтырғыс итеп әҙерләп бирә ала. Хәҙерге фотоаппараттар һәр кемгә яҡшы фото төшөрөргә мөмкинлек бирһә лә, тик Флүр Ғазин, Нәсих Хәлисов һ.б. кеүек профессиональ фотографтар ғына тейешле ракурсты, ябай кеше күрә алмаған матурлыҡты, нескәлекте төшөрә ала икәнен яҡшы беләбеҙ. Был йәһәттән ҡайһы бер журналистарҙың интернеттан алған материалдарҙы биреүен ыңғай күренеш тип баһалап булмай. Бындай мәҡәләнең “йәне” булмауын иғтибарлы уҡыусы күреп тора. Шуның арҡаһында был баҫмаға булған ихтирам тойғоһо юҡҡа сыға. Тик йөрәктән сыҡҡан ғына әҫәрҙәр гәзит битен биҙәй. Интернеттан алынған материалда хаталар ҙа булыуы мөмкин. Мәҫәлән, бер баҫмала “терпе энәләрендә алма йөрөтә” тигән хаталы хәбәрҙе баҫтырыуы уҡыусыларҙы яңылыштыра (уйлап ҡараһаң, терпенең был “һәләт”енең булыуы бер нисек тә мөмкин түгел бит). Интернет материалдарына өҫтөнлөк биргән журналистар үҙ ҡулдары менән гәзиткә “ҡәбер ҡаҙа” түгелме? Интернетты, киреһенсә, гәзит-журналды популярлаштырыу өсөн ҡулланыу яҡшыраҡ. Мәҫәлән, “Комсомольская правда”, “Коммерсантъ” гәзиттәренең, үҙҙәренең интернет-версияһынан тыш, радио һәм телеканалдары һәйбәт кенә эшләп килә. ҡағыҙ битендә баҫылған мәҡәләнең киңәйтелгән вариантын бөтә донъя селтәрендә уҡыу мөмкинлектәре лә киң ҡулланыла. “Бонус”, “Московский комсомолец” гәзиттәре ҡулланған QR-код та (QuickResponse) традицион гәзиттең мөмкинлеген киңәйтә. Материал менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған уҡыусы был код аша уның менән ентекләп таныша ала. Башҡорт баҫмаларына ла был ысулдарҙы файҙаланыу кәрәктер. Беҙ, авторҙар, яҙған мәҡәләләр редакция хеҙмәткәрҙәре тарафынан мөхәррирләнә. Әммә был эш менән шөғөлләнгән редакция хеҙмәткәренең ҡарашы автор позицияһына тура килмәүе арҡаһында ҡайһы бер мөһим фекерҙәр һәм факттар төшөрөп ҡалдырыла. Мәҫәлән, “әсәлек капиталы” тураһында закон ҡабул ителгәс, Башҡортостанда өсөнсө һәм унан күберәк бала тапҡан ғаиләләргә республика иҫәбенән ер һәм 100 мең һум аҡса бирергә кәрәген иҫбатлап яҙған мәҡәләмде үҙебеҙҙең ике башҡорт баҫмаһы ҡабул итмәне: йәнәһе, беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ юҡ. Дөрөҫ, баш мөхәррирҙәр отпускыла ине. ҡайһы берҙә авторҙың мәҡәләһе танып булмаҫлыҡ үҙгәрә. Был йәһәттән рерайт тигән ысулды файҙаланыу кәрәктер. Мәҡәләне камиллаштырыу эше авторҙың фекерен үҙгәртмәҫкә тырышып ҡыҫҡартыу өсөн уның менән кәңәшләшеп эшләнелмәүе күңелде ҡыра. ҡайһы бер мөхәррирҙәрҙең, беҙҙә аналитика юҡ, тигәне лә ошоноң менән бер аҙ бәйле, сөнки мәҡәләне эшкәртеүсе хеҙмәткәрҙең төрлө сәбәптәр арҡаһында авторҙың логикаһын аңлап етмәүе лә бар бит. Был авторҙа артабан яҙышыу дәртен һүндерә.
Гәзит биттәрендә урындағы власты тәнҡитләгән материалдарҙың булмауы, булған осраҡта ла уға тейешле яуап бирмәүҙәре журналистиканың бәҫен төшөрә. Журналист һүҙенә булған битарафлыҡ, уның йәшәү шарттарына, алған эш хаҡына тейешле иғтибар булмау ҙа журналистар корпусына юғары квалификациялы кадрҙарҙы йәлеп итергә булышлыҡ итмәй. Журналистарға эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе лә онотолоп килә. Баҙар реформалары һүҙ иркен матди яҡтан “ауыҙлыҡлап”, “дүртенсе власты” журналистар ҡулынан төшөрөп ҡалдырҙы. Был иһә коррупция кеүек сирҙең йәмғиәтте баҫып алыуына килтерҙе.
Гәзит-журналдың тиражына уларҙың бигерәк тә күп булыуы ла кире йоғонто яһай. Бөгөн Рәсәйҙә яҡынса 70 мең баҫма рәсми теркәлгән. Улар араһында корпоратив һәм тармаҡ, байҙарҙың үҙ ҡатындарына, һөйәркәләренә тип асылған баҫмалары уҡыусыны албырғата шикелле. Уларҙың яҡынса илле меңенән ҡотолорға булыр ине. Мәҫәлән, Германияла ни бары 6 мең гәзит-журнал теркәлгән. Подписка мәсьәләһе лә дәүләт ярҙамын талап итә. Бөгөн гәзит-журналға яҙылыу хаҡын арзанайтыу өсөн 3,318 миллиард һум аҡса бүленә. Бер уҡыусыға уртаса ярты евро ғына тура килә. Шул уҡ Германияла дәүләт уртаса 70 − 90 евро бүлә. Голландияла вуз студенттарына иҡтисади баҫмалар бушлай таратыла. Францияла йәштәргә бер көндәлек гәзиткә бушлай яҙылырға була. Германияла һәр мәктәп уҡыусыһы бушлай яҙҙыртҡан утыҙ журнал сыға. Йәш быуындың ҡағыҙ баҫмаларҙы уҡымауы был Көнбайыш дәүләттәре властарында ысын хәүеф тыуҙыра һәм улар тарафынан бик күп сара ҡабул ителә. Беҙҙең республикала ла ата-әсәләренән ситтә йәшәгән мәктәп һәм вуз уҡыусыларына теләктәре буйынса бушлай подписка ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға кәрәктер. Почта хеҙмәтенең насар эшләүе, почтальондарҙың эш хаҡының түбән булыуы гәзиттәрҙең һуңлап таратылыуына, ә был, үҙ сиратында, редакция хеҙмәткәрҙәрен баҫмаларҙың сығыу һандарын кәметеү тураһында уйланырға мәжбүр итә. Көн дә гәзит уҡыуҙы ғәҙәт иткән уҡыусылар өсөн был бик насар яңылыҡ.
Редакцияларҙы ҡала ерендә йәшәгән башҡорттарыбыҙҙың гәзит-журнал алдырмауы күптән борсоп килә. Бында беренсе сиратта почта хеҙмәтенең ғәйебе ҙур өлөш алып тора. Ошо арала Рәсәй хөкүмәте “Почта элемтәһе тураһында” закон проектын ҡарарға тейеш. Был проектта, дәүләт почтаға субсидия бүлергә тейеш, тигән пункт ҡаралмаған. Тимәк, киләсәктә баҫмалар тағы ла ҡиммәтләнәсәк. Икенсенән, ҡалала ваҡытлы матбуғат баҫмаларын һатыу киоскыларының эше лә ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Унда һатылған баҫмаларҙың хаҡына почта үҙҡиммәте үтә ҙур өлөш индерә. Редакция хаҡынан ике тапҡырға тиерлек арттырып һаталар. Уларҙа “Йәшлек”тең 5 һум 90 тинлек йома һаны − 9 һумға, 2 һум 95 тинлек шишәмбе һаны 4 һум 50 тингә тәҡдим ителә. Был киоскыларҙы ҡала буйлап урынлаштырыу мәсьәләһе лә уйлап етелмәгән. Мәҫәлән, Өфөнөң Әй урамында өс киоск булһа, Пушкин урамында, бигерәк тә Актерҙар йорто тирәһендә бер генә лә киоск та юҡ. Район үҙәктәрендәге киоскыларҙа башҡорт баҫмаларын табыуы еңелдән түгел.
Республика баҫмаларының ҡайһы берҙәренең тиражы йылдан-йыл район гәзиттәре тиражынан ҡалышып килә. Был хәл дәүләт органдарын бөтөнләй борсомай кеүек. Минең уйымса, был баҫмаларҙың эшен яңыса ойошторғанда, булған тиражды арттырыу резервтарын тулыраҡ асып булыр ине.
Илдар ҒӘБИТОВ.
Өфө ҡалаһы.