RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телдең тылсымлы көсө

22.02.2013 Телдең тылсымлы көсө

Телдең тылсымлы көсө
йәки ни өсөн шәжәрәне ете быуынға тиклем өйрәнәбеҙ?
Һуңғы йылдарҙа телде ғалимдар аралашыу ҡоралы булараҡ ҡына, уның грамматик ҡағиҙәләрен генә өйрәнеп ҡалмай. Йылдан-йыл тел халыҡтың мәҙәниәте, рухи донъяһы күҙлегенән сығып өйрәнелә. Башҡорт тел ғилемендә лә ошоға иғтибар арта. Былтыр, мәҫәлән, «Башҡорт теле һәм мәҙәниәтендә һандар символикаһы» тигән хеҙмәт донъя күрҙе. Уның авторы – Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Римма Мо­ратова. Рус телендә донъя күргән китап йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙыра. Быйыл, Рәсәй фәне көнөндә, Римма Тәлғәт ҡыҙына ғилми эше өсөн Башҡорт­ос­тан Республикаһының йәш ға­лимдарға бирелә торған гранты тапшырылды.
– Халыҡтың күп кенә ырым-ышаныуы һандарға бәйле. Ғәҙәттә, улар­ҙы сакраль һандар тип йөрөтәләр. Һандар символикаһы ни­геҙендә эзотерика үҫешә. Шуға күрә һандар мәғәнәһенә ҡарата иғтибар ваҡыт үткән һайын арта ғына бара, – ти ғалимә.
Белеүебеҙсә, башҡорттарҙа 7, 9, 12, 40, 100, 1000 һандары тылсымлы мәғәнәгә эйә. Римма Тәлғәт ҡыҙы был йәһәттән тағы 1, 2, 3, 4, 5 һандарын да тикшерә. «Ни өсөн халҡығыҙ тап ошо һандарға тәрән мәғәнә һалып ҡарай?» – төрлө төбәктәрҙә, сит илдәрҙә уҙған конференцияларҙа сығыш яһағанда ғалимәгә иң йыш бирелгән һорау был.
– Үҙемде лә был һорау әле булһа ҡыҙыҡһындыра. Сөнки уға тулы­һынса яуап биреүе ҡыйын. Шулай ҙа тикшеренеү барышында бер нисә фаразға туҡталдым. Кеше һанарға яйлап өйрәнгән. Әйтәйек, тәүҙә өскә тиклем һанағандар, һуңынан ете, ҡырҡ һәм башҡа һандар сик һандары булып киткән. Улар магик төҫ алған да инде. Икенсе сәбәп: һандарҙы кеше тәбиғәт күренештәренә тап килтереп ҡараған. Мәҫәлән, йәйғорҙоң ете төҫө булыуына иғтибар иткәндәр. Аңлата алмаҫлыҡ күренеш ниндәй­ҙер һанға тап килеп, бәйле булып торһа, шул һан тылсымлы көскә эйә була башлаған, – тип һөйләй Римма Тәлғәт ҡыҙы.
Һанды белдергән һүҙҙәрҙең килеп сығышы ла символик мәғәнәне асыҡларға ярҙам итә. Әйтәйек, ҡайһы бер ғалимдар «бер» һүҙенең килеп сығышын бармаҡ һүҙе менән бәйләһә, икенселәре «бар» (бөтә) алмаш һүҙ төркөмөнә һәм «бар» ҡылымына ялғай. Эпостарҙа бер һүҙе һанды түгел, ә нимәнеңдер бар булыуын белдерә: бер йылғаның ситендә, бер ҙур ағас төбөндә ҙур таяғы ҡулында аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа былар барып еткән, ти, тип әйтелә «Урал батыр» эпосында.
Өс һаны «ос» (нимәнеңдер аҙағы, осо) тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан, тип фаразлана. Башҡорттарҙа ул ҙур мәғәнәгә эйә: арауыҡты (күк өҫтө, ер өҫтө, ер аҫты), ваҡытты (үткән, бөгөнгө, киләсәк) белдерә. Был бигерәк тә йолаларыбыҙҙа сағыла: килен төшкәндең өсөнсө көнөнә килен сәйе йәки мир ашы йыйғандар; ямғыр теләгәндә аҡ кәзәнең ҡанын өс тапҡыр тирә-яҡҡа һибәләр.
– Инженер психологияһы белгесе Джордж Миллер тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң кешенең бер үк ваҡытта ете предметты йәки мәғлүмәтте хәтерендә ҡалдырыу мөмкинлеген асыҡлаған. Ошонан сығып ниндәйҙер рәүештә ете һанының символик мәғәнәһен дә аңлатырға булалыр. Юҡҡа ғына шәжәрәне ете быуынға тиклем белергә кәрәк, тимәгәндәр бит, – ти ғалимә.
Һандарҙан ер-һыу атамалары, кеше, йәнлектәр исемдәре барлыҡҡа килеүе билдәле.
– Башҡорт шәжәрәләрендә мең һаҙаҡлы Ураҙас бей тураһында әйтелә. Бәлки, Мең ырыуының атамаһы ошонан килеп сыҡҡандыр. Элек баланың нисәнсе булып тыуыуына ҡарап Тәүлебай, Өс­килде, Бишем, Алтыбай, Етебай, Туғыҙбикә тип ҡушҡандар. Ил­лебай, Етмешбай, Һикһәнбай кеүек исемдәр бала ата-әсәһенең йәшен белдергән.
Дөйәне ҡайһы бер диалекттарҙа ҡушҡаҡ тип тә йөрөтәләр. ҡушыл­ған, парлы, тигәндән барлыҡҡа килгән был. «ҡуш» һүҙенең ҙур тигән мәғәнәһе лә бар. Мәҫәлән, ҙур башлы балыҡты ҡушбай тиҙәр. ҡайһы бер урындарҙы халыҡ бишҡайын, бишҡарағай тип атай. Бында «биш» һанды белдермәй, ә йыйнаҡ, тупланған тигән мәғәнәлә килә. Әҙәби телдә «меңъяпраҡ» һүҙе ҡабул ителгән. Был руссанан калька рәүешендә тәржемә ителгән. Ә диалектыбыҙҙа оҡшаш, әммә тәржемәһеҙ барлыҡҡа килгән йөҙъяфраҡ тигән үҙ һүҙебеҙ бар. Ғөмүмән, һандар ярҙамында тыуған диалект һүҙҙәр бик күп: ер еләген һыңараяҡ, селекте өсъяпраҡ тип йөрөтәләр, – тип һөйләй Римма Тәлғәт ҡыҙы.
Киләсәктә ғалимә тикшеренеү йүнәлешен дауам итеп, Урал-Волга буйында таралған телдәрҙе сағыштырып өйрәнергә теләй.
– Себер тарафтарына сыҡҡанда бик моңһоу күренештәргә тап булаһың. Ундағы ҡайһы бер ауылдарҙа берешәр генә тел вәкиле ҡалған. Был йәһәттән башҡорт теленең хәле арыу әле. Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләү иһә бик тә кәрәк. Донъяны туған телендә танып белгән кеше генә үҙен милләтенең вәкиле итеп тойоу бәхетен кисерә ала бит.

М. ИҡСАНОВ.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”