20.02.2013 Таш яуамы ни?..
йәки беҙҙе бер нәмә лә аптыратмай
Был көн мин дә командировка ваҡытында эш буйынса Силәбе өлкәһенә барып сыҡҡайным. Һыуыҡ иртәлә туҡталышта торған мәлдә баш осомдан ғына аҡһыл ҡуйы төтөндөң төшөп барғанын күреп, иң беренсе уй самолет ҡолауы хаҡында булды. Халыҡ та, ах, самолет ҡолай бит, тип тынысһыҙлана башланы. Шул мәл, бар тирә-яҡты нурға күмеп, ниҙер ялт-йолт итеп ҡалды, уның ныҡ сағылдырыуына түҙмәй, күҙҙәремде сытырлатып йома һалдым. Гүйә фантастик фильмдағы кеүек хис иттем үҙемде. Кемдер, шартланы бит был нәмә, тине. Тимер ҡош шартлауы түгел был, ул булһа, төтөн ҡара төҫкә инер ине, тип айышына төшөндөм. Тиҙ генә дуҫтарыма шылтыратып, интернеттан был мөғжизә хаҡында мәғлүмәт һорайым тиһәм, бәйләнеш юғалған. Ул арала тирә-йүнгә әсе резина еҫе таралды, халыҡ шаулаша башланы. Берәү, минең кеүек оҙаҡ бәйләнеш көтөп торғандан һуң, телефондан ире менән һөйләште һәм Силәбе ҡалаһында завод бинаһы һәм күп ҡатлы өйҙәр өҫтөнә метеорит төшкән, тип яр һалды. ҡатынҡай, унда һуғыш барған кеүек, йорттар емерелгән, тигәс, йөрәк табанға төштө. Ни бары ун-ун биш минуттан телефонда бер-бер артлы антенналар күренә башланы. Дуҫымдан, метеорит ҡоламаған, ә артабан осҡан, бер ниндәй ҙә ҡорбандар юҡ, тик кәрәҙле бәйләнеш юғалған, тигән яуапты ишеткәс, бер аҙ күңелдәге шом баҫылды. Белорет ҡалаһына барышлай уйға талдым – ниҙер ҡолағанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем бит һуң, туп-тура ер өҫтөнә осоп килгән есем нисек йүнәлешен үҙгәртеп, кире күтәрелеп, артабан юл тотҡан?
Өфөгә етәрәк радионан тәүге яңылыҡтар эфирға сыға башланы. Баҡһаң, ер шарына астероидтың үтә яҡын килеүе арҡаһында Силәбе ҡалаһы өҫтөндә метеорит ямғыры яуған.
Метеориттың ҡолауы меңәрләгән водителдең видеорегистраторына яҙылған, был видео менән интернет тулған. Шуныһы ҡыҙыҡ: һәр водителдең тиерлек тәүге һүҙе – «Бына исмаһам ҡыҙыҡ!», һоҡланыу, ҡыуаныу һәм ҡатлы-ҡатлы һүгенеү (береһе туҡтарға уйлаһасы, исмаһам!) Шула-ай, беҙҙе бер нисек тә аптыратмаҫһың. Ә тайфун, торнадо менән ҡурҡып бөткән башҡа ҡитға кешеһе ошо мәлдә Аллаһын иҫенә төшөрөп аҡырып ебәрәсәк. Рәсәйҙәр космик есемдәр һөжүмен һәм башҡа катаклизмдар алдында ер цивилизацияһының ни тиклем көсһөҙ, ыуалыусан икәнлеген аңлап етмәй, күрәһең.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.