RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ергә төшкән иң ҙур ун метеорит

20.02.2013 Ергә төшкән иң ҙур ун метеорит

Ергә төшкән иң ҙур ун метеорит
Ғалимдар раҫлауынса, бер йыл эсендә 15 тоннаға яҡын йыһан есеме планетабыҙға төшә. ҡайһы берҙәре ҡом саҡлы ғына булһа, икенселәренең бер нисә йөҙ килограмм, хатта тонна булыуы ихтимал. Ергә төшкән иң ҙур ун метеорит тураһында иҫкә төшөрәйек.
Саттер Милл метеориты (2012 йылдың 22 апреле) секундына 29 саҡрым тиҙлектә АҡШ-тың Невада, Калифорния штаттары буйлап үтә һәм Вашингтон күгендә шартлай. Шартлау ҡеүәте тротил эквивалентында яҡынса дүрт килотонна була (сағыштырыу өсөн: Cиләбе күгендә шартлаған метеориттың ҡеүәте тротил эквивалентында биш йөҙ килотонна булған).
Бер йыл элек ҡытайҙа метеорит ямғыры (2012 йылдың 11 феврале) күҙәтелә. Йөҙ квадрат метрлыҡ майҙанға йөҙҙән ашыу таш яуа. Иң ҙур метеориттың ауырлығы – 12, 6 кг. Ғалимдар, улар Юпитер һәм Марс астероид билбауынан килгән, тигән һығымта яһаған.
2007 йылдың 15 сентябрендә Перуҙағы Титикака йылғаһы ярына метеорит төшә. Ул төшкән урында тәрәнлеге – 6, киңлеге 30 метр булған кратер барлыҡҡа килгән һәм ҡайнар һыу урғыла башлаған.
Куня-Ургенч метеориты (1998 йылдың 20 июне) Төркмәнстандың Куня-Ургенч ҡалаһы янындағы мамыҡ баҫыуына төшкән. Халыҡ иң алда сағыу ут күргән. Йыһан есеме төшкән ерҙә биш метрлыҡ воронка барлыҡҡа килгән. Метеориттың иң ҙур өлөшө – 820 килограмм. Уның йәше яҡынса дүрт миллиард йыл. БДБ илдәренә төшкән таш метеориттарҙың иң ҙуры һанала.
Cтәрлетамаҡ метеориты (һүрәттә) (1990 йылдың 18 майы) Башҡортостандың Стәр­летамаҡ ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡтағы баҫыуға төшә. Шул урында диаметры ун метр булған кратер барлыҡҡа килгән. Башта кескәй генә металл өлөштәре табыла. Бер йылдан ун ике метр тәрәнлектә 315 килограмлыҡ метеорит табыла. Ул Өфөнөң археология һәм этнография музейында һаҡлана.
1976 йылдың 8 мартында ҡытайҙың Цзилинь провинцияһында 37 минут буйына таш ямғыры яуа. Ул секундына 12 саҡрым тиҙлектә төшә.
Уссурийск тайгаларында Сихотэ-Алинь тауҙарына (1947 йылдың 12 февралендә) таш ямғыр яуа. Утыҙҙан ашыу кратер барлыҡҡа килгән, уларҙың диаметры – 7 – 28 метр, тәрәнлеге 6 метрға тиклем. Шул тирәнән 27 тоннаға яҡын метеорит матдәһе йыйып алынған.
Гоба – табылған иң ҙур метеорит. Ул яҡынса 80 мең йыл элек ергә төшкән. Был гиганттың ауырлығы яҡынса 66 тонна. Намибияла 1920 йылда табылған.
1908 йылдың 30 июнендә иртәнге сәғәт 7-ләр тирәһендә Енисей йылғаһы бассейны өҫтөнән көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан ҙур утлы шар үтә. Тунгус метеориты кеше йәшәмәгән тайга өҫтөнән 7 – 10 cаҡрым бейеклектә шартлай. ҡеүәте яҡынса 40 – 50 мең мегатонна була, был иң көслө водород бомбаһына тиң. Шартлау тулҡыны планетаны ике тапҡыр урай. Шартлау һөҙөмтәһендә ике мең квадрат километр майҙанда ағастар ҡолаған, эпицентрҙан ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта хайуандар ҡырыла, кешеләр зыян күрә, бер нисә йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы йорттарҙа быялалар селпәрәмә килә. Бер нисә көн буйы Атлантиканан Үҙәк Себергә тиклем күктә яҡтылыҡ торған. Бер ниндәй ҙә метеорит та, кратер ҙа табылмаған. Тунгус метеориты тирәләй бәхәстәр бөгөн дә тынмай.
1833 йылдың 13 ноябрендә АҡШ-та ун сәғәт буйына метеорит ямғыры яуа. Ошо ваҡыт эсендә ергә төрлө ҙурлыҡтағы 240 000 метеорит төшкән.

Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”