20.02.2013 Бәхетле ғүмер
Баймаҡ районының Күсей ауылынан исеме районыбыҙға ғына түгел, бөтә республикаға билдәле булған шәхестәр сыҡҡан. Башҡортостандың халыҡ шағиры А. Игебаев, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Т. Ғарипова, күренекле бейеүсе И. Бикбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы З. Баязитова һ.б. Беҙҙең хөрмәтле коллегабыҙ Зөһрә Арғынбаева ла ошо ауылдан. Тыуған еренең матурлығын тойоп үҫкәнгәме, ул һиҙгер күңелле, йыр-бейеүгә оҫта, һүҙгә маһир, сәсән телле кеше.
Зөһрә Ишбулды ҡыҙы 1962 йылда күп балалы ғаиләлә тыуа. Бәләкәйҙән ата-әсәһенең күңел донъяһын үҙенә ҡабул итеп, тәрбиәле, әҙәпле булып үҫә, мәктәптә яҡшы уҡый, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ул айырыуса спортты үҙ итә, ярыштарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәптән үк спортты яратыуы уның ғүмерлек һөнәр һайлауына ла булышлыҡ итә. 1979 йылда ҡыҙ Күмертау педагогия училищеһының физик тәрбиә бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, йәш белгес 1983 йылда Һаҡмар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай һәм бөгөн дә ошо мәктәптә тырышып эшләүен дауам итә.
Зөһрә Арғынбаева тәрән белемле, ижади ҡарашлы, ғәҙел һәм талапсан уҡытыусы булыуы менән балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең дә ихтирамын яулаған. Физик тәрбиә уҡытыусыһы булараҡ, иң тәүҙә балаларҙың һаулығын нығытыу, сыныҡтырыу, спортты яратырға өйрәтеү менән бер рәттән, уны дәрестә генә үҙләштереү түгел, ә ғүмерлек юлдашың итеү кәрәклеген уҡыусылар күңеленә үтерлек итеп аңлата ла белә.
Тынғыһыҙ педагог юғары белемле психолог та, 2005 йылда ситтән тороп БДУ-ның Сибай институтында психология факультетын тамамланы. 1-се категориялы уҡытыусы үҙенең педагогик оҫталығын туҡтауһыҙ үҫтереү өҫтөндә эшләй, ижади конкурстарҙа ҡатнаша. Ул «Йыл уҡытыусыһы – 2002» район конкурсы лауреаты, алдынғы профсоюз лидеры. 2011 йылда «Профсоюз эше лидеры» район конкурсында ҡатнашып, еңеүсе исемен яуланы.
Зөһрә Ишбулды ҡыҙы һәләтле балалар менән эшләүгә лә ҙур иғтибар бирә. Уның уҡыусылары еңел атлетика буйынса район ярыштарында, марафондарҙа призлы урындар яулай. Сығарылыш синыф уҡыусылары араһында яратҡан уҡытыусыһының юлын һайлаусылар ҙа бар. Тимәк, үткән йылдар, түгелгән хеҙмәт бушҡа китмәгән.
Мәктәп уҡыусылары менән ауыл йәштәре, шулай уҡ балалар менән ата-әсәләр араһында төрлө спорт ярыштары ойоштороусы ла ул. Мәктәптең һәм ауылдың йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа, спектаклдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар мәктәптең бала хоҡуҡтарын яҡлау инспекторы булып эшләне. Ул етәкләгән синыф уҡыусылары ла уҡыуҙа тырыш, мәктәп тормошонда ла әүҙем.
Уҡытыусы йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиә эшендә намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнгән.
Зөһрә Арғынбаева – ғаиләһендә өлгөлө әсәй ҙә. Тормош иптәше Радик менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өлкәне Ринат, БДУ-ның Сибай институтын уңышлы тамамлап, эшлп йөрөй, хәҙер инде үҙе атай. Кесе улдары Рәфис Сибайҙа юрист һөнәрен үҙләштерә. Уларҙың йорто тыштан да, эстән дә ялтырап тора. Өҫтәлендә һәр саҡ ҡайнар аш, йөҙөндә ҡояш балҡый. Бына шулай ғаиләһендә лә, эшендә лә уңған ҡатын ул Зөһрә Ишбулды ҡыҙы.
Фәнүзә АРЫҪЛАНОВА,
мәғариф ветераны.
Баймаҡ районы,
Һаҡмар ауылы.