15.02.2013 Уйындан – уймаҡ
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына бомба һалынған, тип полицияның дежур бүлегенә хәбәр итәләр.
Урынға ашығыс рәүештә полиция, тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре килеп етә. Һикһәнгә яҡын студент һәм университет хеҙмәткәрҙәре эвакуациялана. Эттәр ярҙамында шартлатҡыс матдә эҙләнә, әммә бер нәмә лә табылмай. Бер нисә сәғәттән хулиган асыҡлана. Бишенсе синыфта уҡыусы малай дуҫының кеҫә телефонынан шылтыратҡан булған икән. Шаяртырға теләгәйнем, тип аңлата ул был ҡылығын. Малайҙың ата-әсәһенә ҡарата административ протокол төҙөлгән һәм ҙур күләмдә штраф һалынған.