RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Йылмайлик" ихлас йылмая

15.02.2013 "Йылмайлик" ихлас йылмая

Шөкөр, социаль сайттарҙа баш­ҡорт төркөмдәре күбәйҙе хәҙер. Шуларҙың араһында "Вконтакте" сайтындағы "Йылмайлик" төркөмө айырым урын алып тора. Исеме үк есемен аңлата – “смайлик” һүҙенән килеп сығып, көн дә күңелле, ыңғай хәбәрҙәре, ҡыҙыҡлы, көлкөлө фотолары, көләмәстәре менән күңелде күтәреү маҡсатында ойошторол­ған төркөм ул. Көн дә тип әйтәм, сөнки һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, социаль сайттар көнкүрешебеҙгә ныҡлы үтеп инде, хатта 50 – 70 йәшлек ололар ҙа унда аралашыу менән мәшғүл.
– “Йылмайлик” төркөмө 2011 йылдың ғинуар айында барлыҡҡа килде, – тип һөйләй ойоштороусы Ғайса Ғайсин. – Ул мәлдә ”Вк”-ла башҡорт төркөмдәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, булғандары ла күберәк мәғлүмәти характерҙа, ә күңел асыу түгел. Тәүҙә үҙемдең дуҫтарым ҡушылды, унан башҡалар, ә бөгөн бында 16875 кеше теркәлгән. Төркөмдөң ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта бара.
Ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, көн дә тиерлек төркөм ағзалары өсөн уйындар, һөйләшеүҙәр темаһы уйлап сығарыусы, ҡыҙыҡлы комментарийҙар яҙыусы, башҡортса йырҙар тәҡдим итеүсе, сәләмәт тормошто пропагандалаусы, төрлө конкурстар уҙғарыу­сы Ғайса – Белорет ҡалаһы егете, әле Маг­ни­то­горскиҙағы юғары уҡыу йорттарының береһендә белем ала. Ғайсаның әйте­үенсә, статис­тика буйынса, “Йыл­майлик”ка көн дә мең самаһы кеше инеп сыға. Улар баш­ҡортса комментарийҙар яҙып ҡалдыра, ай һайын тиерлек яңырып торған уйындарҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта төркөмдә “Әгәр ҙә минең бер миллион һум аҡсам булһа…”, ”Бай һәм ярлы”, “ҡатнаш никах”, “Башҡорттар ни өсөн эсә?”, “Башҡорт телен өйрәнәм”, “Ниндәй телдә күберәк аралашаһығыҙ?” һ.б. темаларға әүҙем һөйләшеүҙәр бара. Бында төрлө йәштәге кешеләр үҙҙәренең уй-фекерҙәрен ҡал­дыра, бәхәсләшә, теләк-маҡсаттары ме­нән бүлешә. Бүтән төркөмдәрҙәге кеүек билдән түбән мәҙәктәргә урын юҡ бында, ба­рыһы ихлас, эскер­һеҙ шаяртып рәхәтләнә. Һәр теләүсенең сәпсим бушлай “Йыл­майлик“та тоҡлап по­зитив кәйеф, баш­ҡортса юмор, дәрт алыу мөмкинлеге бар.
Уҙған йыл тағы бер интернет-проект – “ФУТБОЛКАМ.РФ – Башҡорт футболкалары үҙәге” төркөмө иғлан иткән “Вконтакте” сайтындағы башҡортса төркөмдәр бәйгеһендә “Йылмайлик” икенсе урынды яуланы (беренсе урынға “МС Баш фанаттары” төркөмө сыҡты). Ғайсаға ярҙам итеүсе админдар – Зиннур Боҫҡонов (“Көн һүрәте“ рубрикаһы авторы), Рөстәм Мәжитов, Илсиә Ғайсина (модератор). Бер урында тапаныр­ға яратмаған төркөм етәкселәре ошо көндәрҙә сираттағы бәйгеһен иғлан итеп, таҡмаҡ­сылар­ҙы майҙан­ға саҡырҙы. Кемдең таҡмағы тапҡыр, шаян, төртмә булыуын йырсылар Гөлдәр Ишҡы­уатова, Ян Лира, Наил Ибраhимов, DJ Фатих һәм башҡалар баһалаясаҡ. Еңеүселәргә баш­ҡорт эстрада йырсыларының дискыларын, автограф ме­нән плакаттар, календар­ҙар, “Дар­ман“ проектының DVD дискылары hәм башҡа төрлө бүләктәр вәғәҙәләйҙәр. Бәйгенең рәсми төркөмөнөң адресы: http://vk.com/­event49033972. Халыҡ ижадын яратыусылар, йор һүҙлеләр, төртмә теллеләр, ситтә ятып ҡалмағыҙ, таҡмаҡсылар ҡоронда ҡатнашығыҙ!
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”