RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 20 йыл эсендә – 13 энциклопедия

15.02.2013 20 йыл эсендә – 13 энциклопедия

Төбәктәр араһында Башҡортостан энциклопедия баҫмаларын нәшер итеү буйынса алдынғылар иҫәбендә
Республикабыҙ энциклопедистикаһынының тәүге ижад емеше − 1995 йылда рус һәм башҡорт телдәрендә «Башҡортостан. ҡыҫҡаса энциклопедия» китабының сығыуы фән донъяһында ҙур бер яңылыҡ итеп ҡабул ителгәйне. Интернет мөмкинлектәре сикләнгән мәлдә республиканың тарихы, географияһы, иҡтисады, тарихи шәхестәре тураһында ентекле мәғлүмәт тупланған был фәнни-мәғлүмәти сығанаҡ һәр кемдең өҫтәл китабына әүерелгәндер, моғайын. Киләсәктә «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең тағы ла ете томдан торасаҡ фундаменталь баҫма – «Башҡорт энциклопедияһы»н сығарасағын бер кем дә күҙ алдына килтермәгәндер. Фәнни нәшриәттән «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексына әүерелгән ойошма егерме йыллыҡ тарихы эсендә 13 энциклопедия, 60-тан ашыу баҫма нәшер иткән. Уларҙағы фәнни-библиографик системаның һөнәри оҫталыҡ менән төҙөлөүе күптәр өсөн өлгө.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә төбәк энциклопедиялары 90-сы йылдарҙа даими сыға башланы. ҡайһы бер субъекттар әлегәсә был мөмкинлеккә эйә булмағанда, беҙҙә фән донъяһының был тармағы тағы бер баҫҡысҡа күтәрелеп, Башҡортостан хәҙер энциклопедистика теорияһы һәм методологияһы буйынса үҙе бер үҙәк булып тора, күп төрлө энциклопедистик баҫма әҙерләгән комплекс Рәсәйҙең башҡа төбәктәрҙәге энциклопедия эше үҫешенә лә булышлыҡ итә.
«Башинформ» агентлығы үткәргән матбуғат конференцияһында ла «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры Уйыл­дан Сәйетов нәшриәттең эш­мә­кәрлеге, пландары менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, әле «Башҡорт энциклопедия­һы»ның электрон вариантының тәүге өс томы әҙерләнә. Тиҙҙән «Башҡорт­тарҙың хәрби тарихы», киләһе йыл «Башҡортостан халыҡтары» энциклопедияһы донъя күрәсәк.
Бынан тыш, нәшриәт ҡала һәм райондарҙың, эре ойошмаларҙың, балалар энциклопедияларын да әҙерләү эше менән мәшғүл. «2015 йылда Өфөлә уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарына инглиз һәм башҡорт телдәрендә бер том­лы Башҡортостан энциклопедияһын әҙерләү тураһындағы тәҡдим менән дә республика Хө­күмәтенә сыҡтыҡ», – тип белдер­ҙе Уйылдан Сәйетов.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата беҙҙең энциклопедистар республикалағы тәүге әҙәбиәтте өйрәнеү энциклопедияһы − «Мостай Кәрим» энциклопедияһын әҙерләү буйынса эш алып бара. Был баҫмаға 1883 мәҡәлә инәсәк.
Нәшриәт үҙенең продукцияһын һатыу буйынса «Башакадемкнига» магазиндарын да тергеҙмәксе. Коммерция, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү йүнәлешен дә артабан киңәйтергә уйлайҙар. Комплекс шәжәрәләр эшләү, башҡорт һәм инглиз телдәренә тәржемә итеү, һүҙлектәр, белешмәләр, фәнни хеҙмәттәр сығарыу, әҙәби редакторлау кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. Былтыр, мәҫәлән, улар ошо йүнәлештән генә 6 миллион һум килем алған.
ҡасандыр Башҡортостан Фән­дәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Башҡорт совет энциклопедияһы төркөмөнән генә башланған, хәҙер лайыҡлы хеҙмәттәре менән фән, әҙәбиәт донъяһына ҙур өлөш индергән, энциклопедистар мәктәбе үҙәгенә әүерелгән «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы үҙен киңерәк даирәләрҙә таныта бөгөн. Милләтебеҙ, тарихыбыҙ, шәхестәребеҙ тураһында төплө баҫма-энциклопедияларыбыҙ булыуы – йылъяҙмаларҙы бер урынға туплау, донъя кимәлендә үҙебеҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙҙы белдереү ҙә ул.

З. ЙӘҺҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”