RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дөрөҫ бирелгән һорау – ярты яуап

15.02.2013 Дөрөҫ бирелгән һорау – ярты яуап

«Йәшлек» гәзитенең дежур телефоны, һәр ваҡыттағыса, әүҙем эшләй. Был аҙнала яңғыраған һорауҙарҙы тыңлай торғас, ирекһеҙҙән геометрия дәресе иҫкә килеп төштө. Уҡытыусыбыҙ мәсьәләләрҙе еңел һәм дөрөҫ сисеү өсөн уның бирелешен дөрөҫ аңлап, һүрәтен төшөрөп ҡуйыуҙың кәрәклеген башҡа һеңдерергә тырыша торғайны. Һуңынаныраҡ аңлашылды – ысынлап та, мәсьәләнең бирелешен дөрөҫ аңлау һәм үҙеңдең нисек аңлағанлығыңды һүрәт аша еткереү эштең яртыһы тиерлек икән. Яуапты табыуы күпкә еңелерәк. Дежур телефонда ла шулай – аныҡ һорауҙарға аныҡ яуап табырға була. Ә инде һорау биреүсе нимә әйтергә теләгәнен үҙе лә аңлап бөтмәй икән, башыбыҙ ҡата инде.
Ә беҙ ихлас күңелдән һеҙгә ярҙам итергә теләйбеҙ, дуҫтар. Шуға ла ентекле уйланылған, факттар менән нығытылған һорауҙар көтәбеҙ. Шул саҡ йонсотҡан һорауҙарығыҙға яуап табып, беҙҙе илһамландырырһығыҙ, үҙегеҙ ҡыуаныр­һығыҙ. Шылтыратығыҙ.

Пай ере тураһында

Зинәйҙә Динисламова, ҡырмыҫҡалы райо­ны, Һәүәләй ауылы:
− 1990 йылда әсәйем колхоз йыйылышынан ҡайтты ла, үҙенә ике гектар пай ере бирелеүе тураһында хәбәр итте. Ойошмалар шул ерҙе файҙаланған өсөн иген, һалам-фәлән биреп торасаҡ икән. Һуңынан был пай ере балаларға мираҫ булараҡ күсә икәнлеген дә телгә алды.
1997 йылда пенсияға сығып, ауылға ҡайттым. Тик шуныһы ғәжәп: бөтә ситтән килгән кешеләрҙең пайы бар, минеке – юҡ. 2012 йылда ауыл хакимиәте башлығы Вахитовҡа ла индем. Тик ул минең исемлектә юҡлығыма ғына һылтаныуҙы кәрәк тип тапты. Элекке исемлектә бар инек, тип ҡарайым да һуң, ләкин ул исемлек юҡҡа сығарылған, тиҙәр.
Пай ере кемдәргә тейеш икән? Нишләп ситтән килгән кешеләр алған, ә миңә ул юҡ? Әсәйем үлгәндән һуң уның пай ере беҙгә күсергә тейешме?
Хөрмәтле гәзит уҡыусыбыҙ! Закон буйынса пайҙар алты категорияға ҡараған кешеләргә бирелергә тейеш. Бына улар:
1. 1992 йылдың 1 ғинуарында колхоз-совхоздар үҙгәртеп ҡоролған ваҡытта бер өлөш ер (пай) алырға хоҡуҡлы граждандарҙың исемлегенә инеүселәргә.
2. 1992 йылда төҙөлгән исемлектә булып та, колхоз-совхоздар тарҡалып йәки үҙе эштән китеүселәргә.
3. Ауыл хужалығы тармағында даими эшләп, ауылда йәшәүселәргә.
4. Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләп, пенсияға сығып, ауылда йәшәүселәргә.
5. Ауылда йәшәп, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәргә.
6. Ауыл хужалығында даими эшләп тә, әлеге көндә декрет отпускыһында, хәрби хеҙмәттә, уҡыуҙа булыусыларға.
Бына әле билдәләнгән берәй категорияға тура килһәгеҙ, пай алырға хоҡуғығыҙ бар. Беренсе һорауығыҙға яуап ошо.
Асыҡлауыбыҙса, һеҙҙең әсәйегеҙ 2001 йылда вафат булған һәм был ваҡытҡа тиклем пай еренә булған хоҡуғын раҫлаусы танытманы алып өлгөрмәгән. Шунлыҡтан бер генә нотариус та һеҙҙең әсәйегеҙҙән ҡалған пай еренә хоҡуғығыҙ барлығын раҫлаусы документты бирә алмаясаҡ. Шулай ҙа әсәйегеҙгә тейешле пай ерен алыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итеп ҡарарға мөмкинлегегеҙ бар. Иң мөһиме − әсәйегеҙҙең 1992 йылда төҙөлгән исемлектә булғанлығын раҫлаусы документты табыу. 1991 йылда раҫланған исемлекһеҙ судта ла ыңғай яуап ала алмаясаҡһығыҙ.

Мәүлит кисе

Ауырғазы районының Үтәймулла ауылындағы “Зиннур” мәсетендә Мәүлит кисе уңайынан ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Матур сарала хәйер таратҡандар, әруахтар рухына аят уҡығандар. Был хаҡта гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Вазифа апай хәбәр итте. ҡатын-ҡыҙҙарҙы Роза Аҙнабаева ойош­торған, шуға ла уға ауыл халҡы ҙур рәхмәтен белдерә, ошондай матур сараларҙа артабан да ҡатнашып торорға ниәтләйҙәр.

Шылтыратыуҙарҙы
Лилиә СИРАЕВА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”