RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

12.02.2013 Енәйәт һәм яза

Шартлатырға йыйынғандар
3 февраль төнөндә Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы янында, тротуар буйында полиэтилен пакетта ятҡан шартлатыу ҡорамалы табыла.
ОМОН төркөмө ҡурҡыныс табышты тиҙ арала хәүефһеҙләндерә. Алюмин пудраһы һәм аммиак селитраһынан яһалған шартлат­ҡыс пластик һауытта ятҡан. Ярай әле уны ваҡытында тапҡандар. Юғиһә төрмә һаҡсылары идаралығы янында күңелһеҙ ваҡиға булыуы ихтимал ине.
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйеплеләр­ҙе асыҡлау менән шөғөлләнә. РФ Енәйәт кодексының “Законһыҙ юл менән ҡорал әҙерләү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.

Ишегең асыҡ ҡалһа...

Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы бер нисә шәхси йортҡа ҡараҡ төшкән.
Өйҙән кеҫә телефондары, эш ҡоралы, электр инструменттары, ҡышҡы кейемдәр, ҡатын-ҡыҙ сумкалары һәм башҡа әйберҙәр зым-зыя юҡ булған. Полиция бер ҡайҙа ла эшләмәгән 35 йәшлек ирҙе эләктергән. Ул Һамар өлкәһенән килгән, аныҡ йәшәү урыны юҡ. Бур бер ҡасан да ишекте емермәгән, асҡыс яратып аҙапланмаған. Ул асыҡ ҡалған ишектән тауыш-тынһыҙ ғына инеп, күҙенә нимә күренгән – шуны эләктереп һыҙған. Был ваҡытта өйҙә булған хужалар бер нәмә лә аңғармаған. Ир быға тиклем шундай енәйәт өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан. Әле ул ҡулға алынған.

ҡасҡалаҡтың сәйәхәте тамам

Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә ДПС полкы хеҙмәткәрҙәре шикле автомобилде туҡтата.
Руль артында 15 йәшлек үҫмер ултырыуы асыҡлана, ә пассажирҙары – уның йәшендәге дуҫ-иштәре.
Малай ҡартатаһының “Лада – Приора”­һының асҡысын ала ла ихатаға сыға. Шул асҡыс менән ВАЗ – 2104 автомобиленең ишеген асып ҡарай ... һәм ул асыла, хатта двигатель бер ауырлыҡһыҙ ҡабына. Әммә бер нисә метр үтеүгә машина һүнә. Малай шул уҡ принцип менән ВАЗ – 2106 машинаһын ҡабыҙа. Дуҫтарын ултыртып ала ла ҡала буйлап сығып китә. Йәш водитель автомобилде за­правкалау станцияһында туҡтап, бензин ҡойоп ала.
Полиция машинаны туҡтат­ҡас, малайҙың бөтә мажараларына сик ҡуйыла. Үҫмер Учалы балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе булып сыға. Унан декабрҙә үк ҡасҡан булған. Әлеге мәлдә малай шунда ебәрелгән. Машина ҡыуып алып киткәне өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Машиналар һәм ундағы ҡиммәтле әйбер­ҙәр хужаларына кире ҡайтарылған. Шуныһы ҡыҙыҡ – уларҙың урланғанын белмәгәндәр ҙә.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”