RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәббәтегеҙ көслөмө?

12.02.2013 Мөхәббәтегеҙ көслөмө?

Мөхәббәтегеҙ көслөмө?
1. Һөйгәне­геҙ­ҙе күргәс:
а) Күңелегеҙ шатлыҡ менән тула, йөҙөгөҙгә бәхет нурҙары йүгерә; (10)
б) Һеҙ уны бик яҡшы кеше тип уйлайһығыҙ; (7)
в) Башҡа нәмә хаҡында уйланаһағыҙ; (4)
г) «Бөтөнләй ят был кеше нимә эшләп минең эргәлә йөрөй әле?» – тип уйлайһығыҙ; (0)
2. Ял көндәрендә:
а) Уның менән икәүҙән-икәү генә өйҙә ҡалғығыҙ; (10)
б) Һөйгәнегеҙ менән киноғамы, театрғамы, ҡунаҡҡамы барғығыҙ; (7)
в) Икәүләшеп өйөгөҙҙө матурлағығыҙ; (4)
г) Өйөгөҙҙән ҡайҙалыр сығып ҡасҡығыҙ килә; (0)
3. Уға бүләк һайлағанда:
а) Иң яҡшыһын эҙләп, арып бөтәһегеҙ; (10)
б) Ул хыялланған әйберҙе алып бирәһегеҙ; (7)
в) Үҙегеҙгә оҡшаған әйберҙе бүләк итәһегеҙ; (4)
г) Бик иҫегеҙ китмәй; (0)
4. Һөйгәнегеҙ менән бер-ике көнгә айырылышып торғанда:
а) Һеҙ сәғәтте минутлап һанап, уны көтәһегеҙ; (10)
б) Уның хаҡында йыш иҫкә алаһығыҙ; (7)
в) Айырылышып тороу файҙаға, тип уйлай­һығыҙ; (4)
г) ҡулығыҙҙан килһә, был көндәрҙе тағы ла оҙонайтыр инегеҙ; (0)
5. Уның менән түшәктә:
а) Һеҙ иҫ киткес бәхетле; (10)
б) Һеҙгә бергә булыу шул тиклем рәхәт, ни өсөн тигәндә һүҙһеҙ ҙә бер-берегеҙҙең теләктәрен белеп тораһығыҙ; (7)
в) Йыш ҡына башығыҙ ауыртыуға һылтанып, йоҡлап китәһегеҙ; (4)
г) Айырым ятыуҙы хуп күрәһегеҙ; (0)
6. Проблемаларығыҙ барлыҡҡа килһә:
а) Иң тәүҙә уның менән уртаҡлашаһығыҙ; (10)
б) Беренсе булып әхирәтегеҙ (дуҫығыҙ) белә; (7)
в) Бәлки, уға ла һөйләрһегеҙ; (4)
г) Уны үҙегеҙҙең эске донъяғыҙға һис кенә лә индергегеҙ килмәй; (0)
7. Уға ҡарата иң йылы һүҙҙәрҙе:
а) Көндәр буйы ҡабатлайһығыҙ; (10)
б) Йыш ҡына әйтәһегеҙ; (7)
в) Бик һирәк әйтәһегеҙ; (4)
г) Күптән инде матур һүҙҙәр әйтешкәнегеҙ юҡ; (0)
8. Һеҙ бер-берегеҙҙе аңлайһығыҙ:
а) Ярты һүҙҙән; (10)
б) Һәр ваҡыт тиерлек; (7)
в) Бик оҙаҡ аңлашҡандан һуң; (4)
г) Бик һирәк һәм был мөһим дә түгел тиһегеҙ; (0)
9. Әхирәтегеҙ (дуҫығыҙ) һеҙгә уның етешһеҙлектәре хаҡында әйткәндә:
а) Уны яҡлап сығасаҡһығыҙ, үҙегеҙҙекен иҫбатлаясаҡһығыҙ; (10)
б) ҡәнәғәтһеҙлегегеҙҙе көс-хәл менән тотҡарлап ҡалаһығыҙ; (7)
в) Миҙал ике яҡлы була, тиһегеҙ; (4)
г) Уның менән килешеп, яҡшыраҡҡа лайыҡмын, тип уйлайһығыҙ; (0)
10. Киләсәктә бергә йәшәйәсәк йылдарҙы күҙ алдына килтереп:
а) Уның менән иң матур ғүмер кисерәсәкбеҙ, тип уйлайһығыҙ; (10)
б) Һеҙгә бик тыныс һәм яҡшы буласағына ышанаһығыҙ; (7)
в) Бик күп ауырлыҡтар осраясаҡ, тип уйлайһығыҙ; (4)
г) Бер ниндәй ҙә киләсәк булмаясаҡ, тиһегеҙ; (0)

Ә хәҙер балдарығыҙҙы һанағыҙ

86 – 100 балл. ҡотлайбыҙ: һеҙ иҫ киткес матур пар.
66 – 85 балл. Һеҙҙең мөхәббәтегеҙ тыныс фазаға әүерелгән.
46 – 65 балл. Мөхәббәтегеҙ әлегә тере. Уны тамам һүндермәҫ өсөн нимәлер эшләү үҙегеҙҙең ҡулда.
21 – 45 балл. Араларығыҙ күҙгә күренерлек һыуынған, әммә уларҙы ҡабат тергеҙеү мөмкинлеге бар.
0 – 20 балл. Мөхәббәтегеҙ юҡҡа сығыуында кемделер ғәйепләү бер ниндәй ҙә фәтүә бирмәйәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”