RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхет асҡысы – мөхәббәттә

12.02.2013 Бәхет асҡысы – мөхәббәттә

Бәхет асҡысы – мөхәббәттә
Мөхәббәт… Кешенең барлыҡҡа килгәненән алып был хис күпме донъя-ҡитғаны гиҙҙергән, ете ҡат күктәргә мендергән, иҫерткән, тилмерткән, күпме шиғыр-хикәйә яҙылған, күпме йыр бағышланған уға… Ә мөхәббәт темаһы һәр саҡ йәш, яңы булып ҡала, бер ҡасан да сиселмәҫтәй сер йәшеренгән уға…
Бәхетле йәш ғаилә Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтарҙан нисек танышыуҙары хаҡында һорағас, икеһе лә йылмайып ебәрҙе.
– Беләһегеҙме, мин Сәлимәгә уны күрмәҫ борон уҡ ғашиҡ булғайным, дөрөҫөрәге, уның тауышына, – тине Салауат.

“Ысын мөхәббәт бер-береңде ысын шәхес итеп яратып, хөрмәтләп йәшәүгә бәйле”, – ти Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтар
Хәл былайыраҡ була. Юғары синыфта уҡып йөрөгән үҫмер, дискотекала бер йыр ишетеп, ҡыҙҙың моңон бик ныҡ оҡшата. Тик Заһит ҡунафин менән бергә “ҡалдырма” йырын башҡарыусы ҡыҙҙың кемлеген берәү ҙә белмәй. Был йырҙы ишеткән һайын, тауышына ҡарағанда егеттәрҙең һушын алып йөрөгән һылыу ҡыҙҙыр, ахыры, тип уйлай Салауат, тыңлаған һайын йыр нығыраҡ күңеленә ята. Һүҙҙәрен дә ятлап ала. Их, был сибәркәй менән танышырға ине, тип хыяллана. Ата-әсәһенең медицина университетына йәки Эске эштәр мәктәбенә уҡырға индереү маҡсаты булһа ла, Салауат ҡапыл ғына яҙмышын театр менән бәйләргә ҡарар итә. Күңелле студент тормошона баштан-аяҡ сума егет, өр-яңы дуҫтар, таныштар тегендә-бында саҡыра, ятаҡтағы тиҫтерҙәре менән көн дә тиерлек ҡыҙыҡлы аралашыуҙар башлана. Тиҙҙән яҡын дуҫы бер ҡыҙ менән дуҫлаша башлай, ҡыҙҙың бына тигән әхирәте барлығын әйтеп һала.
– Дуҫтарым махсус рәүештә Са­лауатты минең менән таныштырыу өсөн саҡырған көндө китапханала инем, – тип һүҙгә ҡушыла Сәлимә. – Сәнғәт училищеһын тамамлап, хор-дирижерлыҡ бүлегенә уҡырға ингән мәл. ҡайтыуымды улар кискә тиклем көтөп ултырған. Ипле генә таныштыҡ, ултырып сәй эстек, фотолар ҡараныҡ һәм егеттәр ҡайтып китте. Ана шунан башланды ла инде беҙҙең осрашыу­ҙар.
Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Сәлимә Салауат­тың ата-әсәһе, ту­ғандары өсөн өҙөлөп тороуына, ҡа­тын-ҡыҙға ҡарата тәрән хөрмәтенә шундуҡ иғтибар итә. Киләсәктә егеттең ниндәй атай буласағы ха­ҡында хыялдары менән уртаҡлаша, йәштән үк татыу ғаилә тураһында фекер йөрөтә. Тиҙ­ҙән сессия та­мамлана, йәштәр ҡышҡы каникулға тарала. Тәүге айырылышыу һөйгәндәр өсөн бик ауыр һәм оҙайлы тойола, тап ошо мәл улар бер-береһенә ныҡлап ғашиҡ булғанын аңлай. Ниһайәт, тағы ос­рашыуҙар, етәкләшеп йөрөү­ҙәр, бергәләшеп киләһе көндәргә пландар ҡороу. Ни­сектер йыр ту­раһында һүҙ сы­ғып китеп, Сәлимә “Йәшлек-шоу”ҙа сығыш яһауын әйтә. Баҡһаң, егеттең ҡасандыр һәр саҡ үҙ алдына йырлап йөрөгән “ҡалдырма” йырының ҡушым­таһын тап Сәлимә башҡара икән! Салауат, ысынмы был, бушмы, тип һеңгәҙәп ҡала, һуңынан бик ныҡ ҡыуана.
Бәхет асҡысы – мөхәббәттә– Бик ныҡ теләһәң, Хоҙай алдыңа бирә икән. Сәлимәне миңә хатта эҙләп йөрөргә лә тура килмәне, ишекте йылмайып асып килеп ингән кәләшемде тәү күреүҙән үк оҡшатҡайным, артабан хыялымда йөрөткән моңло тауышлы ҡыҙҙың тап ул икәнлеге асыҡланды. Һөйөк­лө кәләшем минең өсөн идеаль ҡатын-ҡыҙ, мин уның менән сикһеҙ бәхетлемен, – ти йәш ғаилә башлығы.
Биш йыл буйы дуҫлашып, ҡулдарына диплом алғас ҡына сәстәрен сәскә бәйләй йәштәр. Бөгөн был һоҡланғыс пар ике балаға – Сәмирә менән Та­мер­ланға атай-әсәй. Са­лауат – Милли йәштәр театрының һәләтле йәш актеры, Сәлимә – Башҡорт дәүләт опера театрының һәм “Мираҫ” ансамбленең музыканты, әлегә декрет ялында. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ғаилә хаҡында төплө һәм аҡыллы фекер йөрөтә. Быға икеһенең дә өлгөлө ғаиләнән сығыуы булышлыҡ иткән, күрәһең. Ейәнсура районының Иҫән­ғол ауылында йә­шәүсе Әлимә һәм Наил Юлдаш­баевтар, Сибай ҡалаһынан Айһылыу һәм Юлай Моратовтар матур ғаилә ҡороуҙа балаларына ата-әсә үрнәге күрһәтә алған. Ысынлап та, Салауат әйтмешләй, ниндәйҙер проблема ғаиләгә ҡарағанда өҫтөн булмаҫҡа тейеш, сөнки проблема килә лә китә, ә ғаиләң – һинең өсөн мәңгелек. Көндәлек аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем күңелле хәбәрҙәр, йылы иҫтәлектәр менән байытыу мотлаҡ. Мөхәббәтте ауырыуға һабыштырыуға берүк юл ҡуймаҫҡа, бер-береңде аңлай, хаталарҙы таный белергә һәм, иң мөһиме, бер-береңә ышана белергә кәрәк. Мөхәббәт ике кешенең бер-береһен ысын шәхес итеп яратып, хөрмәтләп йәшәүенә бәйле. Һөйөүгә сорналып бәхетле йәшәгән ғаиләне ғүмер миҙгелдәренең дауылдары ла, ел-ямғыры ла ҡаҡшата алмай. Үҙ-ара аңлашып, килешеп, һәммәһен уртаға һалып, кәңәшләшеп көн иткән йылы йортта балалар ҙа бәхетле булып үҫә, ти Юлдаш­баевтар.

Лилиә ХӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”