12.02.2013 Кемдең һөйөү һүҙҙәре яғымлыраҡ?
Йөрәк, ярһып, минутына 200 тапҡыр самаһы тибә, уйҙар һәм хистәр бергә буталған, күңелдәр моңға тулған, ҡысҡырып йырлап ебәргегеҙ килә, үҙегеҙҙе бәхет утрауында тип тояһығыҙмы? Аңлашылды, һеҙҙең диагноз – мөхәббәт. Ә “Йәшлек” гәзите Ғашиҡтар көнөнә ҡарата иғлан иткән һөйөү смс-тарына йомғаҡ яһай.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ бәйгелә әүҙем ҡатнашты, тип әйтеп булмай, әллә февраль һыуығы бер аҙ күңелдәрҙе туңдырып ебәрҙеме – һеҙҙән тоҡлап смс алырбыҙ тигән өмөтөбөҙ аҡланманы. Донъялағы иң яҡты хис бит ул мөхәббәт! Яҡындарығыҙға бер ҡасан да һөйөү һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ. Беҙҙең, башҡорттоң, бер аҙ тартыныу холҡо бар, күҙгә ҡарап мөхәббәтегеҙҙе белдерергә оялаһығыҙ икән, бының иң яҡшыһы – йөрәк ялҡынын, тойғоларығыҙҙы белдереп смс-хәбәр яҙыу! Ә бәйгелә ҡатнашҡан һәм еңеп сыҡҡан ҡыйыуҙарҙы редакцияла “Йәшлек” гәзитенең логотибы төшөрөлгән футболкалар көтә! Шулай итеп, еңеүселәр, түбәндәгесә:
Вазифа Ғәйнуллина (Ауырғазы районы, Үтәймулла ауылы), Зөбәржәт Һиҙиәтова (Салауат ҡалаһы), Римма Сөләймәнова (ҡырмыҫҡалы районы, Күлдәр ауылы).
***
Раилем – ҡәҙерлем минең! Раилҡайым-йәнекәйем-бәғеркәйем! Мин һине өҙөлөп-өҙөлөп яратам! Һөйөүебеҙ тыны ыжғыр буранлы ҡышты көләс йәйгә әйләндереп, йөрәктәребеҙ йәнәш типкәндә бер-беребеҙҙе бәхетле итеп, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә яҙһын, Алла бойорһа!
***
Финатым!
Ғашиҡтар байрамы менән
ҡотлайым һине, иркәм.
Күңелемдәге хистәремде
Мин һиңә бүләк итәм.
Хәтереңдәме, йөрөгәнебеҙ
Шау сәскәле болонда.
Йыйып биргән сәскәләрҙең
Еҫен тоям һаман да.
Күңелеңде асып һалып,
Күҙҙәремә һөйөп бағып,
“Йәнем, бәғерем – Гөлсәсәгем,
Бул һин минең киләсәгем”, –
Һин шулай тип өндәштең.
Хәҙер инде биш йыл үтте
Парлашып йәшәгәнгә,
Улыбыҙ Баязитты
Иркәләп үҫтергәнгә.
Бөгөн мин һиңә өндәшәм,
Һөйөүемде белдереп:
“Финатым, бул һин минең
Мәңгелеккә пар ҡанатым!”
Ғашиҡтар көнө менән!
Гөлсәсәгең.
***
Ғаилә альбомындағы фотоларға ҡултамғалар
Тик икәүбеҙ – тормош диңгеҙенә
инәбеҙ.
Ысын мөхәббәтте юлдаш итеп,
хыял карабында йөҙәбеҙ.
Хыялымда булған тойғоларым
оҡшағандар ҡайнар күмергә,
Мөмкин булһа, фани донъяларҙа
үкенмәҫкә үткән ғүмергә.
Хәләлең Батыр.
Һалынмаһа ине йөрәктәргә
юйылмаҫтай ауыр яралар,
Бәхет менән генә ғүмер итеп
үҫтерә алһаҡ татыу балалар.
Риза булырмын мин һуңғы
юлға ла
Етәкләшеп һинең менән бергә
барырға.
Хәләл ефетең Флүсә.
***
Етенсе ҡаттың иң түбәһенә
Хистәремдән мин күтәрелдем.
Барлыҡ ғаләм, барлыҡ йыһан
белһен,
Йәнем, тик һине һөйөүемде!
Күңелем йырлай, күңелем уйнай,
Моңо сыңлап һис тә туймай.
Сөнки, бәхетем, ул һине уйлай,
Һинең күҙҙәрҙе онотоп булмай!
Хоҙай үҙе осраштырҙы беҙҙе,
Һаҡлайыҡсы бер-беребеҙҙе.
Һөйөү бит көслө һәр икебеҙҙә,
Булайыҡсы беҙ мәңгегә бергә.
***
Минең тормош иптәшемә!
Тарих битенә яҙырлыҡ беҙҙең
һөйөү хистәрен,
Танышҡан йәйге миҙгелде, йылы
айлы кистәрҙе.
Минең ҡояшым, күҙ нурым,
йылмайыуың йылыта,
ҡараштарың утҡа һала,
мөхәббәтте нығыта.
Шул ҡарашыңдан аңлайым әйтә
торған һүҙеңде,
Бар донъяға яңғыратам, һөйәм
бары үҙеңде!
Мөхәббәттең емештәре –
беҙҙең ике улыбыҙ.
Хоҙай үҙе насип итһә, мәңге
бергә булырбыҙ!
***
Мөхәббәт төшөнсәһен дөрөҫ аңлау мөһим. Мөхәббәт − ул һөйгәнеңде шашып яратыу ғына түгел, ә йөрәгеңдә дөрләп янған һөйөү уты менән бергә бар ғаләмгә йылылыҡ өләшеү. Йәнем, сатнама һыуыҡ февраль айында ла күңелдәребеҙҙе һөйөү йылытһын!
***
Февраль айында һинең менән ҡауышҡанға 49 йыл тула. Иҫеңдәме, ошо ваҡыт арауығында беҙ ни бары бер тапҡыр айырылышып торҙоҡ – һинең өс йыл әрмелә йөрөп һәм бер йыл уҡып ҡайтҡаныңды көтөп көтөк булғайным. Ғүмер буйы ауыр хеҙмәттә булһаҡ та, мин – һауынсы, һин – комбайнсы, эштән арып ҡайтып, бер-беребеҙ менән тәмһеҙләшмәнек, мөхәббәтле, татыу донъя көттөк. Йәш саҡтағылай, һаман да миңә, һылыуым, аҡҡошом, алтыным, тип кенә өндәшеүең күңелгә май булып яғыла.
Был әбей ҡартына мөхәббәтен белдерә тип, ҡайһы берәүҙәр бот сабып аптырар ҙа. Беҙҙең һөйөү күптәргә үрнәк булды һәм буласаҡ, бигерәк тә хәҙерге заман йәштәренә. ҡалған ғүмеркәйебеҙҙе лә бергә ҡулға-ҡул тотоношоп тиң йәшәргә яҙһын, Маратым минең!
Вазифаң.