RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәтирәләрҙе яңыртты

12.02.2013 Хәтирәләрҙе яңыртты

Гәзиттең 2012 йылдағы 95-се һанында Бөрйән районынан Мөнир Фәйзуллиндың «Һәр тарафта – тауҙар, тауҙар» тигән хәтирәләрен уҡып, бер ни тиклем иҫемә килә алмай, уйланып ултырҙым. Автор минең тыуған ауылым тураһында яҙа. Миңә 60 йәш. 37 йыл Учалы районының Рысай ауылында йәшәйем. Ә тыуған ерем – Бөрйән районының Килдеғол ауылы. Мөнир ҡустының яҙғанын уҡып ултырам, ә күҙ алдымдан бер-бер артлы, кинолағы кадрҙар һы­маҡ, бала сағым, тауҙарым, ауылым өйҙәре, йылғам үтә. Мин дә бала сағымда Түгәрәмә тауына мендем. Һәр 1 Май байрамында тиҫтерҙәрем. һеңле-ҡустыларым менән бара торғайныҡ. Байрамға әсәйем беҙгә матур итеп күлдәктәр тегеп кейҙерә, тәмле итеп күмәстәр бешереп бирә ине. Граждандар һуғышынан ҡалған бер снарядты мин дә тапҡайным. Был хаҡта тулыраҡ итеп яҙайым әле. Хәтерем яңылышмаһа, 1961 – 1962 йылдар ине шикелле. Әсәйем – ауылда оҫта мейес сығарыусы. Йәй көнө аласыҡҡа (бәләкәй өй) икмәк мейесе сығарҙы, ә арҡыры һалырға тимер таба алмай. Мин яңы ҡаҙылған бағана төбөнән тутығып бөткән бер оҙон ғына тимер табып алдым. Һабы ла оҙон, уртаһы йыуаныраҡ ҡына. Әсәйем уны мейескә һалып, һылап ҡуйҙы. Балсығы кипһен, тип ут тоҡандырҙы ла, өйгә сәй эсергә инеп китте. Ә беҙ, өс өйҙөң балалары, аласыҡта уйнайбыҙ. Бер заман мейес «шарт» итеп ҡалды. Түшәмгә кирбес, балсыҡ оса. Ә беҙ, балалар, ҡайһыбыҙ имгәкләп, ҡайһыбыҙ шыуышып сығып киләбеҙ. Үҙебеҙҙең биттәребеҙ балсыҡҡа буялған, өҫ кейемдәре лә бысраҡ, аласыҡ эсе төтөн. Баҡти­һәң, теге тимер тутығып бөткән снаряд булған икән. Уҡытыу­сыбыҙ Сәлих ағай Дәүләтбир­ҙин шулай тип аңлатты. Хәҙерге мәл булһа, был ғәҙәттән тыш хәл булыр ине. Ул ваҡытта кем тикшереп торһон. Мөнир ҡусты Фәйзуллиндың яҙғандары мине бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайтты. Үҙенең тыуған ерен, илен, тыуған ауылын яратҡан кеше генә шул тиклем йөрәккә үтерлек итеп яҙалыр ул. «Йәшлек» гәзитенә ҙур рәхмәт.
Йәштәр баҫмаһының йыл аҙағындағы һанында Хәсән Усманов репертуарынан һүҙе һәм көйө С. Хөснөтдиновтыҡы булған «Мәрйәмем минең» йырын баҫтырып сығарҙығыҙ. Ә йыр героиняһы – йәшләй генә фажиғәле үлеп ҡалған бер туған апайым. Шулай итеп, «Йәшлек» гәзите былтыр минең өсөн ике ҙур ҡыуаныслы хәбәр баҫтырып сығарҙы. Нисек итеп шул гәзиткә яҙылмайһың инде?!.

Вәсилә ЗАҺИҘУЛЛИНА.

Учалы районы,
Рысай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”