08.02.2013 Волонтерҙар йәлеп ителә
Тиҙҙән VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына старт биреләсәк. Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Өфөлә үтәсәк мөһим ярышҡа волонтерҙар йәлеп ителә. Унда 18 йәштән уҙған студенттар, педагогтар ҡатнаша ала. Аралашыусан, инглиз телен яҡшы белгән, сетерекле мәлдә юғалып ҡалмағандарға өҫтөнлөк бирелә. Улар йәш спортсыларҙы, ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда, урынлаштырғанда, ҡала буйлап йөрөгәндә ярҙам итергә тейеш.
Әле улар өсөн уҡыуҙар ойошторола: халыҡ-ара балалар уйындары тарихы менән таныштыралар, йәш спортсылар һәм ҡунаҡтар алдында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында файҙалы мәғлүмәт бирелә. “Индиго” үҙәге психологтары тренингтар үткәрә.
Волонтерҙар өсөн махсус кейемдәр әҙерләнгән. Улар Халыҡ-ара балалар уйындары символы төшөрөлгән шарф, башлыҡ һәм бейәләйҙә буласаҡ (фото). Әйткәндәй, ярыш символикаһы төшөрөлгән календарҙар, сувенирҙар һатыуға сығарылған.
Ярышҡа тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды, әлегә “Вконтакте” социаль селтәрендә “Халыҡ-ара балалар уйындарының ҙур уйыны” бара. Спортҡа битараф булмаған малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша. Еңеүселәр шундуҡ билдәләнә.
Т. ЯХИНА.