RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәғлүмәт өсөн – миллион һум

08.02.2013 Мәғлүмәт өсөн – миллион һум

Мәғлүмәт өсөн – миллион һум Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостанда һәм тағы ла бер нисә төбәктә оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәнен ҡы­йыу­сы маньяк тураһындағы мәғлүмәт өсөн миллион һум аҡса вәғәҙәләне. Шаһит­тар ярҙамында үлтереүсенең роботы төҙөлгән (һүрәттә). Иғтибар менән ҡарағыҙ, бәлки, был ҡурҡыныс кешене осратҡанығыҙ барҙыр. Әгәр ҙә хәүефле енәйәтсе хаҡында нимәлер белһәгеҙ, “02” номеры буйынса шылтыратығыҙ. Хәбәр итеүсенең исем-шәрифе сер булып ҡаласаҡ.

30 ғүмерҙе өҙгән

Үткән йылдың сентябрь – октябрь айҙарында Өфө ҡалаһында бер үк “яҙыулы” енәйәт ҡылынған – өс әбей үлтерелгән. Енәйәтсе иң алда буласаҡ ҡорбаны тураһында мәғлүмәт туплаған. Яңғыҙ торамы, ҡайһы мәлдә йортта бер үҙе ҡала – барыһын да белгәс, кеше аяғы һил саҡта фатир ишеген ҡаҡҡан. Ул үҙен социаль эшсе йә ЖЭУ хеҙмәткәре тип таныштырып, фатирға үткән. Әбейҙе һөйләндергән арала, муйынына элмәк һалған һәм аҡсаһын ҡырып-һепереп алып сыҡҡан.
Өфөлә ул бер тапҡыр күренеп ҡала. Гастарбайтер-үлтереүсе оло йәштәге әбейҙең фатирына “газ хеҙмәтенән” тип инә лә, унда тағы ла кеше булғас, бер һүҙ өндәшмәй сығып китә. Енәйәтсе подъездағы видеокамераға эләгеп өлгөргән. Уға яҡынса 25 − 30 йәш тирәһе. Белгестәр, ул психик ауырыу, тигән һығымтаға килгән, сөнки төп маҡсаты – үлтереү. Иң йәш ҡорбанына – 75 йәш, ә иң олоһона – 90.
Тәфтишселәр тикшерә торғас, ошондай уҡ схема буйынса тағы ла үлтереүҙәр бул­ғанын асыҡлай. Бынан өс йыл элек ҡазан ҡала­һында 18 әбей быуып үлтерелгән, шунан гас­тролер Башҡор­тостанға юл тотҡан. “ҡанлы эҙ” Һамар ҡалаһы, Түбәнге Нов­город, Удмуртия, Пермь крайында һәм Киров өлкәһендә табыла. Маньяк иҫәбендә – өҙөлгән утыҙ ғүмер.

Аҡ эт бәләһе –
ҡара эткә?

2009 йылдың декабрендә Ок­тябрьский ҡалаһында 85 йәшлек әбейҙе үҙ фатирында быуып үлтерелгән килеш табалар. Енәйәтсе ҡорбанының 16 мең һум аҡсаһын алған.
Был енәйәттә 30 йәшлек Үзбәкстан гражданы Гайрат Рахмановты ғәйепләй­ҙәр. Ир ҡалала ике йыл самаһы эшләгән, урындағы халыҡтың малын көткән. Йыйған бөтә аҡсаһын ғаиләһенә ебәреп торған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул − ғәҙәти гастарбайтер.
Енәйәт ҡылынған көндә тап уға оҡшаған кешене шул йорт тирәһендә күргәндәр икән. Ә был мәлдә, Яңы йыл байрамдарына тип, көтөүсе ир Үзбәкстанға ҡайтып киткән булған. Полиция уны эҙләй башлаған. Үҙен кеше үлтереүҙә ғәйепләгәндәрен белгәс тә ул Октябрьскийға кире килә һәм туп-тура полицияға барып, ғәйепһеҙлеген дәлилләй башлай.
– Бер кемде лә үлтермәнем! Бер ҡасан да тәртип боҙғаным юҡ. Полицияға килтергәндәре лә булманы, – тип әйтеп тә ҡарай, әммә урындағы тәфтишсе Гайратҡа ғәйеп өйә. Урыҫ телен насар аңлаған ир үҙенең ниндәй хәлгә ҡалыуын белмәй ҙә.
Тәфтишсе ваҡытты оҙаҡ һуҙмай, үҙенсә сценарий төҙөй. Йәнәһе, Гайрат әбей­ҙән бурысҡа аҡса һорай. Ә уныһы ирҙе “гастарбайтер, фәлән-фәсмәтән” тип кәмһетә башлай. Ир түҙмәй, нервыһы ҡуҙғып, әбейҙе үлтерә һәм аҡсаһын ала ла тыуған яғына ҡайтып китә. Ошо урында һорау тыуа: әгәр ҙә ул, ысынлап та, кеше үлтергән булһа, Рәсәйгә кире килмәҫ ине, ҡасыу, эҙ яҙлыҡтырыу менән шөғөлләнер ине. Закон әһелдәре ирҙең алибийын да тикшермәй, енәйәт эше ҡуҙғата. Судта Гайрат үҙенең ғәйепһеҙ булыуы тураһында һөйләй, әммә уны һигеҙ йылға ҡаты режимлы төрмәгә оҙаталар.
Ике йыл үткәс, 2012 йылдың ноябрендә, Башҡортостандың Юғары суды Гайрат Рахмановтың енәйәт эшен ентекләп тикшерә башлай. Унда бик күп ҡапма-ҡаршылыҡ булыуы асыҡлана. Мәҫәлән, көтөүсенең шул көндә шылтыратҡан номерҙар исемлеге ялған булып сыға. Пеленгация мәғлүмәте (кеше шылтыратҡанда ҡайҙа булған) лә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Кәрәҙле телефон компанияһы документтарҙы биргән көндә бөтөнләй эшләмәгән, йәкшәмбе булған. Бүнәтәйҙәрҙең ҡултамғаһы ла ялған булып сыға. Рахманов урыҫ телен яҡшылап белмәгәс, судта тәржемәсе булырға тейеш булған. Әммә был хаҡта “онотҡандар”.
Октябрьский ҡала суды енәйәт эшен тиҙҙән яңынан ҡараясаҡ. Тик суд составында икенсе кешеләр буласаҡ. Бөгөн Гайрат Рахманов иректә. Ул ҡасырға ла уйламай.
Әгәр ҙә тәфтишсе енәйәт эшен уйлап сығарыу менән булышмаһа, хоҡуҡ һаҡсылары ысын үлтереүсене эҙләү менән мәшғүл булыр ине. Кем белә, бәлки, ҡанлы турҙы ике йыл элек туҡтатыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән булыр ине. Ә әлегә үлтереүсе иректә.
Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”