08.02.2013 Алда – БИШ ЙЫЛЛЫҠ план
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 2018 йылға тиклем ил хөкүмәте бурыстары хаҡында хәбәр итте. Иң төп эштәр иҫәбендә − халыҡ һанын һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу.
Бынан тыш, пенсияны 25 – 28 процентҡа арттырырға, етемдәр һанын ике тапҡырға кәметергә, производствоны яңыртырға, Рәсәйгә көслө аграр держава статусын ҡайтарырға, урта ҡатлам ихтыяжынан сығып, социаль һәм медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртырға вәғәҙәләйҙәр.
Дөрөҫ, көтөләһе һандар ярайһы амбициоз. Мәҫәлән, Медведев, яҡын йылдарҙа ошоға өлгәшеүгә тулыһынса ышанып, инде 2025 йылға илдә халыҡ һанының 145 миллион кешегә етеүенә лә, 25 миллион яңы эш урыны булдырыласағына ла шиге булмауын әйтә. 2018 йылға авиатехника менән суднолар етештереү ҙә 2,3 – 2,4 тапҡырға артасаҡ. Ил иҡтисады йылына уртаса биш процентҡа үҫеп торорға тейеш. Ә аграр тармаҡты үҫтереү өсөн Премьер-министр ауыл ерендә йәш ғаиләләр һәм белгестәргә барлығы дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә тәҡдим итә.
“wek.ru” сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.