RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фән һандығы төбөндә ниҙәр бар?

08.02.2013 Фән һандығы төбөндә ниҙәр бар?

Фән һандығы төбөндә ниҙәр бар?
Бөгөн фән бик ныҡ алға китте. ҡыҙыҡһыныу, яңынан-яңы асыштар яһау бик күп быға тиклем асыҡ ҡалып килгән мәсьәләгә нөктә ҡуйыу мөмкинлеген тыуҙырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө фән һөҙөмтәләре артынан бигүк өлгөрөп тә булмай, сөнки ул – мәңгелек аҡыл һандығы. Ғалимдар был һандыҡты ғүмере буйы асырға, уның эстәлеген һәр яҡлап танып-белергә ынтыла. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – фән өлкәһендә яратып башҡар­ған эштәре менән танылыу алған һәләтле йәш ғалимә, уңған йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканының фән эштәре буйынса урынбаҫары, рус филологияһы кафедраһы доценты Ирена Ғәлинур ҡыҙы ҡолһарина.
– Һеҙҙең фән юлын һайлауығыҙ нисегерәк килеп сыҡты?

– Һөнәр һайлау – кеше тормошонда иң яуаплы аҙым. Сөнки ул шәхестең киләсәген – уның йәшәйәсәк мөхитен, аралашасаҡ аудиторияһын билдәләй. Миңә, ниндәй профессия һайларға икән, тип оҙаҡ баш ватырға тура килмәне. Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ инем. Олатайым оҙаҡ йылдар мәктәп директоры бул­ды, тарих фәненән уҡытты, апай-бабайҙарым араһында ла ошо һөнәр эйәләре байтаҡ. Тик ниндәй йүнәлеш буйынса китергә – был һорау әҙерәк уйға һалды. Минең өсөн математика, биология, физика фәндәре бер­ҙәй ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтыр­ғыс ине. Төрлө олимпиадалар, ярыш­тар, ижади конкурстар… Стәрлебаш районының Алла­ғыуат урта мәктәбендә йәш быуынды тәрбиәләгән һәр уҡытыусының йөрәк йылыһын, профессиональ оҫталығын тойоп белем алыу, үҫеү бәхете тейҙе миңә. Өлкән кластарҙа уҡығанда районда үткәрелгән иншалар конкурсында, рус һәм башҡорт телдәре буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа тәүге урын­дар­ҙы яулауым филология өл­кәһен һайлауға этәргес көс булды. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-рус бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлағас, артабан белемемде аспирантурала дауам итергә тәҡдим иттеләр. Өфө ҡалаһының 85-се мәктәбендә башҡорт телен уҡыттым, ситтән тороп аспирантурала уҡыным. Фән юлын һайлауымда, әлбиттә, университетта беҙгә белем биргән уҡытыусыларҙың йоғонтоһо ҙур булды. Мөсәллиә Хәйруллина, Борис Әхмәтшин, Ғиниәт ҡунафин, Марат Зәй­нуллин, Роберт Байымов кеүек ғалимдарҙың йөкмәткеле лекциялары, фәндең дә, йәштәр­ҙең дә киләсәген хәстәрләп, янып йәшәүе ул йылдарҙа бе­лем алған бихисап студентҡа өлгө булды, артабан ҡанат нығытырға ярҙам итте.
Аспирант йылдары иң бай һәм иң емешле осор булып иҫтә ҡалған. Ваҡыттың аҙ, ә эштең күп сағы… Рус мәктәбендә баш­ҡорт телен уҡытыу, кандидатлыҡ минимумдары, рус әҙәбиәте буйынса диссертация яҙыу. Тап ошо йылдарҙа миңә күренекле ғалим, республикабыҙҙа танылған яҙыусы, “Башҡортос­тан рус әҙәбиәте” антологияһы авторы Морат Рәхимҡолов ме­нән танышыу бәхете тейҙе. Ул тәҡдим иткән тема фән өсөн дә, шәхсән үҙем өсөн дә ҡыҙыҡлы булды. “С. Злобиндың “Салауат Юлаев” романының ижади тарихы” диссертацияһын яҙған ваҡытта Мәскәү китапханалары һәм архивтарында эҙләнеү, “Са­лауат Юлаев” романы авторының ғаиләһе менән танышыу, ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеү, яҙыу­сының ижад лабораторияһын тикшереү минең өсөн фән донъяһының өр-яңы, иң мөһиме – үҙем өсөн дә, башҡалар өсөн дә иң кәрәкле битен асты. Талапсан, киң эрудициялы, үҙ һөнәренә мөкиббән киткән ғилми етәкселәрем – филология фәндәре докторы, профессор, рус филологияһы кафедраһы мөдире Борис Әхмәтшин һәм филология фәндәре кандидаты, доцент Морат Рәхимҡо­лов – һәр ва­ҡыт файҙалы кә­ңәштәре ме­нән фәндә генә түгел, көндәлек тормошта ла ярҙам итергә, дөрөҫ юл күрһәтергә әҙер шәхестәр. Бөгөн улар етәкселегендә алып барыл­ған башҡорт-рус фоль­клор-әҙәби бәйләнештәрен өй­рәнеү һәм тикшереү – фәндә иң мөһим һәм кәрәкле йүнәлеш­тәр­ҙең береһе, тип иҫәпләйем.
– Ғилми эшмәкәрлек көсөргәнешле хеҙмәт талап итә, һәр кем ғалим булып китә алмай. Фәнни, әҙәби эшмәкәрлеккә, аралашыуға ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү, оло ихтыяр көсө лә кәрәк…

– Һәр эшкә тотонғанда ла теләк һәм үҙ көсөңә ышаныс булыуы шарт. Ниндәйҙер һө­ҙөм­тәгә ирешәм тиһәң, һис шикһеҙ, тир түкмәйенсә, эш­ләргә тырышмайынса булмай. Бер нәмә лә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй. Бигерәк тә фән өлкәһендә. Факттарҙы теүәлләргә, анализларға, са­ғыш­тырырға, улар нигеҙендә ниндәйҙер асыш яһарға кәрәк. Был үҙ сиратында ваҡыт талап итә. Ә мәғариф учреждениеларында эшләгән ғалимдарҙың төп иғтибары студенттарға белем биреүгә йүнәлтелгән. ҡайһы саҡ ғилми эш менән буш ваҡытта, ял көндәрендә шөғөлләнергә тура килә. Иҫемдә, бер ваҡыт миңә йөкмәтелгән эштәр күбәйеп китте: мәктәптә ике ставканан ашыу дәрестәр, төрлө профессиональ конкурстар­ҙа ҡатнашыу, район уҡытыусыларының методик берекмәһе менән етәкселек итеү, диссертацияны яҡлауға әҙерләү… Ғилми етәксем Морат Рәхимҡоловтың шул ваҡытта әйткән һүҙҙәрен хәҙер ҙә йыш ҡына иҫкә төшөрәм: “Ни тиклем эшең күп булһа, шул саҡлы һөҙөмтәң буласаҡ. Ә ваҡыт ул былай ҙа үтә…”

– Бөгөн республикала йәш филолог-ғалимдарҙың потенциалы ниндәй, уҡыу йорттарында уларға ғилми эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыламы?

– Һуңғы осорҙа дәүләт йәш ғалимдарҙы төрлө яҡлап ҡурсалай һәм уларға фән менән шөғөлләнергә киң мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, республикабыҙҙа йәш ғалимдар өсөн гранттар, премиялар булдырылыуы ла был турала асыҡ һөйләй. Мин дә 2007 йылда грантҡа лайыҡ булып, монография сығарыу бәхетенә ирештем. Башҡорт дәүләт университетында ла фән һәм уҡытыу эшендә тырыш йәш ғалим-уҡытыу­сыларға йыл да бирелә торған стипендия булдырылған. Был, бер яҡтан, матди һәм рухи стимул булһа, икенсе яҡтан, йәштәргә тағы ла күберәк, сәмләнеп, тырышып эшләргә бер этәргес. БДУ-ның студенттар, аспиранттар һәм йәш ғалим­дар­ҙан торған йәш ғалимдар советы ла фәндең киләсәген үҫтереү һәм нығытыу йүнәлешендә уңышлы эшләй.
Рәсәй кимәлендә лә йәш ғалимдар өсөн фәнни проекттар конкурстары ойошторолоуы, филологтар өсөн төрлө форматтағы һәм киң тематикалы симпозиумдар, конференциялар үткәрелеүе йәш фән белгестәрен әҙерләүгә тос өлөш индерә. Үҙ ваҡытында миңә лә был сараларҙа ҡатнашып, фәнни эҙләнеүҙәремде тормошта һынап ҡарау, илебеҙ ғалимдары менән танышыу, аралашыу бәхете тейҙе.

– Татарстанда күптән түгел старт алған “Ана теле” проекты тураһында нимә әйтер инегеҙ?

– Башта әйтеп китеүемсә, хеҙмәт юлым рус мөхитендә үҫкән балаларға башҡорт теле серҙәрен аңлатыуҙан башланды. шуға күрә тел уҡытыу проблемаһы минең өсөн ят күренеш түгел. Татар телен дистанцион өйрәтеү буйынса онлайн мәктәп форматында барлыҡҡа килгән “Ана теле” проекты – заман талабы һәм мин уны ихлас хуплайым. Был белем биреү программаһы туған телен өйрәнергә теләүселәргә киң мөмкинлектәр аса. Берен­сенән, компьютеры һәм интернеты булған һәр кеше уның ярҙамында тәүлек әйләнәһенә үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте ала, видеодәрестәр ҡарай, белем кимәлен тикшерә, аралашырға өйрәнә. Икенсенән, Татарстан ғалимдары һәм мәктәп уҡытыусылары был проектты ижад итеп һәм тормошҡа ашырып, сит төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәгән милләттәштәренә лә әсә теленә юлдар асты. Халҡы, мәҙәниәте, тарихы һәм теле менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше буш ваҡытында был сайт аша рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә ала. Ә белеүебеҙсә, бөгөнгө глобалләшеү заманында туған телдәрҙе һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе.
Әлбиттә, беҙҙең республикала ла башҡорт мәҙәниәтен һәм телен пропагандалауға йүнәлтелгән проекттар бар, мәҫәлән, “Башҡорт телен өйрәнәм”, “ӘЮЯ ҡаласығы” кеүек телетапшырыуҙар кескәйҙәрҙе һәм мәктәп уҡыусыларын тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. “Ана теле” проекты иһә – төрлө йәштәге аудиторияға тәғәйенләнеүе һәм шуны тағы ла һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә – донъяның төрлө мөйөшөндә ҡулланыла ала торған белем биреү программаһы булыуы менән отош­ло проект. Татарстандың был тәжрибәһе башҡа милли республикаларҙа ла асыҡ сағылыш табыр, тигән фекерҙәмен.

– Фән – ул тере организм. Заман менән бергә үҙгәреш, яңы һулыш өҫтәлергә, әленән-әле яңы фекер­ҙәр яңғырап торорға тейеш, һеҙ бының менән килешәһегеҙме?

– Әлбиттә, фән бер урында торһа, яңы асыштар яһалмаһа, тормошобоҙҙа прогресс та булмаҫ ине. Һәр ғилми проект фәнгә ниндәйҙер яңылыҡ алып килергә тейеш, уның бар асылы һәм тәғәйенләнеше шунда. Декандың фән буйынса урынбаҫары булараҡ, миңә йәш ғалим-филологтарҙың да, тәжрибәле фән әһелдәренең дә эштәре менән танышып барыр­ға тура килә. Шуға иғтибар иттем: хеҙмәттәрҙә өйрәнеү объекты булған материалдар­ҙан тыш, тикшереү алымдарында ла яңылыҡ көндән-көн арта. Әгәр ҙә лингвистар ХХ быуатта яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең тел-стиленә иғтибар итһә, хәҙер инде ижад кешеһен лингвистик шәхес булараҡ өйрәнә, когнитив лингвистика йылдам үҫешә, әҙәбиәт ғилемендә лә интертекстуаль һәм мифопоэтик анализға нигеҙләнгән эштәр күбәйә. Хәҙерге көндә компьютер технологияһы, теүәл фәндәр менән бер рәттән, гуманитар фәндәрҙә лә йыш ҡулланыла. Мәҫәлән, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында компьютер филологияһы лабораторияһы икенсе йыл уңышлы эшләп килә. Лаборатория менән етәкселек иткән ғалимдар башҡорт теленең морфологияһын өйрәнеү, уның интернет селтәрендә ҡулланылыу даирәһен тикшереү, текстарҙы автоматик эшкәртеү, махсус корпустар төҙөү менән шөғөлләнә.
Филолог булараҡ, мине фоль­клористика өлкәһе лә ҡыҙыҡһындыра. Заман һулышы быуаттар буйына тупланып, һаҡланып килгән халыҡ ижады өлгөләренә лә ҡағылмай ҡалмай, әлбиттә. Студенттар менән экспедициялар ваҡытында яҙып алған материалдар был турала асыҡ һөйләй. Сәсмә жанрҙар­ҙың һирәгәйеүе, йола фольклорының хәҙерге көн талаптарына яраҡлаштырылыуы һәм, иң мөһиме, үткәнде белгән, уны матур итеп һөйләп-көйләп бирә алған һүҙ оҫталарының кәмеүе был өлкәлә лә эште йылдамлаштырыуҙы талап итә.
Тағы ла ыңғай күренештәрҙең береһе – фәндә комплекслы тикшеренеүҙәрҙең өҫтөнлөк ала барыуы. Халыҡтың тарихын, фәлсәфәһен, педагогикаһын туп­лаған әҙәби мираҫ, уның нигеҙ ташы булған һүҙ, минеңсә, тап шундай иғтибарҙы һәм ҡарашты талап итә лә инде.

– Ирена Ғәлинур ҡыҙы! Һеҙҙе Рәсәй фәне көнө менән ҡотлайбыҙ һәм илһамлы ижад, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”