RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шәжәрәңде өйрәнһәң, нәҫелеңде табырһың!

05.02.2013 Шәжәрәңде өйрәнһәң, нәҫелеңде табырһың!

Шәжәрәңде өйрәнһәң, нәҫелеңде табырһың!
Республика хөкүмәте ҡарары менән милләтебеҙҙе туплау, тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында, нәҫел-нәсәптәрҙең шәжәрә ағасы өйрәнелеп, ауылдарыбыҙҙа, «Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!» йыйыны менән бер рәттән, Шәжәрә байрамдары ла үткәрелә башлағас, был мөһим башланғыстың әһәмиәтле яҡтары асылғандан-асыла бара. Беҙҙең милләт зыялыларының һәр башланғысты хуплап ҡаршы алып, дәррәү ең һыҙғанып тотоноуына ҡыуанырға ғына кәрәк.
Был мәртәбәле эште өйрәнеүҙә уҡыусыларҙың да, оло йәштәге­ләр­ҙең дә берҙәм эш итеүе һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, Архангел районының Оҙондар ауылынан норотҡолдарҙың зат-ара зыялылары, арымай-талмай эҙләнә торғас, ҡаҙағстанда уйғырҙар араһында етмеш биш йыл буйы туған тупрағынан айырылып йәшәргә мәжбүр булған, шәжәрә өйрәнә башлағанға тиклем туғандары тарафынан күптән онотолған инәләре Әнисә Шаһингәрәй ҡыҙын табып, байрамға саҡыра. Һикһән йәшлек ағинәй, илле йәшлек улы менән килеп, тыуған ауылында ике йөҙҙән ашыу туғанын күреп, ҡалған ғына ғүмер юлында ҡатнашып йәшәүгә вәғәҙәләшеп ҡайта. Бындай йөрәк әрнеткес факттар иҫ киткес ҡатмарлы яҙмышлы милләт булыуыбыҙҙы күрһәтә. Әнисәнең яҙмышын репрессия шауҡымы ҡырҡа үҙгәртә. Атаһы Шаһингәрәй Ғәйнетдин улы Юламанов, ауыл совете рәйесе вазифаһын башҡарып, совет иленең киләсәктә сәскә атыуын ҡайғыртып, ауылдан-ауылға йөрөгәнендә 1935 йылда ҡулға алынып, мәсет баҙына ябып ҡуйыла. Әммә ике НКВД хеҙмәткәре физик яҡтан (бөгөнгөләре лә шулай) ифрат көслө кеше менән эш иткәндәрен шәйләмәй, иртәнсәк район үҙәгенә алып китергә алып сыҡҡас, Шаһингәрәй теге­ләр­ҙең икеһен ике тарафҡа тәкмәстерә һуғып, урманға ҡаса һәм уңайлы мәлен тура килтереп, ҡатынын, биш йәшлек ҡыҙын килеп алып, эҙ яҙлыҡтыра...
ҡыҙыҡһынып яҙһаң, Әнисә Шаһингәрәй ҡыҙының ғүмер юлы үҙе бер романға торошло. Ун бер йәшендә генә үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙ бала тормошта барыбер үҙ юлын таба. Тормош юлдашы менән алты ул үҫтереп, барыһына ла юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлеге тыуҙыралар.
Миңә «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» исемле өс китабыма мәғлүмәттәр йыйыу барышында йөрәкте тетрәндергес яҙмышлы нәҫел-нәсәпте күп осратырға тура килде. Архангелдең ҡыҫынды ауылынан Лоҡман Әпсәләмов 1914 йылғы һуғышҡа алына, фронтта тотҡонлоҡҡа эләккәс, фермер хужалыҡтарында эшләп йөрөгәнендә немец ҡыҙына өйләнә. Ике малайға атай булғандан һуң да Лоҡман һәр саҡ ғәзиз тыуған тупрағына ҡайтырға хыял­ланып йәшәй. Мөмкинлек тыуыу менән тыуған ауылына ҡайтып, һуғыш башланғансы ике балаға атай булып өлгөрә. Ауылдаштары һәм ағай-энеләре 1941 йылда фронтҡа оҙатҡанда яугир: «Ма­лайҙарым менән ҡоралға-ҡорал килеп һуғышырға киттем инде», – ти. Ысынлап та, малайҙарының береһе – 1915, икенсеһе 1917 йыл­ғы булһа, гитлерсылар яғынан һуғышырлыҡ йәштә булалар бит. Кем белә?! Әгәр ҙә малайҙары иҫән ҡалһа, ғаилә ҡороп, Әпсә­ләмовтарҙың нәҫелен һан яғынан үрсетеүгә тос өлөш индергәндәр­ҙер... Уларҙан таралғандар­ҙың не­мецса һөйләшеп, шул ха­лыҡтың ғына ғөрөф-ғәҙәтен үҙ­ләш­тереп көн күреүе лә бар. Ике яҡлы эҙләнеүҙәр алып барһалар, бәлки, киләсәктә бер-береһен табырҙар. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, ти бит башҡорт халыҡ мәҡәле.
ҡан тартыу ярҙам итәме, эҙләгәндәр сит тарафтарҙа юғалған нәҫел-нәсәбен әкренләп таба. Мәләүез районының Әбет ауылынан Ғәйзулла Кинйә улы Иҫәнов, репрессияланып, Кемерово өлкәһе шахталарына эшкә оҙатыла, бөгөн 1935 йылғы Сөнғәтулла исемле улынан таралған Ирек, Салауат, Ринат олаталары йәшәгән тыуған тупраҡта дүрт йөҙгә яҡын туған-тыумасаһы йәшәгәнен белә һәм киләсәктә үткәреләсәк байрамға, Ленино-Кузнецк ҡалаһынан килеп, әкрәбәләре менән танышып, артабан ҡатнашып йәшәргә ниәтләнә. Эҙлә­гән­дәр таба! Шә­жәрә өйрәнеүҙә Стәрлебаш районы зыялылары айы­рыуса әүҙемлек күрһәтә. Йо­мағужа ауылынан «Әкрәмбәк» заты араһынан Әх­мәтгәрәй Байморатов исемле олаталары Бөрйән яҡтарына ағас ҡырҡыу эшенә китеп, ҡалын урманлы, сихри тәбиғәтле Нөгөш йыл­ғаһы буйында урынлашҡан Бикташ ауылын оҡшатып, шунда төпләнә. Тәүге осорҙа үҙ-ара хәбәрләшеп торһалар ҙа, ваҡыт үтә килә, бәйләнеш юғала. Сөнки эргә-тирәләге урманлыҡтар ҡыр­ҡылып бөткәс, Бикташ ауылында йәшәгән халыҡ яҡындағы ауылдарға күсенә. Шә­жәрәләрҙе өйрәнеү барышында нәҫел зыялылары Р. Бай­мо­ратов, М. Юлдашев, Б. Ильясов Әхмәт­гәрәй олаталарынан таралған ту­ғандарын Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылынан таба. «Бер олатайҙан да нәҫел күпләп тарала икән, Байморатов, Әминев, ҡол­бирҙин фамилияларында йөҙҙән ашыу туған-тыумасабыҙҙы таптыҡ», − ти улар. Федоровка районының Батыр ауылында йәшәгән Аҡсуриндарҙың зыялылары, олаталары быуыны бәйләнешен егерме ете быуынына тиклем өйрәнеп, ҡайһы бер әкрәбәләрен Төркиәлә, хатта ҡытайҙа ла тапты. Иң мөһиме, үҙҙәренең нәҫелдән килгән кенәзлек титулын тергеҙҙеләр. Аҡсура олаталары кенәз титулын биш йөҙ йыл элек яулай. Әбей батша указы менән эстафета рәүешендә Юныс, Ильяс, Ибраһим, Иҙрис олаталарына ла кенәз титулы бирелә. Бөгөн был титул бирелгән 499-сы номерлы танытма Вилдан Фәйзулла улында, 500-сөһө – улы Илгиздә. «Бер нәҫелдән ете кенәз», − ти нәҫел зыялыһы. Улар хатта ҡайһы бер олаталарының ҡайҙа ерләнгәнен дә белә. Хәбибулла олаталары Төр­киәнең Истанбул ҡалаһында ерләнгән.
Шәжәрә ағасын өйрәнеү, бер яҡтан ҡарағанда, милләтебеҙҙе туплау, тергеҙеү, үҫтереү яғынан башҡарылһа, йәштәрҙе тарихты өйрәнергә лә әйҙәй.

Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН.
Мәләүез районы,
Ташлыкүл ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”