01.02.2013 Осоу һәүетемсә дауам итә
ҡулдан ҡулға киткән китапҡа кәштә кәрәкмәй. “Шоңҡар”ҙың былтырғы һандарын “кәштә күрһәтмәй, ял иттермәй” йөрөтөп туҙҙырып бөткәнһегеҙҙер. Заманса фекерләгән, талапсан уҡыусыларын, һәр ваҡыттағыса, йәшәйештең төрлө өлкәһенә ҡағылышлы үткер, ҡыйыу мәҡәләләре менән, ниһайәт, “Шоңҡар” журналының быйылғы тәүге һаны ҡыуандырмаҡсы, уйландырмаҡсы. Түбәндә уларҙың бер нисәүһе тураһында ҡыҫҡаса.
Замана хаҡында замандаштар хаҡ фекер йөрөтә аламы? Бәлки… Әллә юҡмы икән?.. Ни тиһәң дә, киләсәктә ниндәйҙер һығымталар яһарға ярҙам итәсәк мөмкинлегебеҙҙе һис тә кире ҡағып булмай – ул сағыштырыу һәм анализ. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина менән Азамат Юлдашбаевтың журналыбыҙҙың “Заман заңы” рубрикаһында сығасаҡ мәҡәләләре һеҙгә бының менән ярҙам итер.
Һеҙ, йәмәғәт, мәҙәниәтлеме? Дөрөҫөрәге, һеҙ үҙегеҙҙе мәҙәниәтле тип һанайһығыҙмы? Эйе, эйе, аңлайбыҙ, һеҙ белемле, уҡымышлы, юғары белем тураһындағы дипломы, эше, донъяуи хәл-ваҡиғаларға үҙ фекере һәм ҡарашы булған кеше. Һеҙ, моғайын, концерттарға йөрөйһөгөҙҙөр, телевизор ҡарайһығыҙҙыр, радио тыңлайһығыҙҙыр. Арҙаҡлы шәхестәрҙе, милләт тарихындағы күренекле ваҡиғаларҙы, халыҡ тарихын беләһегеҙҙер. Ижтимағи тормошта ҡатнашаһығыҙҙыр. Әммә һорауҙы мәжбүри ҡабатлайбыҙ – һеҙ мәҙәниәтлеме? Таһир Ишкинин күтәргән “һаҫы-ы-ыҡ мәсьәлә” журналыбыҙҙың нәҡ ғинуар һанында ошо һорауҙарға яуап бирер.
Башҡорт рухы һәм мәҙәниәте менән янып йәшәүселәр Гөлшат ҡаһарманованың башҡорт театры күгендә сағыу балҡыусы Сара Буранбаева һәм Миңзәлә Асҡарова әҙерләгән Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфир Ғайсин хаҡындағы мәҡәләләрҙе уҡыр. Ә үткән һанда сыға башлаған “Йәшә, егет” повесының аҙағы ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙҙың әҙәби һыуһынын ҡандырыр, тип өмөт итәбеҙ.
Шулай уҡ, күптәр көтөп тә, өмөттәре аҡланмаған “Ахырызаман көнө”нән һуң сыҡҡан был һаныбыҙҙа 2012 йыл дауамында уҙғарылған “Минең күршем” конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәр билдәләнәсәк.
Фәһемле, мауыҡтырғыс һәм тетрәндерерлек башҡа мәҡәләләрҙе, сәсмә үә шиғри әҫәрҙәрҙе “Шоңҡар”ҙың беренсе һанын алғас, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, кинәнеп уҡырһығыҙ.
Ғөмүмән, “Шоңҡар” журналын бер уҡый башлаһаң, туҡтап булмай! Ышанмағандар тикшереп ҡараһын…
Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында журналыбыҙға яҙыла алмаусыларҙың иҫенә төшөрәбеҙ: “Шоңҡар”ға һәр айҙың егермеһенә тиклем яҙылһағыҙ, яратҡан журналығыҙ киләһе айҙан килә башлар.
И. ЗАРИПОВ.