01.02.2013 Күңел йылыһынан донъя яҡтыра
Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә эшкә килгәс тә, Фирҙәүес Ғабдулла ҡыҙы менән бер бүлмәлә ултырып эшләү бәхете тейҙе. Яҡташ, эй Әбйәлилем, тип тартты мине. Теге йәки был хәлгә мөнәсәбәтен белдерһә, һәр ваҡыт аҡыл, сабырлыҡ менән эш иткәнен аңлап, күп тапҡыр эстән генә, бына кемдән өйрәнергә кәрәк йәшәргә, тип тә ҡуйғаным булды. Әммә кеше үҙ башынан үткәрмәйенсә, үҙе килеп төртөлмәйсә, хаталанмайынса, белмәй икән шул. Шулай уҡ кешенең үҙ өлөшөнә төшкән көмөшө – яҙмышы бар. Мин Фирҙәүес Ноғоманованы, бәхетле яҙмышлы кеше, тиер инем.
Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуһа ла, ике генә йәшлек сағында ата-әсәһе Әбйәлил районының ҡырҙас ауылына күсеп ҡайта. ҡыҙыҡай шуға ла үҙенең сығышын, тамырҙарын Әбйәлилдән айырмай. Урта мәктәпте тамамлау менән БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә Фирҙәүес. Рәмил ҡол-Дәүләт, Ғәбиҙула Зарипов, Рәйес Түләков, Фәрзәнә Аҡбулатова, Лилиә ҡәйепова, Рәйсә Абдуллина кеүек әҙәбиәткә ылыҡҡан йәштәр менән гөрләшеп «Шоңҡар» түңәрәгенә йөрөү, стена гәзитенә шиғырҙар ижад итеү, «Йәш көстәр» альманахында шиғырҙар баҫтырыу үҙе бер оло иҫтәлек, һағыш булып хәтеренә уйылған. Шул йылдарҙа күрше төркөмдә уҡып йөрөгән егет үҙенең иплелеге, тәрбиәлелеге менән Фирҙәүестең иғтибарын яулай. Дуҫлашып китәләр, диплом алғас, ғаилә ҡоралар. Мәскәүгә уҡырға ебәргәс, Рәдис Фирҙәүесте лә үҙ янына ала. Баш балалары Динис ошонда донъяға килә.
Хеҙмәт юлын Фирҙәүес Республика халыҡ ижады үҙәгендә башлай. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, гәүһәрҙәрен йыйыу кеүек бихисап эш башҡарыла, байрам-сараларға байтаҡ сценарий яҙыла, методик ҡулланмалар сығарыла, тәжрибә туплана, дуҫ-иштәр арта.
Ижадҡа Фирҙәүес мәктәптә уҡығанда уҡ ылыға. Тәүге китабы ла балалар өсөн яҙылған шиғырҙарҙан төҙөлгән. Ололар өсөн лирик шиғырҙары ла ихлас уның. Әммә үҙенә үтә ныҡ талапсанлығы, үҙенең илһамын хужабикә, әсәй булыуға арнауы, иң беренсе яҡындарының уңышы, һаулығы, кәйефе өсөн яуаплы булыуын тойоу ҙа әҙәби ижадҡа мөкиббән сумыуға юл бирмәгәндер, тигән фаразым бар.
Уҙған быуаттың 90-сы йылынан башлап нәшриәт эшенә төптән егелгән Фирҙәүес Ноғоманованың, шаяртып әйткәндә, мөхәррирләп сығарған китаптарын теҙһәң, саҡрымдарға етер ине. Китаптың зауыҡлы биҙәлеше, йөкмәткеһе, һәр нәмәһе урынында булыуы, авторҙың шәхсиәте, уның менән эшләгәндә һаҡ мөғәмәлә – барыһы ла баҫманың уңышын билдәләй, минеңсә. Ә сыҡҡан китап авторҙың, мөхәррирҙең, нәшриәттең генә йөҙө түгел, тотош республиканың, милләттең мәҙәни ҡаҙанышына ла әйләнә бит! Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт емешеңдең шулай ябай кешенән башлап Президент ҡулына уҡ барып эләгеүен күҙ алдына килтерһәң, мөхәррирҙең, ай-һай, яуаплы йөккә егелеүен аңлау ҡыйын түгел. Яҙыусы-автор өсөн эштең башында хәстәрле, егәрле, әйҙәүсе мөхәррир торғанда, китап яҙмышы өсөн борсолоу ситен, үҙеңдең ошо уй-ниәтеңде бер ым-ишаранан аңлап тороусы барында, шунда уҡ тойоп алып тормошҡа ашырырға тороусы барында, үҙеңде һаҡлы ла, яҡлаулы ла итеп тояһың. Һәм әҙиптәрҙең күбеһе уға шуның өсөн рәхмәтле лә…
Әлеге көндә Фирҙәүес Ғабдулла ҡыҙы – Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге редакцияһы мөдире урынбаҫары. Ябай кешегә артыҡ ҡыҙыҡ та булмаған ҡағыҙ эштәрен теүәл һәм ентекле алып барыу, яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын алдан тикшереп, баһалап, китап булып баҫылһын өсөн ниндәй юлдар үтеүен тик ошондағы нәширҙәр генә белә һәм кемдәргәлер эш барышын ентекләп һөйләп тороу ҙа әллә ни ҡыҙыҡ булмаҫ.
Фирҙәүес Ноғоманова нәшриәттә оҙайлы, һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Тәбиғәте менән алсаҡ, инсафлы, һәр ваҡыт кешенең ыңғай яғын күрә белеп, тик яҡты мөнәсәбәттә торған Фирҙәүес Ғабдулла ҡыҙының күңел йылыһынан донъя яҡтырып киткәндәй. Ошондай кешеләр күберәк булһын ине лә бит, әммә донъяның үҙ ҡанундары, һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ юлы. Үҙе ярған юл уны күңел, яҙмыш һынауҙарына дусар итмәһен, иткән хәлдә лә, уның яҡшылығы, яҡтылығы уларҙы еңеп сығырға етһен, тормошоноң иң гүзәл мәленә аяҡ баҫҡанда, үҙе сәскән изгелек емештәрен күреп ҡыуанһын, ике ҡанаты – улдары Динис һәм Илһам үҙ аллы ғаилә ҡороп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөргә насип итһен, тормош иптәше Рәдис Ғилуан улы менән тигеҙ ғүмер итһендәр, тигән теләктәремде еткерәм. Быға сәбәп тә, форсат та бар.
Гөлназ ҡОТОЕВА.