RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нефтселәр ҡалаһы үҫеш юлынан ышаныслы атлай

01.02.2013 Нефтселәр ҡалаһы үҫеш юлынан ышаныслы атлай

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында, баш ҡалабыҙҙан 220 саҡрым алыҫлыҡта, мул hыулы Кама йылғаhы буйында урынлашҡан йәш, заманса Нефтекама ҡалаһына – 50 йыл.
1963 йылда ҡала тибындағы ҡасабанан ойошторолған Нефтекама ҡалаһы юбилейға әҙерләнә. Үҙенең барлыҡҡа килеүе менән Нефтекама 1955 йылда боронғо мари ауылы Арлан эргәһендә табылған “ҡара алтын”ға бурыслы. Күҙәтеүселәрҙән hуң нефть табыу­сылар, ә hуңынан төҙөүселәр килгән. Кәсәү, Марьино hәм Михайловка ауылдары араhында, ҡасандыр ҙур бушлыҡты тәшкил иткән киң баҫыуҙарҙа, беренселәрҙән булып нефть сығанаҡтарын асыусылар өсөн торлаҡтар төҙөлә башлай.
Бөгөн Нефтекама республикабыҙҙың ҙур ҡалалары рәтенә инә, мәҙәниәт hәм сәнәғәт өлкәhендә әhәмиәтле урын алып тора. ҡалала төҙөүселәрҙең эшен дауам итеп, ғөрөф-ғәҙәттәрен hаҡлап, белем hәм тәжрибәләрен йәш быуынға еткереп, энергетиктар, төҙөүселәр, машина эшләүселәр, табиптар, уҡытыусылар hәм башҡа hөнәр эйәләре йәшәй hәм тырышып эшләй. ҡалала 49 милләтте берләштереп, 130 меңдән ашыу кеше йәшәй. Социаль-иҡтисади хәлгә килгәндә, бында эре “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм башҡа төҙөлөш предприятиеларының урынлашыуы сәнәғәт производствоһының йылдан-йыл үҫешенә булышлыҡ итә.
Нефтекама ҡалаhын төньяҡ-көнбайыш Олимпияhы тип атайҙар. Yҙҙәренең көсөн hәм сыҙамлығын үҫтерергә теләүселәр өсөн ҡалала 150 спорт ҡоролмаһы: 38 спорт залы, 9 йәш үҫмерҙәр клубы, 4 балалар hәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар hәм үҫмерҙәр туризмы hәм экскурсиялар үҙәге, “Венед” клубы, 3 йөҙөү бассейны, 10 000 урынлыҡ “Торос” спорт комплексы, яhалма боҙҙан эшләнгән хоккей корты, Физкультурниктар йорто, спорт майҙандары эшләп килә. Ә инде “Торос” хоккей командаһы көндән-көн көйәрмәндәрҙе үҙенең уңыштары менән һөйөндөрә.
Бөгөн бында 30 йәшкә тиклемге йәштәр дөйөм халыҡ hанының 44 процентын тәшкил итә. Йәштәр hарайы ҡала йәштәре өсөн мәҙәниәт үҙәге булып hанала. Бында “Шаяндар hәм тапҡырҙар клубы”, “Студент яҙы”, “Йәш ғаилә”, “Нефтекама гүзәле”, “Һылыуҡай”, “Данко” кеүек конкурстар үткәреү матур йолаға әүерелде. ҡалала 2012 йылдан 7 клубты берләштергән “Октава” йәштәр берекмәhе уңышлы эшләп килә. Нефтекама дәүләт филармонияһы халыҡҡа әленән-әле сағыу һәм ҡыҙыҡлы тамашаларын тәҡдим итә.
Уҡытыу, тәрбиә эштәренә лә ҡалала ҙур әhәмиәт бирелә. ҡаланың уҡыу-уҡытыу системаhында 17 дөйөм белем биреү, 1-се физика-математика лицейы, 1-се гимназия, мәктәп-интернат, асыҡ сменалы мәктәп, 6 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Уҡыусыларҙың теләктәрен, hәләтен hәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, математика, физика, сит телдәр, технологиялар фәндәрен тәрән hәм профилле өйрәнеү өсөн кластар, 10-сы урта мәктәптә кадет кластары асылған. Ишетеү hәм күреү hәләте түбән булған, психик үҫеше тотҡарланған балаларға ҙур иғтибар бирелә. Мәктәпте тамамлап, һөнәрле булырға теләүселәрҙең БДУ-ның һәм ӨДАТУ-ның филиалдары, нефть, машина эшләү, педагогия колледждары, һөнәри лицейҙарҙа белем алыу мөмкинлеге бар.
Заман ҡаршылыҡтарын үтеп, яңы иҡтисад шарттарында үҙенең тотҡан урынын нығытып, ҡала үҫеш юлынан ышаныслы атлай.
Нефтекамала юбилей саралары августа үтәсәк.
Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”