RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һөйөү һүҙҙәрен йәлләмә!

01.02.2013 һөйөү һүҙҙәрен йәлләмә!

Иң оригиналь һөйөү смс-хәбәрен яҙыусыға – бүләк!
Йәндәр был донъяла бер-береһен эҙләп табып, ғаилә ҡороп, нәҫелдәрен дауам итә. Шуларҙың йөҙҙән, меңдән бер парына ғына Аллаһы Тәғәлә ҙур һынау һәм шул уҡ ваҡытта оло бүләген һәҙиә итә икән – ул ысын, саф мөхәббәт. Хәҙер инде ер йөҙөндә бындай көслө тойғоно татыған, аҡылынан шашып яратҡан кешеләрҙең, мөхәббәт тарихы китаптарға яҙылған Таһир һәм Зөһрә, Ләйлә һәм Мәжнүн, Йософ һәм Зөләйха, Тристан һәм Изольда, Ромео һәм Джульетта һөйөүенең көсөн кемдәр­ҙең генә татығыһы килмәй икән дә, кемдәр генә аҡҡоштарҙың тоғролоғона көнләшмәй һуң?
Эйе, мөхәббәт утында яныу үҙе бер бәхет! Көн дә ҡоштар моңона күмелгәндәй, наҙлы һүҙҙәргә күмелеп йәшәргә кәрәк! Тик ниндәйен һайларға уларҙың – оло хисте һаҡлау, ҡулға-ҡул тотоношоп мөхәббәт яланында йөрөү өсөн ҡайһы һүҙҙәр лайыҡлы булыр? Дуҫтар, етеп килгән Ғашиҡтар көнө айҡанлы, һеҙҙән иң шәп һөйөү смс-хәбәренә бәйге иғлан итәбеҙ. Сәләмдәрегеҙҙе дежур телефонға 8 965 92 32 000 номеры буйынса йәки “Вконтакте” сайтында “Йәшлек” гәзите битенә яҙып ебәрегеҙ
Ә “Йәшлек” саф мөхәббәтте бына тигән бүләктәр менән баһаламаҡсы! Иң-иң матур, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һөйөү сәләмен ебәреүселәр һайлап алынасаҡ һәм еңеүсе тип билдәләнәсәк.
Хоҙай Тәғәлә барығыҙға ла мөхәббәт бүләк итһен. Ул бер һәм мәңгелек булһын. Ә уныһы инде һәр кемдең үҙенән тора.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”