29.01.2013 “Халыҡ араһына сығайыҡ, осрашайыҡ, ауырлыҡтарҙы бергә хәл итәйек”
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үткән йылға йомғаҡ яһап, быйылға маҡсаттар билдәләне
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышына урындарҙан башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, республиканың күрше төбәктәренән вәкилдәр, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, БР Президенты Хакимиәте белгесе саҡырылғайны. Шуныһын билдәләргә кәрәк – 2012 йылдың һуңғы айҙарында район-ҡала ҡоролтайҙарында отчет-һайлау саралары уҙып, әлеге йыйылышҡа байтаҡ ҡына яңы рәйес килде. Улар араһында Архангел, Миәкә, Баймаҡ, Әбйәлил, Ишембай, Салауат, Туймазы, Шаран, Өфө райондары башҡорттары ҡоролтайҙары башлыҡтары бар ине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының былтырғы эше ҡәнәғәтләнерлек тип табылды, йыйылған халыҡ, комитет рәйесе Румил Аҙнабаевтың дөйөм докладын тыңлағандан һуң, ошондай һығымта яһаны.
Румил Тәлғәт улы үҙенең сығышында милли мәғариф темаһына ҙур ғына урын бирҙе. Ултырыштағылар ҙа “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закондың 14-се статьяһына ил республикаларында дәүләт телдәрен уҡытыуҙың хоҡуҡи положениелары индерелеүгә ҡәнәғәтлеген белдерҙе. Был һуңғы айҙарҙа күп кенә бәхәс, шау-шыу тыуҙырған күренеш ине, бәғзеләр, Башҡортостанда Конституция менән нығытылған дәүләт теле – башҡорт телен өйрәнеү кәрәк түгел, тип ғауға ҡуптарҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы мәғариф законына тейешле үҙгәрештәр индереүгә ирешеү өсөн күп көс һалды, теләк һәм тәҡдимдәрен ебәрҙе. Һәм һөҙөмтәлә башҡорт теле һәр яҡлап та ныҡлы уҡытыласаҡ, хәҙер Федераль законға таянып, башҡорт телен һаҡлау, ҡулланыу, үҫтереү эшен йәнләндерергә кәрәк. Румил Аҙнабаев һүҙҙәренсә, ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы комплекслы рәүештә тикшергәндәр. Әйткәндәй, Мәғариф тураһындағы закон проекты беҙҙә фән эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары тарафынан ентекләп өйрәнелгән. төп эш БР Мәғариф министрлығына төшһә лә, йәмәғәтселектең роле ниндәй икәнен тормош күрһәтте. Бынан ары башҡорт теле, дәүләт һәм туған тел булараҡ, балалар баҡсаларында ла өйрәнеләсәк. Был эш 2010 йылдан туҡтап ҡалғайны. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Мәғариф министрлығына башҡорт телен өйрәнеүҙең заманса концепцияһын төҙөргә тәҡдим итте”, – тине Румил Аҙнабаев.
Комитет “Рәсәй Федерацияһының милли сәйәсәт стратегияһы” проектын ҡарауҙа ла әүҙемлек күрһәткән, ҡаршы фекерҙәрен белдергән. Мәҫәлән, башҡорт халҡы ил субъекттарын милли республикалар урынына территориаль-сәнәғәт агломерациялары төҙөү иҫәбенә эреләтеүгә ҡаршы икәнен дәүләт власы органдарына еткереүҙе бурыс итеп һанай.
Румил Тәлғәт улы сығышында башҡарма комитет комиссияларының эшенә баһа бирҙе, ҡоролтай эргәһендәге бизнес үҙәгенең әһәмиәте хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, комиссиялар бер аҙ үҙгәреш кисерҙе – милли мәғариф һәм фән менән тарих, тел һәм рухи мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комиссиялар берләштерелде (рәйесе – Фәнзил Санъяров), мәҙәниәт һәм сәнғәт комиссияһы (рәйесе – Данир Ғәйнуллин) барлыҡҡа килде. Дөйөм алғанда, башҡарма комитет тарафынан йыл дауамында 200 сара уҙғарылған.
Артабан башҡарма комитет ағзаһы, комиссия рәйесе Хәләф Ишморатов ватандаштар менән эшләү йомғаҡтарын телгә алып үтте. Рәсәйҙең башҡа субъекттарында, яҡын сит илдәрҙә көн итеүсе башҡорттарҙың хәл-торошона баһа бирҙе. Шуныһы уйға һала – 2008 – 2017 йылдарға иҫәпләнгән “Рәсәй башҡорттары” дәүләт программаһы, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, бары тик 25 процентҡа ғына бойомға ашырыла. Ватандаштарҙы, бигерәк тә милләттәштәрҙе үҙ теләктәре менән беҙгә кире ҡайтарыуға булышлыҡ итеү тураһында 2006 йылда уҡ ҡул ҡуйылған ҡарар ҙа үтәлмәй. Ошондай эштәрҙе яйға һалыу өсөн байтаҡ тырышаһы бар.
Милли мәғариф темаһын дауам иткән сығыштар ҙа булды. Бында башҡорт телен онлайн режимда өйрәнеү зарурлығы телгә алынды. Комиссия рәйесе Фәнзил Санъяров белдереүенсә, әле Рәсәйҙә 20300 мәктәп ябылған (был күрһәткес Фурсенко әфәнде РФ мәғариф һәм фән министры булып торғанда 15 000 самаһы булған). Ә беҙҙең республикала аныҡ һандар юҡ. Был тәңгәлдә ҡоролтай комиссияһы Мәғариф министрлығынан нисә мәктәп ябылыуы, нисә башҡорт теле уҡытыусыһы эштән ҡыҫҡартылыуы хаҡында мәғлүмәт биреүҙәрен үтенә.
Ултырышта “Айыҡ ауыл” республика конкурсының быйыл да дауам ителеүе яҡшы хәбәр булараҡ ҡабул ителде. Бер нисә сығыш экология, ер, сәләмәтлек темаһына бағышланды. Ишембай активисы Әнфис Фәйзуллин ер проблемаһын күтәреп сыҡты һәм ситтәрҙең башҡорт ерҙәренең иң уңдырышлыһын оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыуы хаҡында әсенеп һөйләне. Был юҫыҡта территориаль йәмәғәт үҙидаралары (территориальное общественное самоуправление – ТОС) булышлыҡ итеүе мөмкин. “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль закондың (1995 йылдың 28 авгусында ҡул ҡуйылған) 154-се статьяһы менән нығытылған был үҙидара формаһын булдырып, урындағы ауыл ҡоролтайҙары уны үҙ ҡулына алһа, ситтәр уларҙың рөхсәтенән башҡа бер ергә лә баҫып инә алмаясаҡ. Миҫалға Ишембай районының Смаҡай ауылындағы хәл-торош килтерелде.
Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында Торатау итәгендә нигеҙ ташы һалынған “Ырыуҙар ташы” мемориаль комплексы бөгөнгәсә төҙөлмәгән. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди исеменә ҡара яғырға тырышҡан әҙәмдәр ҙә баш ҡалҡытып тора. Тарихта башҡорттоҡо булып һаҡланған Ырымбурҙағы Каруанһарай мәсетен дә халыҡҡа кире ҡайтарыу тураһында эште хәл итәһе бар. Ғөмүмән, ҡоролтай ағзаларына, башҡорт интеллигенцияһына, йәмәғәтселеккә ҡул ҡаушырып ултыраһы түгел.
Тарих тигәндән, йомғаҡлау ултырышында йәнә бер мөһим мәсьәлә ҡаралды. Ул – ХVI быуатта йәшәгән башҡорт ханы Иҫәндең Тәтешле районындағы ҡәбере өҫтөнә кәшәнә төҙөү. Был хаҡта ғалимыбыҙ Нияз Мәжитов белдерҙе. Шәхестәрҙе белеү, улар хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлау, моғайын, беҙҙең, бөгөнгө заман кешеһенең, төп бурысылыр.
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына үткән йыл әүҙем эшләүе өсөн рәхмәт белдерәм, ойошманан БР Президенты Хакимиәтенә төрлө өлкәләр-һорауҙар буйынса тәҡдимдәр, фекерҙәр күп кенә килде, – тине сарала ҡатнашыусы БР Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов. – Улар тотош республиканың үҫешенә, киләсәгенә файҙалы булды. Артабан да хәл итәһе проблемалар берлектә ҡаралһын, тигән ниәттә ҡалам”.
ҡоролтай ултырышы һуңында сығыштар буйынса ҡарар ҡабул ителде. Үрҙә һанап үтелгән проблемалар, мәсьәләләр буйынса эш дауам ителәсәк, йәштәр комитеттары эшен дә әүҙемләштерергә кәрәк, әлбиттә, башҡорт теле иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Әйткәндәй, әҙәби башҡорт теле ҡағиҙәләрен тотоу йәһәтенән киң мәғлүмәт сараларында мониторинг алып барыласаҡ.
Алдағы көнгә ҡуйылған бурыстар буйынса эш беҙҙең гәзиттә лә даими яҡтыртыласаҡ.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.