29.01.2013 Ипотекаға фатир алыусылар һаны арта
2012 йылда торлаҡ, ер участкалары һәм торлаҡ булмаған фонд буйынса теркәүҙәрҙең һаны, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа артҡан. Һүҙ үрҙә билдәләнгән объекттарҙы кредит аҡсаһына алыу өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәр тураһында бара. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков журналистарға хәбәр итеүенсә, ипотека алыусылар һаны республикабыҙҙа артҡандан-арта бара. Әлбиттә, быға банкылар биргән ипотека кредиттарының шарттары, күләме артыуы ла ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Шулай уҡ «әсәлек капиталы»н ҡулланып торлаҡ алыусылар өсөн дә уңайлыҡтар бар һәм халыҡ уны әүҙем ҡуллана.
Шул уҡ ваҡытта торлаҡ өсөн файҙаланылмаған объекттарҙы алыу өсөн кредит ҡулланыусылар бик һирәк.
Игорь Шеляков билдәләүенсә, үҙ йортон төҙөргә теләүселәр ҙә күп. Уларҙың көндән-көн артыуы ла һөйөнөслө күренеш. Ер участкаһын торлаҡ төҙөү өсөн алыусылар ғына түгел, башҡа маҡсатта ҡулланыусылар ҙа милкен «Росреестр»ҙа теркәүгә яуаплы ҡарай. Башҡортостандың дөйөм майҙаны 14,3 миллион гектар тәшкил итә. Был майҙанға федераль милеккә ҡараған, республика, муниципаль ерҙәр ҙә инә. Граждандар һәм юридик шәхестәрҙең ҡарамағындағы ер − 2,334 миллион гектар.
Л. СОЛТАНОВА.