RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яугир-сәсәндәр юлынан ҡыуып

29.01.2013 Яугир-сәсәндәр юлынан ҡыуып

Яугир-сәсәндәр юлынан ҡыуып
ҡаршылыҡтарға ҡарамай, үҙ көсө, үҙ теләге менән башҡаларға файҙалы эш башҡарып, шунда йәшәү мәғәнәһен күреп ғүмер итеүселәр бар. Башҡорт егеттәре араһында ла күп улар. Шундай ир-уҙамандарҙың береһе – Фәим Ғайсин.
Сәнғәт өлкәһендә уны ҡурайсы тип беләләр. Мәләүез районының Томансы ауылы егете тәүҙә Салауат ҡалаһындағы музыка колледжында, һуңынан Өфө сәнғәт академияһының ҡурай класында белем ала. Бөгөн ул Ауырғазы районының Талбазы музыка мәктәбендә балаларға ҡурай серҙәрен аса. Әммә Фәим Салауат улы менән яҡындан таныш булыусылар уның ҡул көрәшенә оҫта икәнен дә белә. Был һөнәрен дә педагог балаларға еткерергә була. Үҙ мәктәбен асып, бына инде бишенсе йыл ауыл малайҙарына каратэның кекусинкай төрөн төшөндөрә. Дәрестәргә төрлө йәштәге 30-лаған уҡыусы йөрөй.
− Ауылда спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге сикле. Шуға ла балалар өсөн шәхси мәктәп асырға булдым, − ти уҡытыусы.
Талбазыла көрәш секцияһы ла бар. Әммә был ғына аҙ, әлбиттә. Фәим Ғайсин каратэ түңәрәген башта балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә асырға теләй. Тик штат булмау арҡаһында был ниәте тормошҡа ашмай. Шуға күрә үҙ аллы тәүәккәлләй. Дәрестәр башҡорт гимназияһының спорт залында үткәрелә. Егет уны, гимназия директоры менән килешеп, ҡуртымға алып торған. Бағыусылар ҙа ярҙам итә. Бигерәк тә “Урожай” колхозы рәйесе Радик Рафиҡовҡа рәхмәтле Фәим Салауат улы. Бөгөн спорт йыһазы ла тупланған.
Уҡыусылар төрлө ярыштарҙа йыш ҡатнаша. “Көн һайын тиерлек турнирҙарға әҙерләнәбеҙ, икешәр сәғәтлек дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр үтһә, ярышҡа әҙерләнеүселәр менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләнәм”, – ти Фәим Салауат улы. Ғәҙәттә, ата-әсәләр балаларын ярышҡа үҙ транспортында йөрөтә. Республика менән генә сикләнмәй, сит өлкәләргә лә баралар.
− 100 – 150-шәр һум аҡса йыябыҙ ҙа юлға сығабыҙ. ҡайһы ваҡыт 4 – 5 машина менән ярышҡа барған осраҡтар була. Шулай уҡ разрядты (каратэла кю тип атала) күтәреү өсөн даими рәүештә нормативтар тапшырабыҙ. Быға ла юл сығымдары кәрәк. Әммә теләк булғанда, бар ауырлыҡтар ҙа йырып сығыла.
Ысынлап та, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшер өсөн теләк, тырышлыҡ кәрәк. Ир-егеттәр холҡо тәрбиәләнә бит бында. Нормативтарҙы тапшырғанда, уҡыусылар төрлө алымдар күрһәтеп кенә ҡалмай, физик күнекмәләр башҡарырға, таҡтаны ҡул менән һуғып ярып күрһәтергә тейеш. Ә былар өсөн көн һайын үҙ өҫтөңдә ныҡлы эшләү талап ителә, күнекмәләргә йөрөү генә етмәй, ти тренер. Шуға күрә, башҡа спорт төрҙәрендәге кеүек үк, ҡул көрәшендә лә физик көс түгел, ә ихтыяр көсө тәүге урында тора. Үҙ сиратында көрәш менән шөғөлләнгәндә башлыса рухи сынығыу бара. Спорт шуның менән әһәмиәтле лә инде.
Фәим Салауат улы үҙе лә оҫталығын камиллаштырып, билбауының төҫөн мәртәбәлерәккә даими алмаштырып тора. Каратэ менән ул Мәләүез ҡалаһында уҡыған мәлендә мауығып китә. Күмертау физик культура училищеһында уҡығанда ла күнекмәләрҙе ташламай. Бөгөн иһә ҡурай менән көрәш сәнғәте күңелендә тигеҙ урынды биләй. Улай ғына түгел, бер-береһен тулыландырып, үҫтереп килә был ике шөғөл. “Был йәһәттән ата-бабаларыбыҙ өлгө булып тора. Улар төрлө шөғөл-һөнәрҙә оҫталығын үҫтергән бит инде. Сәсәндәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ: йыр-моңға ла әүәҫ, оҫта һуғышсы ла булғандар”, − ти уҡытыусы. Һирәк булһа ла, үҙе кеүек ҡурайға ла, каратэ дәрестәренә лә йөрөгән уҡыусылары килеп сыға. Ундай балалар бигерәк тә ҡәҙерле Фәим Салауат улына.
Тренер күнекмәләрҙе мөмкин тиклем ҡыҙыҡлыраҡ үткәрергә тырыша. Балалар залда ла шөғөлләнә, саф һауала ла йүгереп, саңғыла ла шыуып ала.
− Кекусинкай һуғышыу стиле генә түгел, ә үҙе бер философия. Япон теленән тәржемә иткәндә, “кекусин” юғары хәҡиҡәт тигәнде аңлата. Йәғни, шөғөлләнеүсенең төп маҡсаты − үҙ мөмкинлектәрен асыҡлау, булмышына төшөнөү, шуның аша тормош серҙәрен дә аңларға тырышыу. Әлбиттә, был – бик оҙайлы, хатта ғүмер ахырынаса башҡарыла торған эш. Балаларға шуның нигеҙе һалынып ҡалһа ла, бик файҙалы буласаҡ, − тип һөйләй уҡытыусы. – Кикбоксинг, тай боксы кеүек ҡул көрәштәренә ҡарағанда, был стиль мәғәнәлерәк. Уның асылын бер туҡтауһыҙ үҫешеү тәшкил итә. Әгәр ҙә кикбоксингта бер-ике алым менән сикләнһәләр, кекусинкайҙа һуғышыу алымдары иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Кекусинкай каратэның ҡаты контактлы стиле һанала. Күнекмәләр баланы иң тәүҙә тәртипкә өйрәтә, өлкәндәргә ҡарата хөрмәт тойғоһон тәрбиәләй, насар ғәҙәттәрҙән арындыра. Ата-әсәләрҙең күбеһе, мәҫәлән, балаһын компьютерҙан айырыр өсөн бында бирә. Хәҙер студент булып йөрөгән элекке уҡыусыларым араһында дин юлына баҫыусылар ҙа бар.
ҡул көрәшенә шөғөлләнеүселәр алты йәштән үк ҡабул ителә, йәғни балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә килә. Араларында ҡыҙҙар ҙа бар. Иң һәләтле уҡыусыларҙың береһе – Алмас Исламғолов − өс тапҡыр Башҡортостан чемпионы. Рәсәй кимәлендә лә уңышлы сығыш яһай. Волга буйы федераль округы беренселегендә дүртенсе урынды яулай. Яңыраҡ ҡына Өфөлә үткән “Надежда” Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашып, призер булып ҡайтты. Икенсе кластан, мәктәп асыл­ғандан бирле, каратэға йөрөй башлаған Алмас биш йыл эсендә байтаҡ көрәш алымын үҙләштереп өлгөргән. Уға ике сантиметр ҡалынлыҡтағы таҡтаны һуғып ярыуы бер ни түгел. Бынан тыш, үҫмер милли көрәш секцияһына ла йөрөй. Каратэ менән бергә көрәш алымдарына ла эйә булһаң, көс-ҡеүәт тә, үҙ-үҙеңә ышаныс та икеләтә арталыр ул. Шулай уҡ баскетбол уйнарға, саңғыла йөрөргә лә өлгөрә тырыш, отҡор егет.
Ярыштар республикала Башҡортостандың каратэ-кекусинкай федерацияһы тарафынан ойошторола. Әлеге көндә был спорт төрө беҙҙең төбәктә, башҡа өлкәләр менән сағыштырғанда, ныҡлап үҫешмәгән. Фәим Ғайсин кеүек тәүәккәл егеттәр булһа, ныҡлы рухлы ир-азаматтарыбыҙ ҙа үҫеп сығыр әле.

М. ИҡСАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”