RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт балалар театр студиялары кәрәк

25.01.2013 Башҡорт балалар театр студиялары кәрәк

Башҡорт балалар театр студиялары кәрәк
− Әсәй, ә бөгөн театр студияһына барабыҙмы?
Ете йәшлек Алтынай ҡыҙыбыҙ көн дә иртән, әсәһе сәсен үргәндә, шул һорау­ҙы бирә. Хатта яуабын үҙе белеп торһа ла. Был уларҙың иртәнге уйыны, тип әйтһәк тә була. Икеһенә лә оҡшай был «уйын»: ҡатыным Лилиә көҙгө алдында ҡыҙыбыҙҙың биленә етеп, тулҡынланып торған сәстәрен тарай башлай. Шул саҡ Алтынай, әсәһенә көҙгө аша ҡарап, бик килешле итеп ҡаштарын сөйөп, алһыу бит алмаларын йомроландырып, йылмайып, һорауын бирә. Яуабы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, артабанғы сәс үреү, ҡыҙым менән бер исемде йөрөткән «Алтынай» башҡорт балалар театр студияһының репертуарындағы пьесаларҙан йырҙар, репликалар менән дауам итә. Һәр көн яратылып башҡа­рыл­ған был ғөрөф-ғәҙәт, 10 минутлыҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙыбыҙ өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнен бик яҡшы аңлайбыҙ. ҡыҙыбыҙҙың, беренсе синыф уҡыусыһының, яҡшы кәйеф менән башланған иртәһе бик матур көнгә барып ялғаныр, тигән ышаныс күңелгә ниндәйҙер йылы яҡтылыҡ бирә.
Әлмира Шәриф ҡыҙы ҡыуатованың исеме, Сибай ҡалаһының «Сулпан» дәүләт балалар театрына, дәүләт филармонияһына нигеҙ һалыусыларының береһе буларак, күптәргә бик яҡшы таныш. Уның ихлас, ябай, яҡты күңелле, инсафлы кеше, ныҡышмал профессионал, көслө рухлы шәхес икәне лә билдәле. Үҙенең тыуған ауылы Юл­дашта «Елғыуар» кинокартинаһын төшөргәндә беҙҙең кино төшөрөүселәр коллективының алмаштырғыһыҙ ағза­һына әүерелде Әлмира апай. Ойоштороу, аралаша белеү һәләте уны һәр ваҡыт биҙәп, кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырып торҙо. Ә. ҡыуатова «Алты­най» башҡорт балалар театр студияһының асылыуы тураһында хәбәр иткәс, ҡыҙыбыҙҙы саҡырыуын шатланып ҡа­бул иттек. Иғтибарыбыҙҙы бигерәк тә студияның уҡытыу программаһы тартты. Әлмира Шәриф ҡыҙы менән Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә ҡасимова актер оҫталығы дәрестәрен алып барасағын белеү күңелдәрҙе тағы ла үҫтереп ебәр­ҙе. Студияла балаларҙың һәләтен асыу, үҙ-үҙеңә ышаныс арттырыу, тормошҡа асыҡ позитив ҡараш тәрбиәләү иң мөһим урынды алып тора. Ә сәхнә телен өйрәнеүҙе, башҡорт телендә фекер йөрөтөүҙе, үҙ фекерҙәрен асыҡ итеп еткерә белеүҙе үҙләштереү бу­йынса филология фәндәре кандидаты, балалар шағирәһе Рәсимә Миң­лебулат ҡыҙы Ураҡсина уҡыта. Шундай остаздарҙың хеҙмәте һөҙөмтәһе балаларҙың тәү ҡарашҡа күренмәгән һәләтенең асылып китеүендә, үҙҙәрен ышаныслыраҡ тотоуында, көндәлек тормоштағы күп мәсьәләгә һәм мәктәптә дәрестәренә яуаплы ҡарай башлауында күренә. Һәр аҙнаның шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә театр студияһында шөғөлләнеүҙе ҡыҙыбыҙ бик етди, мауыҡтыр­ғыс эш тип һанай, һәр дәресте көтөп ала, ҙур теләк менән йөрөй. Әлбиттә, бында ғаиләбеҙҙең ике быуын өлкән ағзаларының кино һәм театр эшмәкәрлегенә бәйле булыуы үҙ ролен уйнай­ҙыр. Тик бер һүҙһеҙ, талантлы һөнәр оҫталарының хеҙмәте, баланың һәләтен, сәхнәгә булған һөйөү тойғоһон үҫтереүҙә, донъяға булған ҡараштарын киңәйтеүгә ҙур йоғонто яһауы көн кеүек асыҡ. Бигерәк тә милләтебеҙҙең мәҙәниәтен тергеҙеү, үҫтереү, баш ҡалабыҙҙа һәм, ғөмүмән, республика күләмендә башҡорт балалар театр студияларын дәүләт кимәлендә булдырыу бик мөһим. Ғөмүмән, һәр бер театр бинаһында, ҡала-райондарҙа башҡорт балалар театр студиялары асылһа, ниндәй шәп булыр ине. Йәш быуында үҙ телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә вайым­һыҙ ҡалмай, балаларыбыҙҙы милләтебеҙ менән ғорурланып йәшәүгә бә­ләкәй­ҙән өйрәтеүгә булышлыҡ иткән «Алтынай» башҡорт балалар театр студияһының ойоштороусыларына һәм уҡытыусыларына ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларға артабан да уңыштар юлдаш булһын.

Айсыуаҡ ЙОМАҒОЛОВ,
Башҡортостан кинематографистары союзы рәйесе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”