RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Студент йылдарын хәтерләйһегеҙме?

25.01.2013 Студент йылдарын хәтерләйһегеҙме?

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ, фольклорсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор:
– Студент йылдарының һәр көнө үҙе бер хәтирә булды. Мин 1961 йылдан студент исемен йөрөтә башланым. Хрущевҡа рәхмәт, шул йылда мәктәп ун бер йыллыҡҡа әйләндерелде. Шуға күрә ул йыл­ды Р. Ғарипов исемендәге баш­ҡорт гимназияһынан тыш сығарылыш булманы. Мин ул ваҡытта әрмелә хеҙмәт итеп йөрөй инем, уҡырға инеү өсөн өс ай алдан ҡайтарҙылар. Һалдаттар эркелешеп уҡыу йорттарына инә башланы. Ирек Кинйәбулатов, Фәрүәз ҡасҡынбаев, Рим Нуриманов, Вафа Әхмәҙиев, Фирғәт Зәйнуллиндар менән бер төркөмдә уҡыныҡ. Төрлө ерҙә эшләп, арыуыҡ хеҙмәт стажы булған ҡыҙҙар ҙа булды. Уҡыу башланғас, ул саҡтағы декан урынбаҫары Ғәли Сәйетбатталов: “Һин староста булаһың”, − тип миңә яңы бурыс йөкмәп ҡуйҙы.
Беҙҙең дәүер үҙе бер башҡа ине, ижади мөхит хакимлыҡ итте. Вафа Әхмәҙиев тапҡыр, әсе телле егет ине. Яңы йыл байрамы алдынан ҡыҙҙарға эпиграммалар яҙып, шуны уҡып йөрөнө. Улары, ҡағыҙ­ҙарын тартып алабыҙ, тип этләнеп бөттө. Вафа шиғырҙарын тәнәфестә уҡыр ине. Минеңсә, иң һәйбәт лирик әҫәрҙәре ана шул осорҙа яҙылған да.
Беҙ, 16 егет, Киров урамындағы ағас йортта торҙоҡ. Дежурлыҡ булдырҙыҡ, сиратлап ашарға бешерәбеҙ, мейес яғып, өйҙө йылытабыҙ. Хрущевҡа тағы бер рәхмәт – бер йыл буйы икмәк бушлай булды, йәнәһе, социализмға аяҡ баҫтыҡ. 23 тәңкә стипендияны нисек булһа ла бер айға һуҙырға тырыштыҡ.
Өс йыл уҡығас, «академ» алып, бер йыл эшләргә тура килде. Уҡыуымды артабан Тимерғәле Килмөхәмәтов, Тимер Йосоповтар менән бергә дауам иттем. Көслө төркөм инек, бер юлы өс фән докторы сыҡһын әле. “Профессор” тигән һүҙ һирәк ишетелә ине, беҙҙең тарих-филология факультетында Жәлил Кейекбаев ҡына шул исемде йөрөттө, ҡалғандар − доцент, өлкән уҡытыусы. Жәлил ағайҙың дәрестәре үҙе бер яҡты хәтирә...

Ғәзим ИЛЬЯСОВ, башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы:

– Ул осорҙоң һәр мәле ҡыҙыҡ булды. Мин иң тәүҙә Стәрлетамаҡ педагогия институтында, унан Өфө сәнғәт институтында (әлеге З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһы) уҡыным. Ятаҡта дүрт егет йәшәй торғайныҡ. Сәй эскән мәлдә берәйһе килеп инһә: “Сәй эсәһеңме?” − тип һораған булабыҙ ҙа, уныһы яуап биреп тә өлгөрмәй, “Ярай атыу, эсмәһәң”, – тип ҡуябыҙ. Шул рәүешле киң күңеллелек күрһәткән булғанбыҙҙыр инде.
Өйрәк йә тауыҡ бешерһәк, кухняла ҡарауыллап ҡына йөрөйбөҙ, юғиһә берәйһе алып китеүе бар.
Ғөмүмән, уҡырға ла, күңел асырға ла ваҡыт таба белдек. Ял-байрам мәлдәрендә йырлап-бейешә инек. Хәҙер ул дәртле һәм ялҡынлы йылдарҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды.

Гөлнур ҡОЛҺАРИНА, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Харис улы Йосоповтың ярҙамсыһы, филология фәндәре кандидаты:

– Мин БДУ-ның беренсе ятағы студсоветының мәҙәниәт секторын етәкләнем. Күңелле саралар йыш үтә ине. Студент ғаиләләре араһында “Йәш ғаилә” конкурсын уҙғарғайныҡ. Йәштәр үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынаны. Әле лә иҫемдә: журналист Баныу ҡаһарманова иптәше Айрат менән тәүге урынды алғайны. Һуңғараҡ был сара дәүләт кимәлендә ойошторолдо, һәр ҡала-районда үткәрелә башланы.
Ятаҡта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған, автор йырҙарын гитарала башҡарыусылар араһында бәйге булды. Бер аҙҙан был сара ла киң танылыу тапты. Мин аспирантурала уҡыған саҡта инде студенттар араһында “Һылыуҡай” конкурсын ойошторғайныҡ. Унда ҡатнашҡан ҡыҙҙар һуңғараҡ республика кимәлендәге ошо бәйгелә үҙҙәрен һынаны.
Ғөмүмән, йәшлектең матур йылдары йөрәк түрендә һаҡлана.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”