RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иҫерткес эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеүселәргә ҡарата сара күреләсәк

25.01.2013 Иҫерткес эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеүселәргә ҡарата сара күреләсәк

йәки Әбйәлил районының Үтәгән ауылы халҡы мәктәп эргәһендә һыра һатыуға ҡаршы
ҡәҙерле уҡыусылар! «Дежур телефон» быйыл да үҙ эшен дауам итә. ҡыш көнө йорт-ҡураны ҡарау, хужалыҡ мәшәҡәттәренән бушап ҡалғандай булабыҙ. Ошо мәлде файҙаланып, проблемаларығыҙ менән уртаҡлашып, борсоған һорау­ҙарығыҙҙы биреп ҡалығыҙ. Беҙ, хәлегеҙгә инеп, һеҙҙең һорауҙарға мөмкин тиклем тулыраҡ яуап бирергә тырышырбыҙ.
Әбйәлил районының Үтәгән ауылы халҡы:
– Ауылыбыҙҙа дүрт магазиндың икеһендә бик йәмһеҙ күренеш хөкөм һөрә: спиртлы эсемлектәр һаталар. Һатыусы йортона Силәбе өлкәһенән (nar-590 һанлы) еңел автомобиль килеп, 10 көнгә бер тапҡыр араҡы бушатып китә. Хужа шуны өйөндә лә, магазинында ла һата. Икенсе һатыу нөктәһе мәктәп эргәһендә генә урынлашҡан. Әммә унда һыра иркен – көнө-төнө һатыла. Уҡыусыларҙың да унан спиртлы эсемлектәр алыуы билдәле. Ауыл халҡы был хәлгә ҡаршы тороп ҡараны. Әммә барыһы ла үҙгә­реш­һеҙ ҡала.
Әбйәлил районы буйынса полицияның участка уполномоченныйы һәм бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге начальнигы Айрат Яма­лов: «Мөрәжәғәтте иҫәп­кә алып, яҡын арала был факт буйынса тикшереү үткәрәсәкбеҙ. Закон буйынса, ауыл ерендә алкоголь продукцияһы менән сауҙа итеү өсөн һатыу нөктәһенең майҙаны 25 квадрат метр­ҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тыйыла. Мәктәп биләмәһе янында урынлашҡан магазинда тә­мәке, һыра һатылырға тейеш түгел. Әгәр ҙә Үтәгән ауылында был талаптарҙың бо­ҙолоуы асыҡлана икән, ғәйеп­леләр яуапҡа тарттырыласаҡ», – тип ышандыр­ҙы.

Фәнилә ХАЗИХАНОВА, Учалы ҡалаһы:
− Оло йәштәге әсәйемде дауаханаға алып барҙым. Терапевт ҡан тапшырыуға йүнәлтмә яҙып бирҙе. Әммә анализдар тапшырыу кабинетында бер аҙнанан ғына килергә ҡуштылар. Хәҙер ниндәйҙер яңы ҡа­ғиҙәләр индерелдеме икән?
Учалы үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Дмитрий Иванов: «Анализ тапшырыу процедураһы ҡәҙимгесә. ҡандың дөйөм анализы көнөндә үк ҡабул ителеп, әҙер була. Бәлки, ауырыу менән айырым осраҡ булғандыр. Һо­рау килеп сыҡҡан хәлдә сирлеләр дауахананың бе­леш­мә бүлегенә мөрәжәғәт итә ала», – тип аңлатты.

Фрүзә МӘҮЛИТОВА, Стәрлебаш районы, Һа­райса ауылы:
– Көҙ газ счетчиктарын ал­маштырырға ҡуштылар. Эш­тән сыҡмаһа ла, әйткәс, пенсиямды йыйып, 10 мең һумға – мейес, 3 мең һумға счетчик алдым. Уларҙы ҡу­йыуға ла байтаҡ сығым кит­те. Хәҙер, счетчиктар эшләмәгән тип, ауыл халҡынан ярты йылда яндырылған яғыу­лыҡ өсөн яңынан түләттерәләр. Шуныһы ла аңлашылмай: элек счетчиктарҙы бушлай ҡуялар ине бит. Ни өсөн беҙ үҙ аҡсабыҙға урынлаштырҙыҡ һуң?
Салауат ҡалаһындағы «Газ­пром межрегионгаз” ойошмаһының контролер-иҫәпләүсеһе Эльвира Ва­хитова: «Счетчиктарҙы тикшереүсе мотлаҡ акт төҙөй. шуға күрә иҫке ҡорамалдың алмаш­тырылыуы­ның сәбәбен асыҡлар өсөн актты ҡарарға кәрәк. Сәбәп­тәр төрлө булыуы мөмкин. Иҫке счетчиктың ҡулланыу мөҙ­ҙәте сығыуы, пломбаһы ватылыуы йәки газ күләмен үлсәү ҡорамалының боҙолоуы ихтимал.
Әгәр ҙә счетчиктың газ күләмен дөрөҫ иҫәпләмәйенсә эшләгәне асыҡланһа, алты ай өсөн өҫтәп түләүҙәр индерелә. Нигеҙҙә, яңы счетчикты ҡулланыусы үҙ аҡса­һына һатып ала. Әммә был йәһәттән урындағы хакимиәттең ярҙам итеүе ихтимал. Был мәсьәләне иһә район хакимиәте хәл итә», – тигән аңлатма бирҙе.

Юлай ХУТОВ, Иглин районы, Оло ҡара­малы ауылы:
– Элек район үҙәгенә ҙур автобус йөрөй тор­ғайны.
Яңы йыл алдынан ни­ңәлер рейсты яптылар. Хәҙер пассажирҙарҙы шәх­си «ГАЗель» автомобиле ташый. Халыҡ өсөн был бик уңай­һыҙ, тығыҙ, урындар етмәй. Шул бәләкәй транспортта утыҙлаған кеше барырға мәжбүрбеҙ. Элек­ке рейсты ҡабаттан асыу мәсьәләһе хәл ителерме, юҡмы?
Иглин районы хакимиәте башлығының социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Йосопов: «Ха­лыҡ шәхси таксиҙа йөрөй башлағас, «Баш­авто­транс» пред­приятиеһы рейс­ты ябырға мәжбүр бул­ды. Әгәр ҙә халыҡ йыйылыш үткәреп, дәүләт транспортында йө­рөү теләген белдерһә, рейс­ты ҡабаттан асыу мәсьә­ләһе ыңғай хәл ителәсәк», – тине.

Шылтыратыуҙарҙы Мөнир ИҡСАНОВ ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”