25.01.2013 Миллионлап урлағандар
Банкыларҙың видеоҡорамалдар һәм махсус сигнализация менән йыһазландырылыуына ҡарамай, урамдарҙа, баҙарҙарҙағы терминалдарҙы ватып, аҡса урлау осраҡтары һаны кәмемәй.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәти эҙләү һәм шәхси именлек подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ярты йылда республика буйлап банкоматтарҙы аҡтарып, аҡса урлап йөрөгән 23 − 29 йәштәрҙәге ете кешене ҡулға алған. Полиция Нуриман районында – ике миллиондан ашыу, Мишкә районында − бер миллион, Дыуан районында 35 мең һум аҡса юғалыуын асыҡлаған. Бурҙар сентябрҙә Ауырғазы районында банкоматтан − 2,5 миллион, октябрҙә Борай районында − 1,5 миллион һум, Краснокама районында − 3 миллион һум, декабрҙә Архангел районында 3 миллион һум аҡса урлаған. Енәйәтселәр барлығы 12 миллион һум «табыш алған». Уларҙан ике пневматик пистолет, ноутбук, ювелир әйберҙәр һәм шәшке тун алыуға чектар тартып алынған.
З. ХӘСӘНОВА.