RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

22.01.2013 Хоҡуғыңды бел

Аҡсаны ҡайтарырҙармы?
Оло ҡыҙымдың тыуған көнөнә кеҫә телефоны бүләк иткәйнем. Өс ай үтеүгә төймәләре эшләмәй башланы. Уны йүнәтергә биргәйнек: “Теле­фонға һыу эләктергәнһегеҙ, йүнәтеп булмай. Ярҙам итә алмайбыҙ”, – тип кире борҙолар. Гарантия ваҡыты үтмәгән бит. Магазин телефонды бушлай йүнәтергә, йә хаҡын кире ҡайтарырға тейеш түгелме ни? Бөтә документтар үҙебеҙҙә һаҡлана.
Нәзирә ЙӘЙЛӘҮЕВА.
Ейәнсура районы,
Үрген ауылы.

Һорауға ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау ойошмаһының юрист-консультанты Ирина ПРОЦКОН яуап бирҙе:
– Судҡа мөрәжәғәт итеп, суд экспертизаһын тәғәйенләүҙе һорарға мөмкин. Шулай ҙа телефондың хаҡын ҡайтарыуҙары ике­ле. Һеҙ­ҙең ғәйеп ме­нән эшләмәй, тип һорауы­ғыҙ­ҙы кире ҡа­ғыуҙары ла бар.
Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, телефон боҙолһа, магазиндың үҙенә экспертизаға бирмәгеҙ. Сауҙа ойошмаһына уны бушлай йүнәтеү йә аҡсаны ҡайтарыу отошло түгел. Үҙҙәре аңлы рәүешле һыулауы, сыйыуы һ.б. ихтимал. Һуңынан һеҙ киреһен бер нисек тә дәлилләй алмаясаҡһығыҙ. Шуға күрә аҡса­ғыҙҙы йәлләмәгеҙ, бойондороҡһоҙ экспертизаға бирегеҙ. Уларҙың һығымтаһы менән телефон һатып алған магазин­ға дәғүәгеҙҙе белдерегеҙ.

Ни өсөн пенсиям әҙ?

Мин хаҡлы ялға льгота буйынса иртә сыҡтым, үҙем өсөнсө төркөм инвалидымын. Ғинуар аҙағында 60 йәшем тула. Элек пенсиям 8 429 һум ине, әле килеп 6 690 һум аҡса тоттор­ҙолар. Тыуған көнөм алдынан ни өсөн миңә бындай “сюрприз” әҙерләгәндәр?
Мөнир ФАЗЛЕТДИНОВ.
Иглин районы,
Оло ҡарамалы ауылы.

Һорауға Иглин районы Пенсия фондының түләүҙәр буйынса белгесе Людмила САНКИНА яуап бирҙе:
– Фазлетдиновҡа 60 йәш тулғас, пенсия икенсе категория буйынса иҫәпләнә башлаясаҡ. Беҙ уға быға тиклем тәғәйенләнгән иҫәп буйынса билдәле көнгә тиклем һананыҡ та аҡсаһын ебәрҙек. Борсол­ма­һын, февралдән пенсияһын тулы күләмдә ала башлаясаҡ.

Гүзәл ЙОСОПОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”