22.01.2013 Сауҙа алиһәһе – Көнһылыу
Әҙәм балаһының яҙмышы ҡайһы саҡта ҡатмарлы йәки үтә еңел, сағыу йәки төҫһөҙ ҡәләмдәй булып күренә. Әммә уларҙың һәр береһе ҡабатланғыһыҙ, һәр кемдең үҙенә генә хас икәнлеге бәхәсһеҙ.
Заманында үҙ эшен бер тоҡ он, бер нисә килограмм шәкәр менән генә башлап ебәргән Көнһылыу Ғәли ҡыҙы Шәрипованың тормошон эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләгән һәр кемгә өйрәнеү китабы итеп бирергә булалыр. Хәйер, Көнһылыу апай үҙе лә кешеләргә ярҙам итергә, ҡиммәтле кәңәштәрен бирергә әҙер. Уның мейеһен, күпселек эшҡыуарҙар кеүек, туҡтауһыҙ “аҡса, аҡса” тигән уй бырауламай, киреһенсә, Көнһылыу апай матурлыҡҡа ғашиҡ булыуы, айырыуса, китаптар уҡырға яратыуы менән айырылып тора. Бәләгә йәки ниндәйҙер ҡатмарлы хәлгә тарыған кешегә лә ярҙам итмәй ҡалмай ул.
Көнһылыу Ғәли ҡыҙының районыбыҙҙан берҙән-бер эшҡыуар булып ”Сауҙа − 2012” тип аталған I республика фестивалендә ҡатнашыуын бик тә лайыҡлы, ул үткән ҡытыршы юлдарға баһа булғандыр, тип уйлайым. Тәүге тапҡыр үткән үҙенсәлекле сараға Башҡортостандың иң яҡшы производство һәм сауҙа предприятиелары вәкилдәре йыйыла. Ул “Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы һайла!” девизы аҫтында үтә.
Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин, фестивалгә йыйылыусыларҙы тәбрикләп: “Сауҙа − халыҡтың теләктәренә ҡарап үҙгәргән, көндән-көн ныҡлап үҫешкән мөһим иҡтисади тармаҡ ул. Йыл һайын төрлө тауар ғына түгел, хеҙмәтләндереүҙең яңы стандарттарын тәҡдим иткән предприятиелар асыла. Мәҫәлән, Башҡортостандың сауҙа баҙарына “Метро Кеш энд Керри”, “Леруа Мерлен”, “Ашан” кеүек донъя гиганттары килеп инде. Быларҙың барыһы ла республикабыҙҙың иҡтисади үҫешен дәлилләй”, − тине.
Ысынлап та, Көнһылыу Ғәли ҡыҙы әйтеүенсә, фестиваль юғары кимәлдә ойошторола. “Башҡортостанда ниҙәр генә етештерелмәй икән! Уларҙың төрлөлөгөнә, матурлығына, зауыҡлығына һоҡланыуымдың иге-сиге булманы. Республиканың иң яҡшы производство, сауҙа предприятиелары ойошторған күргәҙмәлә ниҙәр генә юҡ ине! Айырыуса милли һәм хәләл аҙыҡ-түлеккә ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуандырҙы. Шундай ҙур сауҙа объекттары араһында минең дә фестивалдә ҡатнашыуым оло бәхеткә тиң. Бының өсөн район етәкселегенә, сауҙа бүлеге начальнигы Г. Асыловаға бик тә рәхмәтлемен”, − ти ул.
Көнһылыу апай өсөн көтөлмәгән, ғүмеренең иң иҫтәлекле мәле алда була әле. Фестивалдә ҡатнашыусылар ун биш номинация буйынса көс һынашып ҡарай. Һәм беҙҙең Баймаҡ ҡалаһының “Тәмлекәс” кафеһы директоры “Иң яҡшы кондитер изделиеларын етештереүсе” номинацияһында еңеүсе булып сыға! Көнһылыу Ғәли ҡыҙы махсус диплом һәм “Сауҙа алиһәһе” (“Богиня торговли”) тип аталған статуэтка менән бүләкләнә.
Эшҡыуар танылыу алһын, һатып алыусыларға билдәле булһын өсөн юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, ял һәм байрам көндәрен онотоп, ныҡышмалы рәүештә тик алға барырға ынтылғанда тағы ла ниндәй проблемаларҙы хәл итергә тура килеүен ул тик үҙе генә белә. Көнһылыу апайҙың кешелеклелеге, тырышлығынан үрнәк кенә алырлыҡ. Районыбыҙға Өфөнән еңеү яулап ҡайтҡан эшҡыуар, шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле әсә, өләсәй, алтын ҡуллы хужабикә Көнһылыу Ғәли ҡыҙы киләсәктә лә беҙҙе юғары ҡаҙаныштары һәм, әлбиттә, тәмлекәстәре менән һөйөндөрһөн.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.