RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер алдашыуҙың тарихы

18.01.2013 Бер алдашыуҙың тарихы

Тормош бөтөнләй икенсе боролош алһын өсөн ҡайһы саҡ бер һүҙ, бер ҡараш та етә. Түбәндәге ваҡиға аҡыллыға ишара булһын.
Роман Жан-Клод 1954 йылда Францияның Юра департаментында тыуған. Ғаиләлә көтөп алынған берҙән-бер балаға ата-әсәһе ҙур өмөт бағлай. Кескәй саҡтан уҡ уға юғары идеалдар һеңдерелә. Яҡын кешеләре малайҙы киләсәктә табип итеп күрергә хыяллана. Роман, ысынлап та, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Мәктәптә яҡшы уҡый, тәртипле була, ата-әсәһен хөрмәтләп кенә тора. Урта белем алғас, егет медицина университетына уҡырға инә. Тиҫтерҙәре араһында тырышлығы менән айырылып тора. Икенсе курста һуңғы имтиханға һуңлай – йоҡлап ҡала. Һөҙөмтәлә Романды уҡыуҙан ҡыуалар. Насар яңылыҡты егет ата-әсәһенә әйтмәҫкә ҡарар итә. ҡайғырырҙар, күңелдәре ҡалыр, тип ҡурҡа ул.
Ошо мәлдән Романдың ялған тормошо башлана... Егет яҡын кешеләренә, хәлдәрем ал да гөл, уҡып йөрөйөм, ти, үҙе көн дә университетҡа йөрөүен дауам итә. Тиҫтерҙәренә диплом бирелгәндә, ул ата-әсәһен “диплом алдым” тип һөйөнсөләй. Иптәштәре медицина өлкәһендә тир түккәндә, ул, мин Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында эшләйем, ти. Үҙе даими рәүештә Женева һәм башҡа ҡалаларға, йәнәһе, эш сәфәренә йөрөй. Ысынында иһә ул аэропорт ҡунаҡханаһында ваҡыт уҙғар­ғас, сувенирҙар тейәп ҡайтыр бул­ған. Конференция-күргәҙмәләрҙә лә йыш ҡатнаша. Күптәр уны абруйлы табип тип таный башлай. Алдаш­ҡанын берәү ҙә һиҙмәй. Хурлыҡҡа ҡалмаҫ өсөн Роман Жан-Клод медицина буйынса китаптар уҡыған, төрлө өлкәлә белемен камиллаш­тыр­ған. Әң­гәмә барышында уның тәрән аҡылы, киң эрудициялы булыуы асыҡ күренгән. Ошондай тормош егерме йыл дауам итә. Был ваҡыт эсендә ул ғаиләле була, ике балаһы тыуа, хатта ситтә мөхәббәт тә таба. Бөтәһе лә, шул иҫәптән ҡатыны һәм һөйәркәһе уны уңышлы кеше тип иҫәпләй.
Эшһеҙ ир нисек ғаиләһен аҫраған, командировкаларға йөрөгән, тиһегеҙме? Ул бурысҡа аҡса алған һәм “онотҡан”, башҡа мутлыҡтар ҙа ҡылған.
Романды намыҫы гел яфалаған, алдашыуын һиҙҙермәҫ өсөн уға һәр саҡ уяу булырға тура килгән. 1993 йылда уның тамсы ла түҙер әмәле ҡалмай. Ул ҡатынын, ике балаһын, ата-әсәһен үлтерә. Һөйәр­кәһен дә “теге донъя”ға оҙатыр­ға теләй, әммә уныһы ҡасып ҡотола. Шунан ағыу эсеп, үҙ-үҙен яндырырға тырыша. Әммә уны ҡотҡарып өлгөрәләр. 1996 йылда Романды 22 йылға төрмәгә оҙаталар.

Гүзәл ЙОСОПОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”