RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Тирмәкәй, Тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй?»

18.01.2013 «Тирмәкәй, Тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй?»

«Тирмәкәй, Тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй?»
− Что такое шежере? − тигән һорау ҡапыл һиҫкәндереп, әйләнеп ҡарарға мәжбүр итте. Ишек төбөндә, баш кейемен ҡарҙан таҙарта-таҙарта, урта йәштәге ҡатын тора ине. Эстән генә: «улай ҙа була икән!» − тип уйлап та өлгөрмәнем, мөләйем йөҙлө башҡорт тәрбиәсеһенең һыр бирмәйенсә: «Һеҙ ҡайҙан? Әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ!»- тип үҙенең коллегаһын балалар баҡсаһының тирмә, теге йәки был ғаиләнең шәжәрәләре ҡуйылған залға әйҙәне. Үҙе яғымлы тауышы менән ҡунағына туҡтауһыҙ һөйләй:
− Шәжәрә − башҡорт халҡының тарихына бәйле ижад ителгән иң боронғо яҙма ҡомартҡыларының береһе. Беҙ ҙә әҙәби-тарихи ҡомартҡыны бәләкәй быуын вәкилдәре онотмаһын өсөн үҙебеҙҙә шәжәрә байрамдарын ойошторабыҙ. Бөгөн һеҙ «ҡайҙан тамырың һинең?» тигән семинар-практикум сигендә уҙғарылған шәжәрә байрамы менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ.
Мин дә, тәрбиәсенең матур яғымлы тауышына арбалып, әкиәти залға арттарынан эйәрҙем. 2003 йылдан эшләп килгән «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһында барлыҡ стендтар башҡорт телендә биҙәлгән, балалар өсөн махсус эшләнелгән уйын мөйөштәрендә халҡыбыҙҙың милли йолалары һүрәтләнгән. Зауыҡ менән би­ҙәл­гән тирмәлә мил­ли башҡорт кейемдәрендә 4 − 5 йәшлек ҡыҙ­ҙар­ҙың ҡурсаҡ уйнап ултырыуын күреп, үҙемде ниндәйҙер әкиәт илендә йөрөгән кеүек хис иттем.
− Йыйылғандар егеттәр,
барыһы ла һөлөктәр,
Алдылар ҡулға ҡорал, киттеләр
яуға улар.
Гармунсы ла бар бында,
бейеүсе лә бар бында,
ҡурайсы ла бар бында, кем генә
юҡ бында…
Күҙҙәре янып торған бәләкәй генә башҡорт малайҙары бер ҡул менән бүректәрен һыпырып, тирмә эсендәге ҡыҙҙарға күҙ ҡыҫып шаяра-шаяра килеп инде. Саф башҡорт телендә: «Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, һуңлайбыҙ! Һеҙгә уйнарға ғына!» − тип егеттәрсә шелтәләп, ҡыҙҙарҙы тамаша залына саҡыр­ҙылар. Бәләкәй генә балаларҙың ололарса фекерләүе, дәртле баҫып йөрөүе күңелдә әйтеп бөтмәҫлек ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Сер итеп әйтәм, рус мөхитендә йәшәгән ғаиләләр балаларын рус телендә күберәк аралашһын өсөн һәм «балаларҙың башын ҡатырмау» ниәте менән рус балалар баҡсаһына бирергә тырыша ине. Хәҙер иһә кире күренеш! 25-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева белдереүенсә, сиратта тороусы ғаиләләрҙең һаны артҡандан-арта һәм бөгөн балалар баҡсаһына төкәтмә төҙөү зарурлығы тыуа. Сөнки «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы Белорет ҡалаһында башҡорт рухында тәрбиәләгән, ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған рухи байлыҡты түкмәй-сәсмәй еткереүсе берҙән-бер милли мәғариф учреждениеһы һанала. Әйткәндәй, унда барлыҡ байрам-кисә ата-әсәләр һәм тәрбиәселәрҙең дөйөм көсө менән уҙғарыла. Был үҙенсәлекле алым балалар менән ата-әсәләр араһындағы туғанлыҡ һәм йылылыҡ хистәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Семинарҙың теоретик өлөшөндә Белорет ҡалаһы һәм районының балалар баҡсалары тәрбиәселәре, дөйөм белем биреү учреждениелары белгестәре 25-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән шәжәрәләр менән танышты. Бында һоҡланыу уятҡан эштәр ҙә бар ине. Мәҫәлән, Артур Шәрипов интернет ярҙамында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән олатаһы тураһында белешмә тапҡан, ә Динара Хәлилова ата-әсәһенең ярҙамы менән 13 быуынға тиклем шәжәрәһен төҙөгән.
Семинар-прак­тикумды артабан шәжәрә байрамы дауам итте. «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең таланты тәжрибәле педагогтар тарафынан тулыһынса асылды. Шаулап-гөрләп үткән байрамда Зыкрин­дар һәм Заһи­ҙул­линдар ғаиләләре ҡатнашты. Улар үҙҙәренең шәжәрәләре менен таныштырып, фамилияларының ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында һөйләне. Үҙҙәренең ғаилә байрамдары, аш-һыуҙары менән та­ныш­тыр­ҙы. Кескәй балалар был байрамдан бик күп мәғлүмәт алды, кинәнеп башҡорт йырҙарын йырлап, бейеп, шәжәрә, Баш­ҡортостан, тыуған яғы тураһында патриотик шиғырҙар һөйләне.
Һәр баланың һәләтен асып, ҡыҙыҡһыныусан шәхес итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған баҡса хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын тулыһынса үтәй, тип әйтергә мөмкин.

Айгөл КИРАМОВА.
Белорет ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”