RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡышҡы урман йырсыһы

18.01.2013 Ҡышҡы урман йырсыһы

Ғинуарҙа шыршы турғайы бала сығара. Ана шул ҡоштоң урыҫса атамаһы нисек яңғырай икән?
Зәкирә БӘШИРОВА.
ҡырмыҫҡалы районы.

Шыршы турғайы урыҫса “клест-еловик” була. Уны икенсе төрлө тәресуҡыш, нарат сыпсығы тип тә атайҙар. Был ҡош ҡыҙылтүштән бер аҙ ҙурыраҡ, суҡыштарының остары ҡайсыланып тора. Улар яңғыҙ осмай, ғәҙәттә, туп булып йөрөй, осҡанда тауышланалар, ағасҡа ҡунһалар, тынып ҡалалар. Ата ҡоштоң дөйөм төҫө ҡыҙғылт һары, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Инә ҡоштоң һырты һорғолт йәшел, кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт һоро, ҡорһағы һары. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Әлеге мәлдә ылыҫлы урманға барһағыҙ, тауыштарын, моғайын, ишетер­һегеҙ.
Шыршы турғайҙары ылыҫлы урманда йәшәй. Башлыса, шыршы һәм ҡарағай орлоҡтары менән туҡланалар. Өйөрө менән ябырылып, күҙ менән ҡаш араһында миләште сүпләп китеүҙәре ихтимал. Ояны ағаста ҡоралар. Инә ҡош көрән таплы йәшкелт зәңгәр төҫтәге 3 – 4 йомортҡа һала. 12 – 13 көн баҫып ултыр­ғас, ҡошсоҡтары сыға, улар ике аҙна ояла ҡала, шунан үҙ аллы йәшәй башлайҙар.
Шыршы турғайҙары күсмә тормош менән көн итә, йылдың теләһә ниндәй ваҡытында ризыҡ мулыраҡ булған урынға күсеүҙәре ихтимал.
Был ҡоштар Рәсәйҙең Европа өлөшөн, Кавказды үҙ итә. Уны Европа, Азия һәм Төньяҡ Американың ылыҫлы урмандарында ла осратырға мөмкин.

Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”