18.01.2013 Иң яҡшы журналистар бүләкләнде
Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә иң яҡшы журналистарҙы – республика ижади конкурстарҙа еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. Һүҙ оҫталарын Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте етәксеһе Павел Самойлин, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков тәбрикләне.
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын, Рәсәй тарихы йылын, мәрхәмәтлек, дәүләт тедәрен үҫтереү кеүек темаларҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы эштәр билдәләнде. “Республика матбуғаты һәм интернет-баҫмалар”, “ҡала һәм берләштерелгән киң мәғлүмәт саралары”, “Район баҫмалары” номинацияларында барлығы 50-нән ашыу журналист һәм киң мәғлүмәт сараһы бүләкләнде.
Рәсәй тарихы йылын яҡтыртыу өлкәһендә билдәле тележурналист Салауат Хәмиҙуллин беренсе урынды алды. Был еңеүгә ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһында алып барған “Тарихи мөхит”, “Башҡорт ғәскәре тарихы” тапшырыуҙар циклы өсөн лайыҡ булды. Икенсе урын “Юлдаш” радиоһы комментаторы Фәимә Мәжитоваға “1812…” тапшырыуы өсөн бирелде. Өсөнсө урынды “Ватандаш” һәм “Башҡортостан панорамаһы” журналдары үҙ-ара бүлеште. “ҡала һәм берләштерелгән киң мәғлүмәт саралары” номинацияһында “Киске Өфө” гәзите еңеүсе тип танылды. Икенсе урынды – “Стерлитамакский рабочий”, өсөнсөнө “Юшатыр” гәзиттәре алды. Район баҫмаларынан “Кармаскалинская новь” һәм “Балтач таңнары” гәзиттәре билдәләнде.
Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын яҡтыртыу конкурсына бик күп ижади эш ебәрелгән. Бында беренсе урынды “Республика Башкортостан” гәзите һәм “Тамыр” балалар телеканалы алды. Шулай уҡ “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Учалинская газета”, “Кармаскалинская новь” баҫмаларының мәҡәләләре призлы урындар менән баһаланды.
“Кызыл таң” гәзите мәрхәмәтлек темаһын яҡтыртҡан иң яҡшы баҫма булып сыҡты. Был номинацияла шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы”, “Молодежная газета”, “Красное знамя” (Нефтекама) баҫмалары, “Спутник – 107 FM”, “Юлдаш” радиоһы ла бүләкһеҙ ҡалманы.
Терроризм проблемаһын күтәреүсе иң яҡшы журналист эше конкурсында Ишембай районының “Восход” гәзите хеҙмәткәрҙәре еңеүсе тип танылды. Шулай уҡ Мәсетле районының “Урал” телестудияһы, “Спутник – 107 FM” радиоһының баш мөхәррире Роза Төхвәтова бүләкләнде.
М. ИҡСАНОВ.