11.01.2013 Башҡорт теленең машина фонды, хәлең нисек?
Кемгә нимә, ә мин үҙем башҡорт теленең машина фонды (http://mfbl.ru/mfbl/bashxyz) менән йыш ҡулланам. Урыҫ телен иҫәпкә алмағанда, бындай фонд Рәсәй халыҡтары араһында башҡорт теле буйынса ғына бар. Заман өсөн бик мөһим эш менән шөғөлләнгән Зиннур Әмир улы Сиражетдинов менән һөйләшеп ултырыу бәхете тейҙе. Баҡһаң, ул етәкләгән лаборатория ун миллионға яҡын һөйләмде берләштергән башҡорт телендәге яҙмалар корпусын эшләп бөтөү өҫтөндә икән. Киләһе йыл һуңына машина фондының икенсе өлөшө булған был корпус менән һәр кеше файҙалана аласаҡ. Әлеге ваҡытта көйләү эштәре алып барыла. Тынғыһыҙ Зиннур ағай сираттағы эш – башҡорт телендә һәм икенсе башҡа телдә яҙылған бер төрлө һөйләмдәр корпусын төҙөргә кәрәклеген иҫбатлап йөрөй. Ысынлап та, был эштәрҙең мөһимлеген күптәр аңлап бөтмәй. Сөнки һәр кеше башҡорт теленең машина фонды менән көндәлек тормошта туранан-тура ҡулланмай. Шунлыҡтан ул фонд тел белгестәренә генә кәрәк тип уйлай. Әммә бындай ҡараш ҙур хата. Башҡорт халҡын донъя халыҡтары менән бер кимәлгә күтәреү өсөн кәрәк башҡорт теленең машина фонды. Телебеҙҙең көндәлек торомошта ҡулланыу мөмкинлеге кәмей барған саҡта, ана шул мөмкинлекте киңәйтеү даирәһе лә ул.
2012 йылдың апрелендә Алматы ҡалаһында үткән конференцияла ҡырғыҙ йәштәренең сығышын тыңлап һуш китте. Уларҙа машина фондының айырылғыһыҙ өлөшө булған, ике телдә яҙылған бер төрлө һөйләмдәр корпусын белгестәр һәм йәмәғәтселек бергәләп төҙөй башлаған. Маҡсаттары – был корпусты тиҙ арала төҙөп, ҡырғыҙ телен компьютер-тәржемәсе исемлегенә индереү. Тәү сиратта Google-тәржемәсеһенә индерергә уйлайҙар. Сөнки Google-тәржемәсе бөтә телдәр өсөн уңайлы булған тәржемә ысулын ҡуллана һәм уның исемлегендә, башҡа компьютер-тәржемәселәр исемлеге менән сағыштырғанда, иң күп телдәр ингән. Google компанияһы ниндәйҙер телде исемлеккә индереү өсөн аҡса талап итмәй, хаҡ урынына һәр милләттең үҙенән телдең машина фондын төҙөүен һорай. Яҡын арала компьютер-тәржемәселәр яҙма тәржемә генә түгел, ә тауыш менән дә тәржемә яһай башлаясаҡ. Тауыш тәржемәселәре кеҫә телефондарында буласаҡ. Ул саҡта сит телдәрҙе белмәгән һәр кеше үҙ аллы башҡа милләт кешеләре менән аралаша аласаҡ. Ә башҡорт халҡы өсөн тиҙ арала бындай мөмкинлек булыуы бик шикле. Эшләнәһе эш бихисап, ә Зиннур ағай етәкләгән лабораторияның матди сығанаҡтары бик наҡыҫ. Хатта ғәмәлдәге башҡорт теленең машина фонды интернетҡа тоташҡан ябай ғына компьютерҙа урынлашҡан, ә уға көслө сервер кәрәк. Шул сәбәпле фонд менән ҡулланыусылар бик йыш мәғлүмәт ала алмай.
Эйе, башҡорт теленең машина фонды булыуына ғорурлана алабыҙ. Әммә эшләйһе эштәр тағы ла күберәк. “Башҡа халыҡтарҙыҡы бөтөнләй юҡ”, – тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Ә мине телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҙмышы борсой. Дәүләттән, етәкселәрҙән башҡорт теленә иғтибарҙы арттырыуҙы талап итеү менән бер рәттән, үҙебеҙгә, йәмәғәтселеккә, лә ситтә тормаҫҡа ине. Был йәһәттән алдынғы ҡарашлы йәштәргә өмөт ҙур. Әүҙем ирекмәндәр ойошоп, ҡырғыҙ туғандарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, Зиннур Әмир улы кеүек белгестәр менән берлектә ике телдәге бер төрлө һөйләмдәр корпусын төҙөй башларға ине. Белеүемсә, ундай эш менән үҙ аллы шөғөлләнгән йәштәребеҙ ҙә бар. Заманында ирекле Башҡорт википедияһын төҙөй башлауға ҙур өлөш индергән “Йәшлек” гәзите аша был сараны ла күтәреп ебәрә алырбыҙҙыр ул.
Киләсәк йәштәр ҡулында. Әммә уны бөгөн төҙөргә кәрәк.
Рөстәм НУРЫЕВ,
Башҡорт википедияһы ирекмәне.