11.01.2013 Интернет телебеҙҙе яңы кимәлгә күтәрерме?
Туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала килә. Бөгөн интернеттың башҡорт теленең киләсәгенә ыңғай йоғонто яһауы мөмкин. Әлбиттә, тел байлығына ҡарата бөтә донъя селтәренең тәьҫире хаҡында күп бәхәс бара. Әммә аҙ ҡулланышлы телдәр өсөн, һис шикһеҙ, электрон селтәрҙәр файҙаға ғына. Сөнки телде ҡулланыу даирәһе киңәйә. Һан артһа, сифаты ла артыр, тигәндәй. Шулай ҙа туған телдә аралашыу ихтыяжын интернет ҡәнәғәтләндерәме? Был турала йәштәребеҙ нимә уйлай икән?
Гөлнур СОЛТАНБАЕВА, Учалы районы, Ураҙ аграр лицейы уҡыусыһы:
– Интернет селтәре заман менән бергә атлау өсөн бик ыңғай күренеш. Уның ярҙамында төрлө сайттар аша үҙеңә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе, материалдарҙы алырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт телен һаҡлап ҡалыу йәһәтенән интернет, әгәр ҙә уны дөрөҫ файҙаланғанда, ҙур көскә эйә. Йәштәр туған телендә күберәк «Бәйләнештә» сайтында аралаша. Уның аша күп кенә дуҫ табырға мөмкин. Төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарҙы берләштергән төркөмдәр бар, шулар аша фекер алышырға, үҙ уйҙарың менән бүлешергә була. Шулай уҡ башҡорт яҙыусылары, шағирҙары, башҡорт халыҡ ижады тураһында ла төркөмдәр бар. Улар көндән-көн күбәйә. Әҙиптәр үҙҙәре лә төркөмдәрен аса башланы.
Мин дә шиғырҙар яҙам. Ижадым менән уртаҡлашыу, фекерҙәр, кәңәштәр ишетеү маҡсатында үҙ төркөмөмдө булдырып, унда шиғырҙарымды туплап барам. Ошо төркөм аша ижадым менән ҡыҙыҡһыныусылар, шиғырҙарымды уҡыусылар күбәйҙе. Төркөм ярҙамында үҙемә ижади дуҫтар таптым. Төрлө темаға шиғыр яҙып биреүемде лә һорайҙар, шиғырҙарыма йырҙар ҙа яҙылды. «Бәйләнештә» тыңлаусылар ҙа күп. Шуға күрә интернетта башҡортса аралашыу йәнләнә генә бара, тип уйлайым.
Наил НИҒМӘТУЛЛИН, Мәскәү ҡалаһы, Э. Бауман исемендәге МДТУ студенты:
– Әлбиттә, туған телдә аралашыу ихтыяжы бик ҙур. Үҙ халҡының тарихын, ата-әсәһен, үҙ-үҙен хөрмәт иткән кеше тәү сиратта туған телен белергә тейеш. Бөгөн кеше, Ер шарының ниндәй генә мөйөшөндә булмаһын, тап интернет ярҙамында үҙ телендә аралашыу мөмкинлегенә эйә. Интернетты файҙаланыу даирәһе сикһеҙ. Унда башҡортса радио тыңлай алаһың, телетапшырыуҙар ҙа ҡарарға, мәҡәләләр ҙә уҡырға була. Шуға күрә интернет туған телдә аралашыу ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, теләк кенә кәрәк. Үҙем туғандар менән скайп аша аралашып торам. Интернет ярҙамында Мәскәү башҡорттары, яҡташ студенттар менән тығыҙ бәйләнеш тотам.
Үкенескә күрә, күбеһе был мөмкинлектәр менән файҙаланмай, интернетта ла сит телдә аралашыуҙы хуп күрә. Ә был ғаилә тәрбиәһенә бәйле. Интернетты, нигеҙҙә, йәштәр ҡуллана. Әгәр ҙә һәр йәш кеше башҡортса аралашыу мөһимлеген аңлаһа, интернет телебеҙҙе бик әүҙем үҫтерәсәк, яңы кимәлгә күтәрәсәк.
Гөлли МОРТАЗИНА, Силәбе ҡалаһы, П. Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал дәүләт сәнғәт институты студенты:
– Силәбе – минең тыуған ҡалам. Үҙ телемдә аралашыу, Башҡортостандан дуҫтар табыу өсөн башҡорт сайттарының булыуы үтә лә мөһим. Кесе йәштән ғаиләлә туған телдә аралашып үҫтем. Әммә үҙ телен белмәүселәр күп. Тап улар өсөн башҡорт сайттары бик файҙалы булыр ине. Сөнки интернет – бөгөн телдәр үҙләштереү, шул иҫәптән башҡорт телен өйрәнеү сығанағы ла ул. Виртуаль аралашыу ҙа телмәрҙе байыта. Шуға күрә киләсәктә интернет аша үҙ телен өйрәнеүселәр арта ғына барыр, тип уйлайым.
Мөнир ИҡСАНОВ яҙып алды.