RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Археология һәм этнография конференцияһынан һуң уйланыуҙар

11.01.2013 Археология һәм этнография конференцияһынан һуң уйланыуҙар

Ноябрҙә, ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында “ҡәҙербаев уҡыуҙары” тигән III халыҡ-ара ғилми конференция үтте. Аҡтүбә өлкәһе хакимиәте, Тарих, этнография һәм археология үҙәге, А. Маргулан исемендәге археология институты һәм К. Жубанов исемендәге Аҡ­түбә дәүләт университеты ойошторған сарала Рәсәй, ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан ғалимдары ҡатнашты. Шулай уҡ Баш­ҡортостан ғалимдары ла ситтә ҡалманы. Гуманитар тикшеренеүҙәр институтынан фән кандидаттары, тарихсы Г. Кинйәбаева, тел белгесе Р. Һаҙыева, ә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан тарихсы-этнографтар А. Нечва­ло­да, Ю. Әбсәләмова, А. Сәлмәнов, фольклорсы Ф. Ғайсина сығыш яһаны, ситтән килгән белгестәр­ҙең ҡыҙыҡлы докладтарын тыңлап, фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Шулай, төрлө ҡалаларҙағы конференцияларға барып, башҡалар­ҙы күреп, фәһем алып, уйланып ҡайтабыҙ. Аҡтүбә өлкәһендә айырым археология университеттары, үҙәктәре, институттарында бүлектәр күп булыуы хайран ҡалдырҙы. Баҡынан килгән профессор Т. Шаһбазов: “Беҙҙә лә айырым Археология институты бар, ә этнография бүлеге хатта өсәү”, – тине. Ә беҙҙә, үкенескә күрә, этнография һәм археология буйынса берәр генә бүлек эшләй, уларында ла башҡорт милләтенән булған, үҙ тарихыбыҙҙы төптән өйрәнерлек ғалимдар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әгәр халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлап алып ҡалайыҡ тиһәк, рухлы башҡорт кадрҙарын үҫтереү эшен тиҙләтергә кәрәк. Сөнки, үҙ фәнебеҙҙе үҙебеҙ үҫтерергә, рухи байлығыбыҙҙы үҙебеҙ һаҡларға тейешбеҙ. Мәҫәлән, әллә күпме археологик эҙләнеүҙәр ваҡытында батырҙарыбыҙ, билдәле шәхестәребеҙҙең һөйәктәрен алып китеп, әле һаман урындарына кире килтереп ҡуймауҙары билдәле. Шулай уҡ сит өлкәләрҙән этнографтар ауылдарыбыҙҙа йө­рөп, беҙҙең башҡорт милли күлдәктәрен, ҡул эштәрен, фольклор ансамбле сығыштарын видеоға төшөрөп алып китеп, аҙаҡ үҙҙәренеке, имеш, тип һөйләп, китаптар яҙып, телевизорҙан күрһәткәне бер кемгә лә сер түгел.
Был хаҡта беҙгә уйланырға күптән ваҡыт. Бигерәк тә археолог­тар­ға ҡаҙыныу эштәрен башҡарыр өсөн халҡыбыҙҙың йолаларынан, әҙәп-әхлаҡ нормаларынан сығып, махсус устав-ҡағиҙә эшләргә кәрәк. Сөнки, боронғо ырым-ышаныуҙар буйынса, ерҙе бушҡа-юҡҡа соҡорға ярамай, ер рәнйей, тиҙәр. Мәрхүмдәрҙең дә йәндәрен тиккә борсорға ярамай. Мәҫәлән, ҡурғандарҙы, ҡәберҙәрҙе асыр алдынан ата-бабалар йолаһы буйынса ерҙән рөхсәт һорап, ғәфү үтенеп, тәүҙә мулла доға уҡырға тейештер, моғайын. Сөнки, ниндәй мәрхүм үҙенең ҡәберен “бисмиллаһ”ты белмәгән, тәһәрәтһеҙ кешенең бимазалап йөрөүен, һуңынан һөйәктәренең әләф-тәләф булып әллә ҡайҙа ятыуын теләһен? Ә әүлиәләр ҡәберҙәренә бөтөнләй тейергә, ҡуҙғатырға ярамай, тип уйлайым. Белеүегеҙсә, һәр ауылда һөйләүҙәренсә, кем мәсет, манараларҙы емергән – уларҙың нәҫелдәре ҡороған, ә әүлиә ҡәберҙәрен боҙған ерҙә бәлә-ҡазалар, автоһәләкәттәр булып тора. Алтайҙағы ер тетрәүҙе лә халыҡ ундағы боронғо принцессаның кәүҙәһен алып китеүгә бәйләне. Рухи байлығыбыҙ ситкә китмәһен, тарихыбыҙ дөрөҫ яҡтыртылһын тиһәк, киләсәктә археолог һөнәренә уҡытҡанда студенттарға милли рух һалып, дин ғилемен дә, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә өйрәт­һәләр икән.

Ф. ҒАЙСИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”