11.01.2013 Тарихы бай, киләсәге лә яҡты булһын баҫмабыҙҙың
Донъялағы яңырыштар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ үҙгәрештәр, үҫештәр нигеҙендә күбеһенсә барыбер ҙә яҡшы башланғыс яталыр ул. Әллә ни алыҫ китмәй генә үҙебеҙҙең тирәнән ҡарағанда ла, боронғоноң, бигүк элекке булмағандың, яңыса һулыш алып, бөгөн дә йәшәүен, беҙҙең арала булыуын күрәбеҙ.
Әле был юлдарҙы уҡыйһығыҙ икән, тимәк, ҡулығыҙҙа “Йәшлек” гәзите. Тәүге битен иғтибарлап ҡараһағыҙ, уның сыға башлаған йылы 1923 булыуын шәйләрһегеҙ. Эйе, баҫмабыҙға – 90 йыл. Олатайҙарға таныш “Йәш юҡһыл”дың, атай-әсәйҙәр йәш саҡта уҡыған “Ленинсы”ның, бая әйткәнемсә, яңыса һулыш алған дауамы ул “Йәшлек”.
Унынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡан аҡһаҡалды нисегерәк итеп күҙ алдына килтерәбеҙ? Әлбиттә, ул күпте күргән, белгән һәм кисергән кеше, тормош тәжрибәһе бай, хата аҙымды хаҡ аҙымдан яҡшы айыра, һәр хәбәргә, мәғлүмәткә төплө фекере бар, үҙ һүҙен кәрәк ерҙә әйтә ала, йәш быуынға еткерер мираҫы күп. Баҫманың да тап ошо сифаттарға эйә булыуы бик мөмкин бит. Мөмкин генә түгел, ә ысындан да “Йәшлек”тең йәшәйеше оҙон ғүмерле аҡһаҡалдыҡы менән тура килә.
Гәзит 1923 йылдан бирле ниҙәр кисермәгән дә, ниҙәр генә күрмәгән?! Үҙ уҡыусыһына хас бөтә кисерештәр бар уның биттәрендә.
Тарихҡа бер аҙ күҙ һалғанда, баҫманың сыға башлағандағы төп йүнәлештәрен дә иҫкә алмау мөмкин түгел. ‒ “Йәш юҡһыл” (“Йәш юҡсыл”) дингә ҡаршы көрәште (заманы шулай булған бит), фән һәм техника өлкәһендәге яңылыҡтарҙы, комсомол, коммунистар партияһы эшмәкәрлеген, әҙәбиәтте яҡтырта. 1925 йылдан “Башҡортостан йәштәре” исеме менән баҫылыуын дауам итеп, ауыл көнкүрешен, йәш ҡатын-ҡыҙҙар йәшәйеш-эшен нығыраҡ сағылдыра башлай, Советтар Союзын үҫтереү мәсьәләләре лә төп темаға әүерелә.
Башланған ваҡытында ғәрәп яҙмаһында булған гәзит йылдар үтеү менән тәүҙә – латин, аҙаҡтан рус графикаһына күсә. Үҙгәрештәр бынан ғына тормай, әлбиттә. Бөйөк Ватан һуғышында йәштәр баҫмалары сығыуҙан туҡталып та тора. Унан һуң, ҡабаттан тергеҙеү эштәре оҙаҡҡараҡ һуҙылһа ла, 1951 йылда ‒ “Ленинец”, уның башҡортса тәржемәһе ”Ленинсы” донъя күрә башлай.
Милли үҙаң уяныу, телебеҙгә иғтибар уғата көсәйеү йылдарында, теүәлерәге, 1990 йылда, “Ленинсы”нан ”Йәшлек” “тыуа”. Һәм бөгөн баҫма алдына ҡуйған маҡсаттарына тоғро ҡалып, шатлыҡта-ауырлыҡта ла үҙ уҡыусыһына барып етер өсөн тырышып, аҙнаһына ике тапҡыр, төҫлө гәзит сүрәтендә донъяға сыға.
Бай тарихлы, уҡыусылар хәтеренә байтаҡ ҡыйыу мәҡәләһе менән уйылып ҡалған, һөйөү уятҡан баҫма замандың бөгөнгө үҙгәрештәрен дә үҙ биттәрендә тоймай ҡалмай. Беҙҙең уҡыусылар был хаҡта яҡшы белә. Редакцияға “Мин “Йәшлек”те “Ленинсы” булғанынан бирле (йәки сыға башлағанынан алып) яҙҙырып уҡыйым…” тип башланған хаттар йыш килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләйҙер.
Йәштәр гәзите тип нарыҡланһа ла, баҫмала уғата етди, хатта йәш кеше күңеле ҡабул итеп еткерә алмаған материалдар ҙа донъя күрә. Был да заман талабылыр. Шуға ла өлкәндәрҙең яратҡан баҫмаһы ул бөгөн. Йәшлектән кеше олпат йәшкә табан ыңғайлай тигәнде иҫбатлапмылыр, “Йәшлек”тән бихисап шәхес “үҫеп” сығыуын да телгә алмай булмай. Республикабыҙҙың бүтән матбуғат сараларына тап ошо гәзиттә ҡәләм нығытҡан журналистарҙың баш мөхәррир булып тәғәйенләнеүе лә иғтибарға лайыҡ. Улар иҫәбендә “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов, ”Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова, ”Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, ”Шоңҡар” журналын әле генә етәкләй башлаған Мөнир ҡунафин һ.б. бар. Бөтөнөһө тиҫтәнән дә ашып китәлер.
Шуныһын да еткереүҙе кәрәк тип табабыҙ: баҫмабыҙға замандың әллә ни наҙлы булмаған еле лә ҡағылыңҡырап үтмәксе – икенсе ярты йыллыҡта һеҙгә аҙнаһына бер тапҡыр, ҡалынайыбыраҡ, йәғни 24 битле булып етергә уйлайбыҙ. Был “Йәшлек”тең асылы үҙгәрә тигән һүҙ түгел. Һеҙҙең, бары һеҙҙең булышлыҡ менән, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, гәзит үҙенең бер быуатлыҡ йәшенә табан атлай. Әлегә аҙымдарыбыҙ ныҡлы, ышаныслы. Милләттәштәребеҙҙең, замандаштарыбыҙҙың, фекерҙәш, диндәш һәм рухташтарыбыҙҙың көслө иңен тойорға яҙһын артабан да, тибеҙ.