RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тимер ат” ҡараҡтары

08.01.2013 “Тимер ат” ҡараҡтары

Белорет ҡалаһының шәхси ҡунаҡханаһында һыйлан­ған ир күңел асыу ойошмаһы администраторына ихлас рәхмәтен әйтергә тотона. Йылы һүҙҙән май кеүек ирегән администратор тамам һиҙгерлеген юғалта, хатта әңгәмәсеһе машинаһының асҡысын сәлдереүен һиҙмәй ҙә.
Автомобиле юҡлығын ул бер килке ваҡыт уҙғас ҡына аңлап ҡала һәм был хаҡта полицияға хәбәр итә. Ә был мәлдә “тимер ат” ҡарағы рәхәтләнеп ҡиммәтле “Лексус”та ҡала буйлап елдерә. Тиҙҙән бурҙы эләктерәләр. Уның еңел-елпе ҡылығын берәү ҙә ғәфү итергә йыйынмай – енәйәт эше ҡуҙғатылған. Судтан һуң ҡараҡҡа 120 мең һум күләмендә штраф түләргә йәки биш йылға төрмәгә китергә тура киләсәк.
Белорет ҡалаһында “тимер ат”ҡа бәйле тағы ла бер хилаф эш булған. Бер төркөм егет эскелек табыны артында гөрләшеп ултыр­ған саҡта Ринат (исемдәр шартлы):
– Декабрь ҙә етте, ә мин һаман машинама ҡышҡы тәгәрмәс кейҙермәнем, – тип ауыр уфтанып ҡуя.
– Ә ниңә һатып алмайһың? – тип һүҙгә ҡушыла Марсель исемлеһе.
– Аҡсам булһа-а, күптән алыр инем. Хатта бензинға ла еткереп булмай бит, – тип яуаплай тегенеһе.
“Хәҙер был проблеманы хәл итәбеҙ”, – тип ырғып тора алкоголдән ҡандары арыу уҡ ҡыҙған егеттәр. Машинаға ултырып ҡуҙғалырға торғанда, яғыулыҡ бөткәне асыҡлана. Күп уйлап тормайҙар, яндарындағы “ГАЗель”дән бензин ҡойоп алалар. ҡала буйлап сыға былар. Иҫерек егеттәрҙең иғтибарын ихата алдында торған ВАЗ−2101 машинаһы йәлеп итә. Улар уны “сисендерергә” тотона, тик ни эшләптер дүртенсе тәгәрмәсе ысҡынмай. Егеттәр аптырап тормай, шунда торған икенсе машинаның бер тәгәрмәсен ысҡындыра.
Иртәнсәк дуҫтар “өмә”гә йыйыла – тапҡан байлыҡты машинаға ҡуйырға кәрәк бит! Әммә шул саҡ полиция уларҙы эләктерә. Әлеге мәлдә ҡараҡтар менән тәфтишселәр эшләй. Бына шулай, ярҙам итәм тип, егеттәр бер-береһен ярҙан этеп тә ҡуйған.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”